+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
9 Март 2021, 12:02

Саф хистәр юл күрһәтеүсе маяҡ кеүек

Сиҙәм ауылында йәшәүсе йәштәр — Гөлдәр һәм Фәнис Ғүмәровтарҙың бәхетле ғаиләһе берҙәмлеккә, татыулыҡҡа һәм һөйөүгә ҡоролған.

Сиҙәм ауылында йәшәүсе йәштәр — Гөлдәр һәм Фәнис Ғүмәровтарҙың бәхетле ғаиләһе берҙәмлеккә, татыулыҡҡа һәм һөйөүгә ҡоролған.
Бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап, килешеп йәшәгән һоҡланғыс парҙың мөхәббәт тарихы 2011 йылға барып тоташа. Ә уға тиклем егет менән ҡыҙ икеһе лә Магнитогорск ҡалаһында уҡып, эшләп йөрөһәләр ҙә, бер-береһен яҡындан белмәй. Яҙмыш йәштәрҙе уртаҡ дуҫтарының туйында осраштыра. Гөлдәр менән Фәнис араһындағы дуҫтарса аралашыу, күп тә үтмәй ялҡынлы мөхәббәткә әүерелә һәм үҙҙәренең бер йәндең ике яртыһы икәнлеген аңлап, улар ошо йылда гөрләтеп туй үткәрә. 2011 йылдың 11 ноябре була ул никах тантанаһы.
— Матур датала өйләнешергә алдан уҡ килешкәйнегеҙме? — тип ҡыҙыҡһынам.
— Дөрөҫөн әйткәндә, туйҙы ноябрҙең тәүге аҙнаһына билдәләгәйнек, әммә ЗАГС-та ошо көнгә урын барлығын белгәс, датаны күсерергә ҡарар иттек, — тиҙәр Ғүмәровтар.
Икеһе лә ҡалала эшләгәс, башта Магнитогорскиҙа йәшәйҙәр. Шулай ҙа бер аҙҙан ауылға — Сиҙәмгә ҡайтырға ҡарар итәләр. Ауылда эш юҡ, ауыр тип бер ҙә зарланмайҙар. Фәнис әле лә Магнитогорск металлургия комбинатына йөрөп эшләүен дауам итә, Гөлдәр балалар тәрбиәләп, өйҙә ултыра. Аҙашы ла булған ҡәйнәһе менән бер ҡыйыҡ аҫтында, бер һүҙҙән булып, татыу йәшәй уңған килен.
Ғаиләлә ике баһадир малай үҫеп килә, ата-әсәһенең һөйөүен тойоп, өләсәһенең наҙына сорналып, бәхетле баласаҡ миҙгелдәрен кисерә Азамат менән Данис.
Көндәлек эш, донъя мәшәҡәттәренә күмелгәндә, бер-береһенә иғтибарын һүндермәй был пар. Ир ҡатынды, ҡатын ирҙе хуплап, кәңәш биреп торғанға, тормоштары ла ыңғай.
— Ниндәйҙер мәсьәлә килеп тыуһа, уны уртаға һалып һөйләшеп, тыныс хәл итергә тырышабыҙ, үпкәләшеп ултырыу беҙгә хас түгел. Бер-беребеҙҙең күңелен ҡыйырлыҡ һүҙҙәр яңғырамай беҙҙең йортта, — ти геройҙарым бер-береһенә һөйөү тулы ҡараш ташлап.
Нурзилә БАЙГИЛДИНА.
Читайте нас: