+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
9 Март 2021, 11:54

Булдыҡлылыҡ нәҫелдән бирелгән

Совет заманында, колхоздар гөрләп торған саҡта, ялан яғындағы хужалыҡтар вәкилдәре урман яғына килеп, йәш ҡыҙҙарҙы фермаға эшкә саҡырып йөрөй торғайнылар.

Совет заманында, колхоздар гөрләп торған саҡта, ялан яғындағы хужалыҡтар вәкилдәре урман яғына килеп, йәш ҡыҙҙарҙы фермаға эшкә саҡырып йөрөй торғайнылар. «Беҙҙең ауылдың берәй егетенә кейәүгә лә сыҡһаң, был яҡтың ыҙа тормошонан, утын-бесән әҙерләүҙән ҡотолорһоң», — тип шаяртып ебәрәләр ине. Урта мәктәпте тамамлап торған Рысҡужа ауылы ҡыҙы Миңсараға ла шундай «ҡоҙа» тап була. Бала саҡтан ата-әсәһенең уң ҡулы булып, ауыр эште белеп үҫкән ҡыҙ, һауынсы булыуҙы һис ҡыйын күрмәй, ризалаша. Шулай итеп ул 17 йәшендә «Заветы Ильича» колхозының Таҡһыр фермаһына килеп эләгә. Ул ғына түгел, яңы армиянан ҡайтып, колхозда эшләгән, үҙенә уңған, матур кәләш күҙләгән Марс Хәйретдиновтың күҙенә лә салына. Бәләкәй генә ҡыҙҙың ауыр-ауыр флягаларҙы сос ҡына итеп йыуып, өҫкә киптерергә элеп йөрөгәнен күҙәтеп тора ла, танышмаҡ булып һүҙ ҡуша. Шулай башланып китә уларҙың матур ғаилә ҡороуға килтергән мөхәббәте.
Булдыҡлы, эшсән, күп балалы ғаиләлә үҫә Марс атлы егет. Ун бер балалы Ғәшүрә һәм Әүбәкер Хәйретдиновтарҙың туғыҙ ҡыҙ араһында үҫкән ике бөртөк малайҙарының ҙуры, ғаиләлә 4-се бала. Аталары ауылда кеше бал ҡорто тотмаған, картуфтан башҡа йәшелсә-емеш үҫтермәгән заманда ғаиләһен балдан, кишер-кәбеҫтәнән өҙмәгән, әле берәүҙә булмаған алма, башҡа емеш ағастары үҫтергән ихлас, егәрле ғаилә башлығы була. Хәрби инвалидлығы булған Әүбәкер Хәйретдинов колхоз рәйесе, партком секретары кеүек яуаплы вазифалар башҡара. Олоғайғас, ул, ҡасандыр Мөжәүир хәҙрәттең шәкерте булған кеше, яңынан дин юлына баҫып, мулла булып китә, тыуған ауылына мәсет һалдыра.
Бөгөн уның ике улы ла Таҡһырҙа төпләнгән. Зөлфәр ҡустыһының ғаиләһе менән күрше йорттарҙа улар, уртанан ҡапҡа асып, бер-береһе менән бик татыу ғүмер итәләр, аштары ла, эштәре лә һәр ваҡыт уртаҡ. Марс ағай менән Миңсара апай үҙҙәре дүрт балаға ғүмер биргән. Ҡыҙҙары барыһы ла — педагогтар, Айгөл — Хәлилдә, Алһыу Өфөлә уҡыта, Мәүлиҙә Таҡһырҙа балалар баҡсаһында эшләй. Улдары Дим район үҙәгендә полицияла хеҙмәт итә. Дүрт ейән һәм алты ейәнсәргә олатай-өләсәй улар хәҙер.
«Башҡалар кеүек, балаларҙы мотлаҡ уҡытыр кәрәк, беҙҙең кеүек ауыр эштә бил бөкмәһендәр тигән маҡсат ҡуймаһаҡ та, улар үҙҙәре уҡыуға әүәҫ булып, юғары белемгә ынтылдылар. Ә бына минең уҡыуға ҡыҙыҡһыныуым әллә ней булманы: тиҙерәк өлкән булғым, эшкә егелгем килде. Техника ярата инем, шуға ынтылдым. Һәм бөтә ғүмеремде яратҡан эшемә бағышланым», — тип һөйләй Марс Әүбәкер улы.
