Ишембай ҡалаһындағы Рәсәй Геройы А. В. Доставалов исемендәге башҡорт кадет корпусы РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм Һауа-десант ғәскәрҙәре өсөн белгестәр әҙерләй. Быйыл корпус 6-сы, 7-се һәм 8-се класҡа уҡыусылар ҡабул итә.
Түбәнге Кама ҡалаһындағы Советтар Союзы Геройы Г. Б. Сафиуллин исемендәге Татарстан кадет корпусы РФ Ҡораллы Көстәренең ҡоро ер ғәскәрҙәре өсөн белгестәр әҙерләй. Быйыл 5-се һәм 10-сы класҡа кадеттар ҡабул ителә.
Воткинск ҡалаһындағы Советтар Союзы Геройы В. Г. Стариков исемендәге Удмурт кадет корпусы РФ Ҡораллы Көстәренең Хәрби-диңгеҙ флоты һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы өсөн белгестәр әҙерләй. Быйыл 5-се класҡа курсанттар ҡабул ителәсәк.
Түбәнге Новгород ҡалаһындағы армия генералы В. Ф. Маргелов исемендәге кадет корпусы РФ Ҡораллы Көстәренең Һауа-десант ғәскәрҙәре өсөн белгестәр әҙерләй. Һәр кадет уҡыу осоронда кәмендә өс тапҡыр парашют менән һикерә, «В» һәм «С» категориялы водителдәр курсында уҡый ала. Быйыл корпус 7-се һәм 10-сы класҡа курсанттар ҡабул итә.
Бөтә кадет корпустарындағы кластар тик малайҙарҙан туплана. Улар бөтә уңайлыҡтары булған ятаҡтарҙа йәшәй. Учреждение курсанттары спорт ҡаласығында, физкультура комплексында, бассейнда, гимнастик залдарҙа шөғөлләнә, Ҡораллы Көстәр сафында хеҙмәт итеүгә төплө әҙерлек үтә, сафта атлап йөрөргә өйрәнә. Кластар кәрәкле заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған, теүәл фәндәрҙе өйрәнеүгә өҫтөнлөк бирелә.
Курсанттарҙы ысын ир-егет итеп тәрбиәләү маҡсатында һәр төрлө спорт секциялары эшләй. Шулар иҫәбендә — армия ҡул һуғышы, баскетбол, волейбол, футбол, еңел атлетика, дзюдо, ат спорты, бокс, көрәш, мини-футбол, шахмат, регби, авиамоделдәр яһау, робототехника, кроссфит түңәрәктәре бар.
Балаларығыҙҙы кадет корпустарына уҡырға ебәрергә теләгегеҙ булһа, тулыраҡ мәғлүмәтте был учреждениеларҙың рәсми сайттарында табырға була:
www.bkkpfo.ru,
www.kadet-nk.ru,
www.ukk-pfo.com,
www.kadet-mvf-nn.narod.ru,
www.chebcadet21.ru