Төрлөһөнән
12 Марта 2021, 05:37

Ауыл ҡотон ишәйтә Таҡһыр ҡыҙы

Ҡатын-ҡыҙҙар байрамы айҡанлы һәм әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн район хакимиәтенең рәхмәт хаты менән бүләкләнгәндәр араһында Динара Мырҙагилдина ла бар.

Ҡатын-ҡыҙҙар байрамы айҡанлы һәм әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн район хакимиәтенең рәхмәт хаты менән бүләкләнгәндәр араһында Динара Мырҙагилдина ла бар.
Динара Таҡһыр ауылында тыуып үҫә. Ауылдашы Рифат Мырҙагилдин менән өйләнешеп, йәштәр тыуған ауылында төпләнә.
Бөгөн татыу ғаиләлә дүрт бала буй еткерә. Иң өлкәне Венера Белорет металлургия колледжында юрист һөнәрен үҙләштерә. Бәләкәй саҡтан аныҡ фәндәр менән дуҫ ҡыҙ мәктәптә «4»-ле һәм «5»-ле билдәләренә генә өлгәшә, математика, башҡорт теле буйынса олимпиадаларҙа, аҙналыҡтарҙа ал бирмәй. Саңғы ярыштарында ла һәр саҡ призлы урындар яулай.
Шулай уҡ яҡшы уҡыған 9-сы класс уҡыусыһы Эльвина киләсәктә медик булырға хыяллана. Ул да спорт менән дуҫ: көрәш буйынса ярыштарҙы ҡалдырмай, еңел атлетика менән етди шөғөлләнә, ГТО-ның алтын миҙал билдәһенә лайыҡ.
Беренсе класта уҡыған Айлина бәләкәйҙән бейергә-йырларға ярата. «Йырсы ауыл» район бәйгеһендә еңеүсе булды. Уҙған йыл «Гүзәлкәй» район конкурсында ҡатнашып, «Оҙон сәс» номинацияһында билдәләнде. Апайҙары кеүек ул да спортты үҙ итә: саңғы ярыштарында призлы урындар яулай.
Күптән түгел генә бер йәшен тултырған Ишбулат көндән-көн «һөнәр арттырып», ата-әсәһен, апайҙарын, үҙҙәре менән бергә йәшәгән Дания өләсәһен ҡыуандыра.
Ғаилә кәртә тултырып мал аҫырай, йәй етһә, күпләп ҡош-ҡорт алып үҫтерә.
Ауыл магазинында һатыусы булып эшләгән, бөгөн иһә декрет ялында булған Динара Тәлғәт ҡыҙы өй мәшәҡәттәренә күмелеп, бала тәрбиәләү менән генә мәшғүл түгел, ул ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы булараҡ, бөтә йәмәғәт сараларында әүҙем ҡатнаша. Ауыл Советы депутаты булған ире — Рифат Ташбулат улы ла ауыл халҡының йәшәйен күңеллерәк итеү, йәмәғәт тормошон йәмләндереү өсөн бар көсөн һала.
Читайте нас