«Водитель булып эшләүҙең ни ауырлығы бар, руль өйөрөлтөп, тормоз менән газға баҫа белһәң, шул еткән», тигән һүҙҙәрҙе йыш итергә тура килә. Әммә водителдәр әҙерләү курсын тамамлап, имтиханды уңышлы тапшырып, танытма алғандарҙың һәр ҡайһыһы оҫта шофер булып китә алмай.
— Тәү ҡарауға бик еңел күренгән водитель һөнәре иңгә ҙур яуаплылыҡ һала, иғтибар талап итә, — тигән фекерҙә өс тиҫтә йылдан ашыу Асҡар — Аһылай маршруты автобусын йөрөткән Иштимер Мөхәмәткилдин.
«Һәр кемгә иғтибарлы, ихтирамлы, алсаҡ, ярҙамсыл кеше ул беҙҙең автобус водителе», — тиҙәр Иштимер Һибәт улы хаҡында ошо маршрутта йөрөгән ауылдар халҡы.
Бала сағынан техника менән ҡыҙыҡһынған Иштимер, мәктәптән һуң, 93-сө һөнәрселек училищеһында уҡып, шофер танытмаһы ала. Унан инде ил алдындағы изге бурысын үтәй — әрмелә лә водитель була.
Хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, Белорет ҡалаһы ойошмаларының береһендә эшләй. Техниканы яҡшы белгән, тырыш егетте ҡайҙа яуаплы кеше кәрәк, шунда ҡушалар, етәкселек, коллегалары араһында тиҙ арала ихтирам яулай.
Ҡалала эшләүенә өс йыл тулыуға Сибай АТП-һы Асҡарҙан Аһылайға автобус маршруты асырға ҡарар итә. Шоферҙың ауылдан булыуын шарт итеп ҡуялар, сөнки автобус район үҙәгенә башланғыс пункттан иртән ҡуҙғалып, кис ҡайтырға тейеш була.
Ауылдаштары бер һүҙҙән Иштимер Мөхәмәткилдинды тәҡ-дим итә. АТП етәкселеге ныҡыша торғас, уны ауылға ҡайтырға күндерә. Был 1989 йыл була. Ошо мәлдән алып Иштимер Һибәт улы Аһылай халҡын ғына түгел, юл ыңғайындағы Байым, Ташбулат, Таштимер ауыл биләмәләре ауылдарынан да пассажирҙар ташыу менән мәшғүл. Ул ғына ла түгел, Асҡарҙа көноҙоно буш ултырмай ул, Магнитогорск ҡалаһына ла бер рейс яһай. Әлбиттә, үҙгәрештәр осоронда, АТП бөтөрөлгәс, был маршрут эшҡыуар Ә. Ғайсин эшмәкәрлегендә. Үҙе эшләгән ойошма исеме нисек кенә үҙгәрһә лә, водитель Иштимер Һибәт улы әле лә эшен урын-еренә еткереп башҡарыуын дауам итә.
2017 йыл йомғаҡтары буйынса И. Һ. Мөхәмәткилдиндың «Һөнәре буйынса иң яҡшы» тип табылыуы тырыш, уңған водителдең хеҙмәтенә оло баһа.
Абруйлы водителдең ғаиләһе хаҡында ла әйтеп үтергә кәрәктер. Йүнәлтмә буйынса Аһылай мәктәбенә уҡытыусы итеп ебәрелгән Рысҡужа ауылы ҡыҙы Илүзә Яҡупова менән ғаилә ҡора улар. Ғаиләлә ике ҡыҙ һәм бер ул үҫә, балаларының һәр ҡайһыһына тормошта үҙ юлдарын табырға ярҙам иткәндәр. Өлкән ҡыҙҙары Айзилә әсәһе юлынан китеп, уҡытыусы һөнәрен алған, Белорет ҡалаһында йәшәй. Ире Азат менән Аяз исемле ул үҫтерәләр. Земфир Өфөлә эшләй. Медицина институтын тамамлаған Зәлиә лә ғаиләһе менән башҡалала төпләнгән.
Мөхәмәткилдиндар ауылда өлгөлө ғаиләләрҙән һанала. Шәхси ихатала мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрала, баҡса үҫтерелә. Донъялары етеш, матур.
35 йыл ғүмерен водитель һөнәренә бағышланғанға бер ҙә үкенмәй И. Мөхәмәткилдин. «Ваҡыт тәгәрмәсен кирегә әйләндергәндә лә, ҡабаттан ошо профессияны һайлар инем», — ти ул.