Төрлөһөнән
11 Марта 2021, 09:40

Япониялағы фажиғәгә 10 йыл

Блендер эсенә эләктекме ни...

Бөгөн беҙҙең быуаттағы иң ҙур тәбиғәт һәләкәттәренең береһе — Японияла булып үткән цунами һәм ер тетрәүҙәргә 10 йыл тулды. 2011 йылдың 11 мартында 9.0 амплитудалы ер тетрәүе арҡаһында барлыҡҡа килгән цунами бейеклеге 10 метрға еткән тулҡын булып Япония дәүләте урынлашҡан утрауҙарға ябырылды. Был һәләкәт һөҙөмтәһендә 20 меңгә яҡын кеше һәләк булды, ә иҫән ҡалғандары «беҙ блендер эсенә эләктекме ни» тип ҡото осоп хәтерләй ул ваҡиғаларҙы. Һыу үҙ юлында осраған бер нәмәне аямай — машиналарҙы, катерҙарҙы ғына түгел, өйҙәрҙе лә йыуа, бейек ҡатлы йорттарҙың таяуҙарын емерә, аэропорттар, ер аҫты туннелдәренә үтеп инә. Океанда барлыҡҡа килгән өйөрөлтмәктәр пассажирҙары менән бергә ҙур-ҙур караптарҙы һыу төбөнә алып китә.
Цунами һөҙөмтәһендә Японияның Фукусима префектураһында урынлашҡан атом электростанцияһында янғын тоҡана, радиация сығыу хәүефе арта. Фукусималағы аварияны белгестәр Чернобылдән ҡала иң ҡурҡыныс һәләкәттәрҙең береһе тип баһалай, сөнки океанға иҫ киткес ҙур күләмдә радиация ҡалдыҡтары ағып төшә.
Читайте нас