Төрлөһөнән
15 Апреля 2021, 07:15

Ағасты бысҡы ...ҡотҡара

Һүрәттәге 15-метрлыҡ ҡул ҡасандыр урмандағы иң бейек ҡарағай булған. Ағастың яҙмышы уны Ҡужан ҡарағастары менән сағыштырып ҡарауға этәрҙе.

Ҡар иреп, көндәр йылыныу менән белгестәр бөҙрә ҡарағастарҙы ҡотҡарыу эштәрен тергеҙергә ҡарар иттеләр. Уларға ураҙа айында башлаған был изге ниәттәренә уңыштар теләйек.
Һүрәттәге 15-метрлыҡ ҡул ҡасандыр Уэльста үҫкән иң бейек ағас булған. Интернет киңлектәрендә осраған был мәғлүмәт Ҡужан ҡарағастары менән сағыштырыу яһауға этәрҙе. Беҙҙә гөрләп үҫеп ултырған ӨЛТӨК ҠАРАҒАСТАРҘЫ оятһыҙ әҙәмдәр бысҡы менән әрәм иткән саҡта, Англияла Саймон О'Рурк исемле бер кеше шул уҡ эш ҡоралы ярҙамында ҡырҡылырға тейеш ағасты ла ҡотҡарып ҡалған.
Бөйөк Британиялағы Вирнуи урмандарында үҫкән был ағасты көслө дауыл яртылаш һындыра. Уны төбөнән ҡырҡып ташларға йыйыныуҙарын белгәс, тәбиғәт ҡомартҡыларын һаҡлаусы хәйриә ойошмаһы ҡотҡарырға була. Рәссам-эколог Саймон О'Рурк бензобысҡы ярҙамында ҡарағайҙан скульптура яһап мәңгеләштерергә ҡарар итә. Шул рәүешле “Вирнуиның гигант ҡулы” исеме аҫтында һауаға ынтылған ғәйәт ҙур ҡул пәйҙә була. Ул гигант ағастар араһындағы иң бейек ағастың күккә етергә ынтылышын һынландыра, ти автор.
Бына шулай бензобысҡы ярҙамында матурлыҡты юҡ итергә лә, матурлыҡты яһарға ла була.
Рәхимә МУСИНА.
Читайте нас