- Өфөнән Күмертауға тиклем 240 саҡрым. Машинала - өс, автобуста биш сәғәт барырға;
«Орлан» Стәрлетамаҡҡа - ике, ә Күмертауға 3,5 сәғәттә барып етә, бөтөнләй хәүефһеҙ;
- поезда уңайлы вагондар, йомшаҡ ултырғыстар, ҙур тәҙрәләр, һауаны таҙартыусы кондиционерҙар, видеокүҙәтеү системаһы, янғын һәм һаҡ сигнализацияһы;
- билеттарҙы ҡала яны, алыҫ араға йөрөгән поездарҙың кассаларында, шулай уҡ «Пригород» ҡушымтаһы аша онлайн һатып алырға мөмкин.
Билет алғанда һәм юлда паспорт йәки шәхесте раҫлаған башҡа документ кәрәк.
- юл хаҡы – 576 һум 40 тин. Уҡыусыларға, студенттарға (1 сентябрҙән 15 июнгә тиклем), хеҙмәт ветерандарына һәм уларға тиңләштерелгәндәргә, тыл эшсәндәренә, пенсионерҙарға (1 апрелдән 31 октябргәсә) 50% ташлама бар.