Төрлөһөнән
12 Апреля 2021, 11:00

Йыһанға осоу тураһында ниҙәр беләһегеҙ?

60 йыл элек Советтар Союзы бөтә донъяны шаулата — йыһанға кеше осора һәм ул, тәүге космонавт Юрий Гагарин Ер шарын бер тапҡыр урап осоп үтеп, имен-һау әйләнеп ҡайта.

60 йыл элек Советтар Союзы бөтә донъяны шаулата — йыһанға кеше осора һәм ул, тәүге космонавт Юрий Гагарин Ер шарын бер тапҡыр урап осоп үтеп, имен-һау әйләнеп ҡайта. Ул осорҙа космонавт булырға хыялланмаған, йыһан, астрономия менән ҡыҙыҡһынмаған балалар һирәк булғандыр. Ә шулай ҙа космонавтика тураһында яҡшы беләһегеҙме икән? Һеҙҙең иғтибарығыҙға викторина тәҡдим итәбеҙ. Үҙегеҙҙе тикшереп ҡарағыҙ.
1. Юрий Гагарин тәүге осош яһаған йыһан карабы нисек аталған?
1) «Восток-1»; 2) «Союз-1»; 3) «Буран».
2. Осош мәлендә тәүге космонавҡа ниндәй «позывной» бирелгән?
1) «Бук»; 2) «Клен»; 3) «Кедр».
3. Тәүге космонавт булараҡ дан ҡаҙанғанға тиклем Юрий Гагарин ниндәй хәрби званиела була?
1) Лейтенант; 2) Өлкән лейтенант; 3) Капитан.
4. Донъялағы иң ҙур космодромдың исеме?
1) Плесецк; 2) Байконур; 3) Канаверал.
5. Йыһанға тәүге тапҡыр осҡанда космонавт Герман Титовҡа нисә йәш була?
1) 21; 2) 22; 3) 25; 4) 26.
6. Советтар Союзында һәм Рәсәйҙә нисә ҡатын-ҡыҙ космонавт бар?
1) 4; 2) 12; 3) 15; 4) 23.
7. Ер шарының юлдашы — Ай өҫтөнә төшкән тәүге совет планета-ара станцияһы нисек атала?
1) «Луна-2»; 2) «Спутник-2»; 3) «Пионер-1».
8. «Мир» орбиталь станцияһы нисәнсе йылда эшләй башлай?
1) 1972; 2) 1980; 3) 1986.
9. Алексей Леонов һәм Павел Беляев идара иткән аппарат илдең ҡайһы төбәгендә ергә төшә?
1) Пермь; 2) Төмән; 3) Ульяновск.
10. Белка һәм Стрелка тураһында барығыҙ ҙа беләһегеҙ, ә ниндәй йәнлек бер ҡасан да йыһанға осмаған?
1) Бесәй; 2) Ҡуян; 3) Гөбөргәйел.
Читайте нас