Апрелдә киләһе ярты йыллыҡҡа гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы башланыуы тураһында иғлан иткәйнек. «Осҡон» гәзитенә яҙылған дуҫтарыбыҙ араһында төрлө уйындар, акциялар ойоштороуҙо, лотереялар уҙғарыуҙы яҡшы йолаға әйләндерҙек.
5-нән 15 апрелгә тиклем Рәсәй почтаһы матбуғатҡа ташламалы хаҡ менән яҙылыу ун көнлөгө иғлан иткәс, беҙ, иң етеҙ булып һәм ошо уңайлы осорҙо файҙаланып гәзиткә яҙылған райондаштар араһында ла уйын үткәрҙек. Вәғәҙә итеүебеҙсә, дүшәмбелә еңеүсене билдәләнек. Шулай итеп, бүләккә ҡуйылған тостерҙы Ишҡол ауылында йәшәүсе Р. Х. Ғарипова отто. Еңеүсене паспорт, ИНН, СНИЛС күсермәләрен тотоп, редакциянан бүләген килеп алыуын көтәбеҙ.
Шулай уҡ «Бәйләнештә» селтәрендәге төркөмөбөҙҙә «Мин «Осҡон»ға яҙылдым, ә һин?» акцияһы ла дауам итәсәк. Унда еңеүселәребеҙ «лайк»тар һанына ҡарап билдәләнә.
Бүләк өсөн генә түгел, рухи аҙыҡ өсөн, үҙ телебеҙҙә рәхәтләнеп гәзит уҡыр өсөн яҙылығыҙ, дуҫтар. Өйөбөҙҙә район гәзиттәре, башҡа милли баҫмалар булһа, балаларыбыҙ ҙа үҙ телен онотмаҫ, башҡорт мәҡәл-әйтемдәрен, йолаларын, һис юғында үҙебеҙҙең Әбйәлилдең ер-һыу атамаларын, ауыл исемдәрен белеп үҫер, телебеҙҙең баһаһы артыр. Изгелек акцияһына ҡушылып, туған мәктәбегеҙгә, атай-әсәйегеҙгә, күп балалы ғаиләләргә, хосписҡа йә балалар йортона гәзит яҙҙыра алаһығыҙ.
«Осҡон»ға яҙылһағыҙ, квитанцияларығыҙҙы Асҡар ауылы, Ленин урамы, 14а адресы буйынса ебәрергә онотмағыҙ. Приздар һеҙҙе көтә. Киләһе аҙналағы уйында еңеүсе лампа отасаҡ.
Мөхәрририәт.