+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
9 Март 2021, 11:42

Тырыштарға уңыш юлдаш булһын!

Рысҡужа башланғыс мәктәбе йыл да үткәрелеп килгән йолаға тоғро ҡалып, «Әсәйҙәр һәм ҡыҙҙар» байрамын саф һауала, төрлө ҡыҙыҡлы ярыштар менән уҙғарҙы.

Рысҡужа башланғыс мәктәбе йыл да үткәрелеп килгән йолаға тоғро ҡалып, «Әсәйҙәр һәм ҡыҙҙар» байрамын саф һауала, төрлө ҡыҙыҡлы ярыштар менән уҙғарҙы. Әсәйҙәр һәм ҡыҙҙар өс командаға бүленеп, шау-гөр килеп ярышты, мәктәп алды гөрләп торҙо. Көн дә шундай матур ҡояшлы булды, гүйә, ҡатнашыусыларға көс һәм илһам бирҙе. Әсәйҙәр әҙерләгән тәм-томдан оҙон өҫтәл һығылып торҙо, өҫтәл башында борхолдап самауыр ҡайнаны, эй, күңелле булды инде! Яңыраҡ ҡына «Әлифба» байрамына саҡырһалар, бына тағы бер сара үткәрҙеләр. Шулай итеп мәктәптәр тулы ҡеүәтендә эшләп китһен инде бер үк.
Беҙҙең Рысҡужа мәктәбе яҡын-тирәләге мәктәптәргә өлгө булырлыҡ. Районда башланғыс мәктәптәр араһында балалар һаны буйынса ул иң ҙурҙарының береһелер, моғайын. Ҡаҙмаш урта мәкnәбенең данын күтәреүҙә лә Рысҡужа балаларының өлөшө тос. Уҡыу буйынса Рысҡужа мәктәбе һәр ваҡыт алғы урындарҙа. Сөнки бында үҙ эшен яратҡан, дәрт-дарманы ташып торған, рухлы уҡытыусылар эшләй — Айгөл Мөхәмәтова, Шәүрә Һибәтова, Гөлсинә Басирова, Рәсимә Мостафина. Улар балаларға сифатлы белем бирә, ҡыҙыҡлы саралар ойоштора. Ашнаҡсы Айгөл Һибәтова телде йоторлоҡ тәмле ризыҡтары менән һыйлай. Мәктәп таҙалығы менән дә алдыра — бында инде Вәсилә Вәлиеваның хеҙмәте сағыла.
Татыу, берҙәм коллектив ауылда үткән бер саранан да ситтә ҡалмай, концерт номерҙары менән сығыш яһай. Йәй етһә, мәктәп сәскәгә күмелә. Йәшелсә-емештән дә мул уңыш алып беҙҙе ғәжәп итәләр. Тырыш коллективҡа еңел булмаған эштәрендә артабан да уңыштар насип булһын.
Зөһрә МӘҺӘҘИЕВА.
Рысҡужа ауылы.
Читайте нас: