Төрлөһөнән
6 Апреля 2021, 07:15

Питер каникулдары

1-се Асҡар урта мәктәбенең 10-сы класында уҡыусы Тал Ҡусҡары ауылы егете Динар Дәүләтшин фото төшөрөү менән мауыға. Ябай смартфон камераһына мәңгеләштерелгән һүрәттәр үҙенсәлекле ракурсы, авторҙың ижади ҡарашы менән айырыла. Нигеҙҙә тәбиғәт күренештәрен, төрлө биналарҙы төшөрә Динар.

1-се Асҡар урта мәктәбенең 10-сы класында уҡыусы Тал Ҡусҡары ауылы егете Динар Дәүләтшин фото төшөрөү менән мауыға. Ябай смартфон камераһына мәңгеләштерелгән һүрәттәр үҙенсәлекле ракурсы, авторҙың ижади ҡарашы менән айырыла. Нигеҙҙә тәбиғәт күренештәрен, төрлө биналарҙы төшөрә Динар.
– Был мауығыу менән инде бер йыл «ауырыйым». Еҙнәйем профессиональ фотограф. Элегерәк уның эшен бөтөнләй аңламай, сәйер кеше тип ҡарай торғайным. Хәҙер үҙем дә шулай – күңелемә оҡшаған илаһи мәлдәрҙе, хатта хис-тойғоларҙы объективта эләктереп ҡалырға тырышам. Һүҙ менән һүрәтләп булмаған, кире ҡабатланмаҫ матурлыҡты яңынан күрер-кисерер өсөн иҫтәлеккә фотолар ҡалыуы яҡшы бит! – ти илһам ҡанаттарында елкенгән егет.
Уның фотоларын «Инстаграм»да дуҫтары, тиҫтерҙәре «лайыҡ»тар менән баһалап, дәртләндереп тора.
Санкт-Петербургта йәшәүсе ағаһы Динарҙы яҙғы каникулға ҡунаҡҡа саҡырған. Ҙур мегаполистағы һәр көнө иҫтәлекле ваҡиғаларға, тарихи экскурсияларға бай булған.
– Ҡала үҙенең архитектураһы менән һоҡландырҙы. Ҡайҙа ҡарама – музейҙар һәм сувенир магазиндары. Көндәр ҙә ҡояшлы матур торҙо. Әлбиттә, был гүзәллекте фотоларҙа мәңгеләштермәйенсә түҙә алманым. Беренсе көндә Аврора крейсерында, «Зингер» йортонда, Ҡазан соборонда һәм мосолман мәсетендә булдыҡ. Икенсе көнөм Эрмитажда уҙҙы, ул ғәйәт ҙур һәм иҫ киткес матур! Исаакиевский собор үҙенең мөһабәтлеге менән ғәжәп итте, әйткәндәй, уның колонналарында фашист пулялары урындары бар. Өсөнсө көндә Кунсткамерала булдыҡ, дөрөҫөн әйткәндә, унда бик ҡурҡыныс. Фин ҡултығы хозурлығы менән әсир итте. Петропавловский ҡәлғәһен дә күрҙек. Өс көн бик тиҙ уҙҙы. Тағы ла әҙерәк ваҡыт булһа, Кронштадтҡа һәм Выборгҡа ла барып етә инек. Шуны ла әйткем килә: ҡала минең ҡарт олатайымдың эҙҙәрен һаҡлай. Бөйөк Ватан һуғышы яугиры Ишмөхәмәт Ғәйетбаев Ленинградты обороналауҙа ҡатнаша. Дошман менән һуғышҡан олатайымдың ҡаһарманлығы арҡаһында илебеҙҙең күркәм ҡалаһы урамдары буйлап йөрөү бәхете тейҙе миңә, – тип каникул тәьҫораттары менән уртаҡлашты ижади күңелле егет.
Читайте нас