Яҙғы ташҡын ваҡытында Башҡортостанда 149 йорт, 822 йорт яны биләмәләре, 19 юл участкаһы, 3 күпер һыу аҫтында ҡалды. Был турала бөгөнгө ташҡын буйынса брифингта республика МЧС начальнигы урынбаҫары Эдуард Иҙрисов белдерҙе. Өфө, Ҡырмыҫҡалы, Бишбүләк, Саҡмағош, Мишкә райондарына, Белорет районының Түбәнге Әүжән поселогына, Өфө ҡалаһының Киров районына хәүеф янай. Ташҡындың юғары нөктәһе 4 көндән көтөлә.
Граждандарҙы яҡлау идаралығы начальнигы урынбаҫары Александр Григорьев белдереүенсә, быйыл яҙ йылғалар 7,5 метрға күтәреләсәк.
Брифингта Башгидромет мәғлүмәттәренә таянып, төбәктә бөтә йылғааларҙа ла һыу ике аҙнанан ҡайта башлаясағын, бөтә тиҙ ярҙам хеҙмәттәренең стихиялы осраҡтарға әҙер булыуын белдерҙеләр.