Ерҙә кеше һөйәгенән
Убалар үҫкән…
Тел — тере шишмә — үлмәгән,
Бөгөнгә еткән !
Шул тел менән тыуҙым, үҫтем,
Торам бөгөн дә.
Аңлай мине ғәзиз халҡым
Туған телендә.
Минең телем — тыуған ерем,
Әсәм тауышы,
Халҡымдың бай хазинаһы,
Таҙа намыҫы!
Ерҙә халыҡ йәшәй икән, —
Теле лә йәшәй!
Телен асҡанда,һәр бала
Әйтәсәк «Әсәй!».
Арҙаҡлы башҡорт яҙыусыһы Баязит Бикбайҙың тел тураһындағы ошо шиғыры хәҙерге ваҡытта тыуған телде һаҡлап ҡалыу бурысына лозунг кеүек янғырай. Ысынлап та, балаларҙың урыҫ һәм башҡорт телендә ҡатнаш һөйләше күптәрҙе борсой, уйландыра. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ата-әсәләрҙең балаларына тел ҡәҙерен тейешенсә аңлата алмауы, йәки тик урыҫ телендә аралашыуы хәлде тағы ла ҡатмарлаштыра.
Изге, бөйөк «Әсәй» һүҙе лә «Мама, мамочка, мамуля» һүҙҙәргә әйләнде. Балалар баҡсаһы менән ата-әсәләрҙең берҙәм булыуы ғына ниндәйҙер үҙгәреш булдырасаҡ. Бала күңеле үҙе бер сихри әкиәт доньяһы. Шуның өсөн балала туған теленә ихтирам һәм ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү өсөн әкиәттәр доньяһы йоғонтоһо аша эш итеү отошло, минеңсә.
Тәрбиә маҡсаттарына ярашлы беҙҙең «Миләш» балалар баҡсаһында һәр төркөмдә йәштәренә ҡарап «Театр мөйөштәре» булдырылған. Күҙҙең яуын алырҙай, сағыу, үҙенсәлекле әкиәт персонаждары үҙенән-үҙе бала күңелен арбай, ҡыҙыҡһыныу уята.
«Театр мөйөшөн» йылдан-йыл тулыландырыу тәрбиәселәрҙең генә түгел, ә ата-әсәләрҙең дә ғәҙәтенә ингән. Пластик, ағас, туҡыма, ҡағыҙ ҡулланып ҡулдан эшләнгән һындар кибет кәштәләрендәгеләргә ҡарағанда үҙенсәлекле. Һәр төркөмдә башҡорт халыҡ әкиәттәре буйынса асыҡ дәрестәр үткәрелә, һүрәттәр төшөрөү конкурстары, викториналар ойошторола, әкиәттәр сәхнәләштерелә...
Әкиәтте һөйләп ишеттереү генә түгел, ә уны бала күңеле аша үткәреп, башҡорт телендә сәхнәләштерә алыу үҙе бер ҙур ҡаҙаныш, балалар һәм ата-әсәләр менән эш итә белеү күрһәткесе.
Бар теләгебеҙ — башҡорт тарихына, мәҙәниәтенә битараф булмаған балаларыбыҙ үҙ ерендә ғорур баҫып торһон, үҙ телендә аралашһын һәм рухлы булып ҡалһындар ине.
Азалия ӘҺЕЛОВА,
«Ҡурай» төркөмө тәрбиәсеһе.