Ул, һигеҙ кластан һуң, СПТУ-ла бер йыллыҡ тракторсылар курсында уҡып, бер аҙ эшләгәс, хәрби комиссариат йүнәлтмәһе буйынса шул уҡ училищела шоферҙар курсын тамамлай. Унан — армия. Хәрби хеҙмәттән ҡайтҡас, пенсияға сыҡҡансы, теүәл 40 йыл колхозда, сельпола водитель булып эшләй. Шофер-тәьминәтсе булараҡ, Марс ағайға күберәк йөк машинаһы менән колхозға алмаш өлөштәрме, башҡа кәрәк-яраҡ йүнләп, бөтә Советтар Союзы буйлап сабырға, оҙайлы командировкаларҙа йөрөргә тура килә. «Бер ваҡыт Рязань өлкәһендә колхозға кәрәкле двигатель юллап ай буйы йөрөргә тура килде. Ә Өфөгә аҙнаһына өс барып ҡайтҡан саҡтар ҙа йыш булды», — тип хәтерләй хеҙмәт ветераны.
Билдәле, бындай ваҡыттарҙа бөтә донъя мәшәҡәте, мал-тыуар, бала-саға Миңсара апайҙың иңенә төшә. Теге эшкә ҡоҙалаған таҫма телле ағайҙың һүҙҙәре дөрөҫлөккә тап килмәгән саҡтар ҙа күп була. «Бер ваҡыт бер йөк машина утынды еңгәм бер үҙе шарт-шорт ярҙы ла бөттө», — тип, иҫе китеп, һөйләй ҡайынһеңлеһе Динә. Ә бит уйлап ҡараһаң, Миңсара Ғәләү ҡыҙының эше үтә лә ауыр, мәшәҡәтле була. Ул һауынсы булып барған Таҡһыр фермаһын колхоз етәкселеге йәш таналарҙы һауырға өйрәтеү өсөн махсуслаштыра. Тәүгә быҙаулаған малҡайҙарҙы һауырға өйрәтеүҙәре, ай-һай, ауырға тура килә. Тибелә-тибелә, саҡ ипкә килтерһәләр, уларҙы башҡа фермаларға тараталар ҙа, урындарына яңы быуаҙ таналарҙы килтерә лә тултыралар. Бындай эште тик ныҡышмал, түҙемле, ҡыйыу кеше генә булдыра алыуы көн кеүек асыҡ. Шулай ҙа эшен яратып, күңел биреп башҡарып, 36 йыл ғүмерен мал ҡарауға арнай Миңсара апай. «Һәр ваҡыт маҡталып эшләнек. Элек етәкселәр хеҙмәт кешеһен хөрмәт итә белде», — тиҙәр Хәйретдиновтар. «Мал ҡарауҙан ялҡманығыҙмы һуң?» — тип һорайым Миңсара апайҙан, кәртә тулы һыйыр-башмаҡтарға, һарыҡтарға ҡарап. «Дүртәүһен генә һауам ул», — тип көлә хужабикә. Етмеште ҡыуған ҡатындың дүрт һыйыр һауып, уларҙың ағын эш итеп, ҡалаға һатырға йөрөргә дәрт итеп тороуына хайран ҡалырлыҡ. Марс ағай иһә аттары тип өҙөлә. Хужалыҡҡа кәрәкле бөтә техниканы ла тота. Бик күптәр кеүек, пай ерҙәрен бушлай һалып ҡуймаған ул: иген сәсә, уңышын малына, йәйен ҡош-ҡортона ашата, артҡанын һатып та ебәрә. «Әбей-бабай булып ҡына өйҙә тик ятырға ашыҡмайбыҙ. Эшләмәһәң — ауырыта башлай. Былай беҙ донъяға, мал-тыуарға әүрәп, көндөң үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалабыҙ. Әлегә бер ҡыйынлығы ла юҡ, ошо шәплектән айырмаһын», — тип теләй ололар. Әлбиттә, ҡырға таралышһа ла, балалары ата-әсәләрен ярҙамдан ҡалдырмай. Шулай бер-береһенә терәк булып, ярҙам итеп, үҙ-ара татыу, муллыҡта һәм берлектә йәшәй Хәйретдиновтар. Булдыҡлылыҡ тигән сифат уларға нәҫелдән-нәҫелгә мираҫ булып тапшырылып килә.
Рәхимә МУСИНА.
Читайте нас: