СССР-ҙың тәүге космонавты Юрий Гагарин бөйөк осошонан ике көн алда ҡатынына хат яҙа. Әммә Валентина Ивановнаға был сәләм 7 йылдан һуң ғына һуң ғына килеп етә. Уны ире 1968 йылдың 27 мартында авиакатастрофала һәләк булғандан һуң ғына тапшыралар. Ниңә хат шулай оҙаҡлай? Унда нимә яҙылған була? Әйҙәгеҙ, уҡып ҡарайыҡ әле.
“Һаумыһығыҙ, минең һөйөклөләрем Валя, Лена һәм Галя!
Бына һеҙгә бер нисә юл яҙып, өлөшөмә төшкән бәхет һәм шатлыҡ менән уртаҡлашмаҡсы булдым. Бөгөн хөкүмәт комиссияһы мине беренсе булып космосҡа ебәрергә ҡарар итте. Ҡәҙерлем Валюша, мин шул тиклем ҡыуандым һәм һеҙҙең дә минең менән бергә шатланыуығыҙҙы теләйем. Космосҡа тәүге юлды һалыу кеүек мөһим дәүләт эшен миңә, ябай кешегә, йөкмәттеләр.
Шунан да ҙур нәмә хаҡында хыялланып буламы икән? Был бит тарих, был бит яңы эра! Бер көндән мин осорға тейеш. Был ваҡытта һеҙ үҙ эштәрегеҙ менән булышасаҡһығыҙ. Ә минең иңгә ҙур бурыс ятты. Уға тотонорҙан алда бер аҙ һеҙҙең менән булғым, һөйләшеп алғым килә. Тик һеҙ минән йыраҡ. Шулай булһа ла, һеҙҙе һәр ваҡыт эргәмдә итеп тоям.
Техникаға мин тулыһынса ышанам. Ул тейешенсә эшләр ул. Әммә шулай ҙа була бит: тигеҙ ерҙә абынып, кеше муйынын һындыра. Бында ла шулай булыуы мөмкин. Әммә мин быға ышанмайым. Әгәр бер-бер хәл була ҡалһа, Валюша, тәү сиратта һинән бөтөрөнмәүеңде һорайым. Был тормош бит инде, иртәгә машина тапап китмәҫ тип бер кем дә гарантия бирә алмай. Зинһар, беҙҙең ҡыҙҙарҙы һаҡла, мин яратҡан кеүек ярат. Уларҙы иркә итеп, аҡһөйәктәр итеп үҫтермә, ә тормош һикәлтәләрен ҡурҡмай үтә алған, яңы йәмғиәткә – коммунизмға лайыҡлы ысын кешеләр итеп тәрбиәлә. Ә шәхси тормошоңдо намыҫың ҡушҡанса, үҙең кәрәкле тип тапҡанса ҡор. Мин һиңә бер ниндәй ҙә йөкләмәләр һалмайым, улай итергә хаҡым да юҡ. Бигерәк ауыр хат килде лә сыҡты. Үҙем быға ышанмайым. Һәм һин уны бер ҡасан да күрмәҫһең тип ышанам.
Ә мин ҙур булмаған ғүмеремде намыҫлы, кешеләргә файҙалы итеп йәшәнем. Ҡасандыр бала саҡта В. П. Чкаловтың: “Булырға икән – беренсе булырға!” - тигән һүҙҙәрен уҡығайным. Һәм шундай булдым һәм аҙаҡҡаса булырға тырышам. Валечка, был осошто мин коммунистик йәмғиәткә аяҡ баҫасаҡ халҡыма, бөйөк Тыуған илебеҙгә, фәнебеҙгә бағышлайым. Тағы бер нисә көндән беҙ бергә һәм бәхетле булырбыҙ тип өмөт итәм.
Валечка, һин әсәйем менән атайымды онотма, мөмкинселегең булһа – ярҙам ит. Уларға минән күп сәләм тапшыр. Бер нәмә белгертмәгәнем өсөн мине ғәфү итһендәр, сөнки улар белергә тейеш тә түгел ине. Булды шикелле. Һау булығыҙ, ҡәҙерлеләрем. Һеҙҙе ныҡ итеп ҡосаҡлайым һәм үбәм. Сәләм менән атайығыҙ һәм Юра. 10. 04. 61.”
Гагарин ҡатынына хатты осош уңышһыҙ тамамланған осраҡта ғына тапшырырға һораған була. Ә Юрийҙың космоста булыуы хаҡында Валентина радионан ишетеп кенә белә. Беренсе космонавт ергә имен-һау әйләнеп ҡайтҡанлыҡтан, хат эйәһенә тапшырылмай ҡала.
Валентина Гагарина башҡаса тормошҡа сыҡмай, ғүмерен балаларына, ейәндәренә арнай, 30 йылдан артыҡ Осоштар менән идара итеү үҙәгендә лаборатория хеҙмәткәре булып эшләй. Ул баҫалҡы кеше булараҡ, дан һәм билдәлелек көҫәмәй. 1981 йылда тормош иптәше тураһында “108 минут һәм бөтә ғүмер” тигән китап яҙа. Ул былтыр 84 йәшендә баҡыйлыҡҡа күсте.