Төрлөһөнән
19 Апреля 2021, 08:05

Бөгөн - Мәшғүллек хеҙмәткәрҙәре көнө!

Быйыл Рәсәй мәшғүллек хеҙмәте үҙенең 30 йыллығын билдәләй. Ошо уңайҙан райондың социаль өлкәһенә 20 йыл намыҫлы хеҙмәт итеүсе 1-се класлы инспектор Гөлдәр Әйүпова “Һөнәре буйынса иң яҡшы” дипломына лайыҡ булды.

Быйыл Рәсәй мәшғүллек хеҙмәте үҙенең 30 йыллығын билдәләй. Ошо уңайҙан райондың социаль өлкәһенә 20 йыл намыҫлы хеҙмәт итеүсе 1-се класлы инспектор Гөлдәр Әйүпова “Һөнәре буйынса иң яҡшы” дипломына лайыҡ булды. Кемдәргә ҡасан да булһа хеҙмәт биржаһына мөрәжәғәт итергә тура килгән – барыһы ла клиенттарға яғымлы, кешелекле, ярҙамсыл булғаны, үҙ эшен теүәл башҡарғаны өсөн Гөлдәр Илдар ҡыҙына оло хөрмәт менән ҡарай...
Кемдәрҙең тормош юлы берәй ҡасан мәшғүллек үҙәге аша үтмәй – улар был хеҙмәттең ни тиклем кәрәк булыуы хаҡында уйлап та ҡарамай. “Донъяла эштән күп нәмә юҡ, биржаға тик ялҡауҙар тора”, - тигән фекер ҙә йәшәй халыҡ араһында. Әммә тормошта бит төрлө хәлдәр булыуы мөмкин. Әйтәйек, короновирус пандемияһы ваҡытында күптәргә, эшһеҙ ҡалып, ғаиләһен нәҡ мәшғүллек хеҙмәте түләгән пособие менән аҫырарға тура килде.
“Быға тиклем Урал аръяғы мәшғүллек үҙәгенең Әбйәлил бүлегендә йылына 250-300 кеше иҫәптә торһа, карантин ваҡытында был һан ҡапыл 5-6 тапҡырға артты ла ҡуйҙы, - тип һөйләй бүлектең инспекторы Гөлдәр Әйүпова. – Беҙҙең өсөн ал да, ял да, балалар, ғаилә ҡайғыһы ла бөттө, йыл буйына көнө-төнө тик эш менән йәшәргә тура килде. Бындай көсөргәнешлекте күтәрә алмай, оҙаҡ йылдар эшләгән коллегаларыбыҙ китте. Мин дә әллә нисә тапҡыр күтәрә һуғырҙай хәлгә еттем, әммә атай-әсәйемдең ярҙамы менән генә ауырлыҡты еңеп сыға алдым...”
Ҡасандыр минең үҙемә лә мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт итергә тура килгәйне. Иҫәпкә ҡуйыусым Гөлдәр Илдар ҡыҙы тураһында тәүге фекерем шундай булды: “Был ханым бик һәйбәт ғаиләлә үҫкән”. Ысынлап та, кешенең атай-әсәйҙән алған тәрбиәһе бөтә булмышында, һөйләшеүендә, үҙен тотошонда сағылып тора бит ул. Клиент менән яғымлы, йомшаҡ мөғәмәлә иткән, аралашыусан инспектор менән күптәнге таныштар кеүек һөйләштек тә киттек. Тәүге көндән уның “атайым шулай өйрәтте”, “атайым шулай тип әйтә торғайны” тип йыш ҡабатлауына иғтибар иттем. Асыҡланыуынса, Гөлдәр районда билдәле, хөрмәтле кеше, һәр ваҡыт етәксе урындарҙа эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан Илдар Иосиф улы Мамлеевтың ҡыҙы булып сыҡты.
Мәҡәлә өсөн әңгәмә ҡорғанда ла беҙҙең һүҙ әленән-әле ғаилә тәрбиәһе темаһына һуғылды. “Беҙ һеңлем менән мәктәпкә барғансы уҡ, мәҫәлән, помидор үренделәрен нисек өҙөргә (пасынковать) белә инек. Иртән тороуыбыҙға баҡсала көнө буйы башҡарылырға тейешле эштәрҙең исемлеге көтөп ята торғайны. Атай биш лейка һыу ҡой тип яҙып китеп, беҙ һеңлем менән иренеп, өсәүҙе ҡойһаҡ, ул ҡайтҡас, бармағы менән тикшереп алдашҡаныбыҙҙы белә ине. Бындай талапсанлыҡ, әлбиттә, беҙҙә тырышлыҡ, яуаплылылыҡ, эштән ҡурҡмау, уны еренә еткереп башҡарыу кеүек сифаттар тәрбиәләмәй ҡалманы”, - тип һөйләй Гөлдәр Илдар ҡыҙы. Үҙенең дә, Ләйсәндең дә баҡса, гөл-сәскә үҫтерергә яратыуы бәләкәй саҡтан килә. Ҡатын-ҡыҙ бешерә, тегә, бәйләй белергә тейеш тип, ҡыҙҙарын 9-сы кластан һуң педколледжға хеҙмәт уҡытыусыһына уҡырға ебәрәләр. Икеһе лә уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлай.
