Төрлөһөнән
19 Апреля 2021, 12:00

Милли проекттар поезы йөрөй башлай

Мәскәү метрополитенында милли проекттар тураһында һөйләүсе поезд юлға сығасаҡ.#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Уға ултырған пассажирҙар сәфәр дауамында илдә тормошҡа ашырылған милли проекттар тураһында мәғлүмәт тыңлаясаҡ. Әйткәндәй, һәр бер вагонда бер милли проект тураһында һүҙ бара. Мәҫәлән, беренсе вагонға ултырған кеше «Демография» проекты өҫтөнлөктәрен тыңлаһа, икенсе вагондағы пассажир «Экология» проекты хаҡында беләсәк — сүп-сарҙы айырым йыйыу, сортировкалау, урман ултыртыу, ирекмәнлек акциялары хаҡында мәғлүмәт яңғырай.
Өсөнсө вагонға үҙ бизенсын асырға теләгәндәр ултыра ала. Улар бында «Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү» проекты сиктәрендә башҡарылған эштәр, бизнесты үҫтереү юлдары хаҡында беләсәк.
Читайте нас