Быйылғы Хәрби комиссариаттар хеҙмәткәрҙәре көнө был һөнәргә егерме йыл самаһы ғүмерен бағышлаған район комиссариатының хәрби хеҙмәткә саҡырыу бүлексәһе начальнигы Фирүзә Шакирйәнова өсөн айырыуса тулҡынландырғыс һәм иҫтәлекле булды. Уға оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне өсөн Рәсәй оборона министры Сергей Шойгу исеменән «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы тапшырылды.
Тормошта йыш шулай була: бала нимәлер хаҡында хыяллана, әммә уға ынтылмай, таныш, тапалған юлдан китә, ә тормош үҙе уны бер ваҡыт барыбер кәрәкле һуҡмаҡҡа сығарып ҡуя. Ҡырҙас мәктәбен яҡшы билдәләргә генә тамамлаған, һәр ваҡыт пионер отряды, дружина советы рәйесе, комсорг эштәрен башҡарған Фирүзә менән дә шулай. Ул совет осоронда хәрбиҙәр һәм милиционерҙар тураһында кинолар ҡарарға ярата һәм үҙе лә шундай ҡыйыулыҡ, теүәллек талап иткән һөнәр эйәһе булыу тураһында хыял итә. Әммә «пед»ты йә «мед»ты һайлаған бөтә ауыл ҡыҙҙары кеүек, Башҡорт дәүләт педагогия институтының педагогика һәм психология бүлегенә уҡырға инә. Мәктәпкә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып барған йәш белгескә ниңәлер химия дәрестәре тәҡдим итәләр, ә ул баш тарта. Шулай аптырап ҡалған мәлдә уға таныштары көҙгө саҡырылыш мәлендә хәрби комиссариатҡа ваҡытлы эшкә техник хеҙмәткәрҙәр йыйыуҙары тураһында әйтәләр. Шунда йәш ҡыҙ «Хыялдар тормошҡа аша!» тигән һүҙҙәрҙең бушҡа әйтелмәүен тойомлай. Эшкә яуаплы ҡараған етди хеҙмәткәрҙе бында ҡулдан ысҡындырмайҙар, саҡырылыш тамамланғас та, шул уҡ вазифала даими эшкә алып ҡалалар.
Күп тә үтмәй Фирүзә Асҡар егете Рөстәм Шакирйәновҡа кейәүгә сыға, улдары Рушан тыуа. Фирүзә бәләкәй бала менән балалар баҡсаһында эшләүҙе хуп күрә. Ләкин һигеҙ айҙан хәрби комиссариатҡа кире саҡыралар һәм ул күңеле тартҡан урынға ҡыуана-ҡыуана кире бара. 2007 йылда хәрби хеҙмәткә саҡырыу бүлексәһе начальнигының өлкән ярҙамсыһы итеп үрләтәләр, ике йылдан бүлексә етәксеһе итеп тәғәйенләйҙәр.
— Ҡул аҫтындағы ике хеҙмәткәрем менән йәш егеттәрҙе хәрби иҫәпкә алыу, хеҙмәткә саҡырыу, уларға ғәскәр төрөн һайлау, әрмегә әҙерләү менән шөғөлләнәбеҙ. Призывниктар, һалдаттар менән генә түгел, уларҙың ата-әсәләре менән дә даими бәйләнештә булырға тура килә. Миңә бындай саҡта психолог һөнәре алыуым ярҙам итә. Армия күп осраҡта малайҙарҙан ир-егет яһап ҡайтара. Һалдат һурпаһын татып ҡараған кешеләр тормошта ла үҙҙәрен ышаныслыраҡ, булдыҡлыраҡ тота. Шуға беҙ хеҙмәт итеп ҡайтҡан егеттәрҙән дә, ата-әсәләренән дә рәхмәт һүҙҙәре йыш ишетәбеҙ, — тип һөйләй Фирүзә Садиҡ ҡыҙы.
Ғаиләле ҡатын-ҡыҙға ир-егеттәр коллективында, командировкаларға йыш йөрөй торған эштең ҡатмарлы булыуы аңлашыла. Шуға мәҡәләмдең геройы үҙенең тормош иптәшенә аңлап ҡарағаны һәм терәк булғаны өсөн рәхмәтле.
— Фирүзә Шакирйәнова менән 10 йылдан артыҡ ҡулға-ҡул тотоноп эшләйбеҙ. Миңә уның эшен теүәл белеүе һәм яратып башҡарыуы, яуаплы ҡарауы, грамоталы, принципиаль булыуы оҡшай. Хеҙмәткәребеҙҙең лайыҡлы эше оборона өлкәһендә мөһим награда — «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы менән билдәләнеүенә бик шатмын, — тип ҡотланы уны райондың хәрби комиссары Рөстәм Ғәҙелшин.