Гөлдәр мәктәптә оҙаҡ эшләп өлгөрмәй, тормошҡа сығып, бала тапҡас, иптәше менән ситтән тороп тау университетына уҡырға инәләр. Иҡтисадсы дипломын алғас, ул район халыҡты социаль яҡлау бүлегенә бара, субсидиялар бүлегендә әйҙәүсе белгес булып эш башлай. Бүлек ябылғас, Гөлдәр Илдар ҡыҙы мәшғүллек үҙәгенә инспектор булып күсә.
Бындай урында эшләү өсөн, минеңсә, тәү сиратта кешеләрҙе ниндәй булыуҙарына ҡарамаҫтан яратырға кәрәк. Сөнки мәшғүллек үҙәгенә күберәк тормошта үҙ урынын таба алмаған, шунлыҡтан донъяға асыулы, негатив ҡарашлы кешеләр килә. Уларҙы тыңлай, кәңәш бирә, йыуата, дәртләндерә белеү ҙә мөһим. Ошондай сифаттарға эйә булған геройымды тормошта нәҡ үҙ урынын тапҡан кеше тип атар инем. Бына 20 йыл инде ул райондың социаль өлкәһенә хеҙмәт итә.
Мәшғүллек инспекторының бурысы эшһеҙҙәргә пособие тәғәйенләп ултырыу ғына түгел. Бынан тыш, уның бурысы – эш биреүселәргә эшселәр, хеҙмәткәрҙәр, эш эҙләүселәргә эш табып биреү, уларҙы өҫтәмә һөнәргә уҡытыу, вакансиялар йәрминкәләре ойоштороу, клиенттарға консультациялар үткәреү һәм башҡалар. “Күпселек кеше тик пособие өсөн килә, минималь түләмгә йәшәргә риза, ә уҡырға, тәҡдим иткән һөнәр буйынса эшләргә теләмәйҙәр. Шуға мине уҡытығыҙ, йә эш табып бирегеҙ тип килгәндәргә беҙ ҡыуанабыҙ, ярҙам итергә тырышып торабыҙ. Ә инде беҙҙең үҙәк аша уҡып, һөнәре буйынса эшләп тә китһәләр – шатлығыбыҙҙың сиге булмай. Эшемде шулай кешеләргә кәрәк булғаны өсөн, һәр көн, һәр сәғәт кемгәлер булышлыҡ итеүҙән торғаны өсөн яратам ”, - ти Г. Әйүпова.
Мин дә ҡасандыр бында мине уҡытығыҙ тип һорап килгәйнем. Нәҡ Гөлдәр Илдар ҡыҙының ярҙамы менән күптән хыялланған психолог һөнәренә курс үттем. Дәүләт уҡыу өсөн дә, йәшәү өсөн дә түләүҙе үҙ өҫтөнә алып, шундай мөмкинлек булдырып тора икән – ниңә файҙаланмаҫҡа? Районда күпме ойошмалар, учреждениелар ябылып, күрше ҡалаларға күсерелеп бөттө. Ә бит мәшғүллек үҙәктәре һәр районда булыуын дауам итә, тимәк, ул кәрәк. Минең таныштарым, туғандарым араһында ла биржа аша төрлө һөнәрҙәргә уҡып, уңышлы эшләп йөрөгән кешеләр байтаҡ.
Гөлдәр Илдар ҡыҙының тырыш намыҫлы хеҙмәте быйыл район хакимиәтенең “Һөнәре буйынса иң яҡшы” дипломы менән билдәләнде. “Беҙҙең хеҙмәткәрҙәрҙең һәр береһе бындай баһаға лайыҡ”, - ти ул. Ысынлап та, тар ғына ҡараңғы бер бүлмәлә күмәкләп ултырған, иҫәпһеҙ-һанһыҙ документтар тултырған, бер-береһенә ҡамасауламаҫ өсөн, клиенттар менән ярым шыбырлап һөйләшергә мәжбүр булған, шундай шарттарҙа ла эргәләрендә ҡайнап торған халыҡ менән тыныс ҡына мөғәләмәлә ҡала һәм эшлекле мөхит һаҡлай белгән мәшғүллек үҙәге инспекторҙарының барыһына ла рәхмәт һәм һоҡланыу белдереп, Һөнәри байрамдары һәм Рәсәй мәшғүллек хеҙмәтенең 30 йыллығы менән ҡотлайһы, ауыр эштәрендә уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, сабырлыҡ, ғаилә бәхете теләйһе килә.
Читайте нас