Ошо көндәрҙә йәмәғәтселек социаль хеҙмәткәрҙәр көнөн — иң мәрхәмәтле һөнәр эйәләре байрамын билдәләне. Улар мөмкинлектәре сикләнгән, һаулығы ҡаҡшаған кешеләргә, оло йәштәгеләргә көндәлек мәшәҡәттәрен еңеләйтергә ярҙам итә. Ябай ғына тойолған эштәрҙе атҡарыу өсөн социаль хеҙмәткәр ярҙамға мохтаж кешене тыңлай белергә, йылы һүҙен йәлләмәҫкә тейеш. Сөнки был һөнәрҙең төп нигеҙе — кешелеклелек, итәғәтлелек һәм иплелек.
Үтәгән ауылында йәшәүсе Гөлнәзирә Йәһүҙинаның социаль хеҙмәткәр булып эшләүенә алты йыл. Ул Ишкилде һәм Үтәгән ауылдарындағы ярҙамға мохтаж булған кешеләрҙе хеҙмәтләндерә.
Был өлкәлә эшләү осоронда ул үҙе ҡараған апа-инәйҙәрҙең иң яҡын кешеһенә әйләнгән. Уларҙың сәләмәтлек торошона, нимәләрҙе эшләй алыу-алмауына ҡарап, төрлө эштәрендә ярҙам итә. Кемдер ашарға үҙе әҙерләй, ҡайһыларына социаль хеҙмәткәр булыша. Коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү, магазиндан аҙыҡ-түлек, аптеканан кәрәкле дарыуҙар алып килеү, ҡар көрәү, баҡсала эшләү, өй йыйыштырыу кеүек эштәрҙе лә башҡара ул.
— Беҙҙең эшебеҙҙә иң мөһиме — ололарға шәфҡәтле мөнәсәбәт, кәрәкле иғтибар. Йылы һүҙ — йән аҙығы, тигәндәй өлкән йәштәгеләргә шул да етә. Уларҙы аңлай, тыңлай белергә генә кәрәк, — ти Гөлнәзирә Ильяс ҡыҙы. — Өлкән кешеләрҙең төрлө ваҡыты була: ауырып киткән, кәйефһеҙ саҡтары – бындай ваҡытта табип та, психолог та, серҙәш тә була белеү мөһим.
Эше менән яҡындан танышыу маҡсатында бергәләп, ул хеҙмәтләндергән ғаиләләрҙә булдыҡ. Кемгә генә инһәк тә, һәр кем Гөлнәзирә Йәһүҙина тураһында тик яҡшы, йылы һүҙҙәр әйттеләр, уны маҡтап бөтә алманылар.
— Ярҙамсыбыҙҙан уңдыҡ. Хәлебеҙҙән килмәгән эштәрҙе йүгереп йөрөп башҡара. Эшенән бик ризабыҙ, — тип ҡыуаныстарын йәшермәй етмеште үткән Мөхәмәт менән Гөлшат Фәтхуллиндар.
81 йәшлек Мәфтуха инәй Ялмырҙина менән Ғәйнур Нурғәлина ла Гөлнәзирә Ильяс ҡыҙын көтөп ала. «Ярай әле беҙҙең кеүек ярҙамға мохтаждарға, яңғыҙ йәшәүселәргә социаль хеҙмәткәрҙәр бар. Оло кешенең хәлен үҙегеҙ беләһегеҙ, бөгөн һәйбәт, ә иртәгә урынынан да тора алмаҫҡа мөмкин. Шул тиклем ярҙамсыл, яғымлы Гөлнәзирәбеҙҙе үҙ ҡыҙыбыҙҙай яҡын күрәбеҙ», — ти инәйҙәр.
Эшендә маҡтаулы хеҙмәткәр булһа, ғаиләһендә уңған хужабикә, хәстәрлекле әсәй. Әбйәлил юл ремонт-төҙөлөш идаралығында водитель булып эшләгән тормош иптәше Солтан Йәһүҙин менән өс бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Ҡыҙҙары Гөлниса Өфө медицина университетының бишенсе курс студенткаһы. Дилә шулай уҡ башҡалала, ул Ф. Мостафина исемендәге гимназияның унынсы класында уҡый. Әсғәт нефть институтының магистратураһында белемен камиллаштыра.
Ауылда абруйлы, өлгөлө ғаиләләрҙән һаналған Йәһүҙиндар йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша, күп сараларға бағымсылыҡ та итәләр.
Нурзилә БАЙГИЛДИНА.