Төрлөһөнән
2 Апреля 2021, 06:13

Беҙҙең йәшлек эҙҙәрен һаҡлай «быткомбинат»

Үткән йәкшәмбелә торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләне.

Үткән йәкшәмбелә торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләне. Коммунальниктар менән бергә элек халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеүселәр ҙә был байрамды билдәләй торғайны. Халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәткән, халыҡ телендә «быткомбинат» тип йөрөтөлгән предприятие күптән бөтөрөлһә лә, оҙаҡ йылдар халыҡ мәнфәғәтендә эшләгәндәрҙең күңелендә ул йылдар яҡты хәтирәләр булып һаҡланалыр, моғайын.
Мәктәпте тамамлағандан һуң, мин Баймаҡ ҡалаһындағы 39-сы һөнәрселек училищеһында тегенсегә уҡыным. 1971 йылда бергә уҡыған утыҙ ҡыҙҙың 15-е район көнкүреш йортонда эш башланыҡ, арабыҙҙа башҡа райондарҙан булһалар ҙа, Асҡарҙа практика үтеп, эшкә килгәндәр ҙә булды.
Ике ҡатлы яңы, иркен бинала урынлашҡан ине көнкүреш йорто. Унда кейем-һалым тегеү менән бер рәттән аяҡ кейемдәрен йүнәтеү, көнкүреш техникаһын ремонтлау буйынса хеҙмәттәр күрһәтелде, фотограф, бөҙрәхана эшләне.
Мин эшкә килгәндә предприятиеға Н. Ғ. Нурғәлин етәкселек итә ине. Әҙәпле, тыйнаҡ, аҡыллы Нәғимйән Ғәлимйән улының бер ваҡытта ла кемгәлер тауыш күтәргәнен ишеткәнем булманы, бәхәсле осраҡтар килеп тыуған хәлдә лә, тыныс хәл итә торғайны.
Рәшиҙә, Сания апайҙар (бергә эшләгән ваҡыттарҙан илле йыллап ваҡыт үткәнгә, фамилиялары онотолған) кейем бесеүсе инеләр.
Тегенселәр Сания, Фәниә, Рәйсә, Мөъминә һәм Бибиәсмә апайҙар баш күтәрмәй эшләне, заказдар бер туҡтауһыҙ килеп кенә торҙо. Әле генә уҡыу тамамлап ҡайтҡан беҙҙең, йәштәрҙең, оҙаҡ ултырырға түҙемлегебеҙ етмәй. Быткомбинат ҡаршыһында ғына урынлашҡан хәрби комиссариатта армияға киткән егеттәрҙе тәҙрә аша күҙ ҙә алмай күҙәтә инек.
Бөгөн бассейн урынында булған ятаҡта йәшәнек. Нишләптер клубҡа бейергә-йырларға йөрөмәгәнбеҙ, уның ҡарауы спорт сараларында әүҙем булдыҡ. Комсомолдың гөрләп эшләп торған сағы, район комитеты ойошторған бер саранан да ҡалманыҡ. Хатта йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡаным өсөн ВЛКСМ район комитеты биргән Почет грамотаһы ла һаҡлана.
Кемдер берәү ситтән килеп тегенселәрҙе юрған күбергә өйрәтте. Был кәсеп күптәргә артабанғы тормошта кәрәк булды. Йола буйынса ҡәйнә йортона оҙатылған килендең ҡаралтыһы булыуы мотлаҡ һанала ине бит. Мин кейәүгә сыҡҡас, әсәйемдең ҡулдары һыҙлағас, юрғандарҙы үҙемә үҙем эшләнем.
Бер аҙ тегенсе булып эшләгәндән һуң, мине заказдарҙы ҡабул итеүсе итеп күсерҙеләр. Нимәнелер йүнәтергә, тегергә алып килгән һәр заказға квитанция тултырып, аҡсаһын ҡабул итеп торҙом. Көнкүреш хеҙмәте күрһәтеүселәр эшенә ихтыяж ҙур булды ул замандарҙа. Кемдер эшләмәгән телевизор-радиоһын, һыуытҡыс-сепараторын, башҡа көнкүрештә ҡулланылған техникаһын ремонтлатырға алып килә, кемдер өҫ һәм аяҡ кейемен йүнәттерә, күлдәк-салбарға ғына түгел, пальто-тундарға ла заказ бирә. Сибайҙан, Баймаҡтан һатыуға трикотаж кейемдәр килтерелә.
Фотограф Александр Лавренов (уны барыһы ла «дядь Саша» тип йөрөттө) тотош районға бер үҙе булды. Кейемдәрҙе буяу-таҙартыу ҡоролмаһы Баймаҡ ҡалаһында ғына булғанлыҡтан, «химчистка»ға килгән заказдар артабан шунда ебәрелде.
Быйма баҫыу цехы гөрләп эшләп торҙо. Эш хаҡы яҡшы булғас, күп тегенсе ҡыҙҙар шунда эшкә күсте.
Көнкүреш йортоноң көплө бер йөк машинаһы булды. Уның менән ауылдарға тауарҙар сығарып һаттыҡ, заказдарға ла йөрөнөк, тәбиғәт ҡосағына ял итеүгә сығыуға ла шул машина ине.
Ике-өс йыл үтеүгә училищенан һуң килгән ҡыҙҙар бер-бер артлы эштән сығып, һәр ҡайһыһы ҡайҙалыр: кем ауылына, кем ситкә китә башланы. Шул мәлдә партия район комитеты вәкиле килеп, беҙҙе «Урал» совхозына һауынсы булып барырға өгөтләгәне хәтергә уйылып ҡалған. Әлбиттә, хужалыҡҡа эшкә китеүселәр ҙә булды. Кемдәрҙер тормошҡа сығып, Асҡарҙы үҙ итте.
Мин Магнитогорск ҡалаһында бухгалтерҙар әҙерләү мәктәбен тамамланым һәм шул өлкәлә оҙаҡ йылдар хеҙмәт юлы үтеп, хаҡлы ялға сыҡтым. Хәҙер инде һәр ҡайһыбыҙ өләсәй. Шулай ҙа йәшлек йылдары тураһындағы йылы хәтирәләр йөрәк түрендә һаҡлана.
Бергәләп төшкән фотоһүрәттән, күптәр үҙҙәрен таныр, бергә уҡыған, эшләгән йылдарҙы иҫкә алыр, тигән ышаныста ҡалам.
Шәкирә КӘРИМОВА (Иҫәндәүләтова).
Йәнгел ауылы.
Читайте нас