Төрлөһөнән
23 Апреля 2021, 06:48

Иман барҙа — әҙәп бар

Дин һәм йәштәр. Элегерәк улар ике айырым даирә кеүек ҡабул ителә ине. Бөгөн йәштәр араһында ла хаҡ мосолмандарға фарыз дини ғәмәлдәрҙе үтәүселәр күбәйә бара.

Дин һәм йәштәр. Элегерәк улар ике айырым даирә кеүек ҡабул ителә ине. Бөгөн йәштәр араһында ла хаҡ мосолмандарға фарыз дини ғәмәлдәрҙе үтәүселәр күбәйә бара. Быға шатланырға ғына кәрәк: иман барҙа — әҙәп бар. Әле дауам иткән Рамаҙан айында ураҙа тотоусы йәш яҡташтарыбыҙ бихисап. Дини ғәмәлдәр уларҙың йәшәйештәрендә ниндәй урын алып тора, ураҙаның әһәмиәте тураһында үҙҙәрен тыңлайыҡ.
Гөлсәсәк МОСТАЕВА, Тал Ҡусҡары ҡыҙы, журналист, Өфөлә йәшәй:
— Ураҙаны 2011 йылдарҙан аңлы тота башланым. Әммә ул саҡтарҙа башынан аҙағынаса тота алғанымды хәтерләмәйем. Иллә-мәгәр быйыл, биш йыллыҡ декрет тәнәфесенән һуң, башынан аҙағынаса тоторға ниәт ҡылдым. Һәм тотам. Иң мөһиме, йылдан-йыл кешенең ураҙаһы сыныға бара, тип ышаныслы әйтә алам. Тәүге осорҙарҙа баш ауыртып, хәлдән тайған саҡтар ғына иҫтә ҡалһа, быйыл, шөкөр, көнө буйы ике бәләкәй бала менән йүгерһәм дә, хәлем бар, дәрт тә ташып тора. Ғаиләбеҙҙә ҡустыларым, ирем ураҙа тоталар. Кискеһен мәсеттәрҙә күрешәләр, мин бәпәй ҡарап, тәрәүих намаҙын өйҙә генә уҡыйым. Шундай байрамса кәйеф биләп ала күңелдәрҙе. Рамаҙандың тантанаһы тыштан һиҙелмәһә лә, йөрәкте, эске тойғоларҙы берҙәй яңырта, күркәм төҫ өҫтәй кеүек. Ураҙаның әһәмиәте шаҡтай. Ҡабатлайым, ул йылдан-йыл нығыраҡ асыла, һиҙелә. Үҙеңде тәрбиәләү, ихтыяр көсөңдө самалау, үҙең менән әңгәмәләшеү, дини ҡәрҙәштәр менән берләшеү кеүек күренештәр менән матур ул. Ҡояш байығансы ашамай-эсмәй йөрөү — ураҙаның бәләкәй генә бер өлөшө. Уның тағы эске донъяны байтаҡ ҡаҡҡылап-һуҡҡылап, таҙартып, нәфселәрҙе тыйып, күңелдәрҙе пакландырып сығыу яғы бар! Шул яғы өсөн нығыраҡ яратам мин Рамаҙан айын. Доғалар ҡылып, рәхмәттәр уҡып, Ҡөрьән өйрәнеп, бәндәнең тотошлай яңыра торған мәле бит ул.
Салауат ИРНАЗАРОВ, казначействола компьютер белгесе:
—Бала саҡта бөтә кешеләр ҙә өлкәнәйһә намаҙ уҡый, ураҙа тота икән тип уйлай торғайным. Сөнки өләсәйем дини кеше булды. Ҙурайғас, бының һәр кемдең үҙ ихтыярында булыуын аңланым. Дин минең тормошома студент йылдарымда килеп инде. Уҡыуымда һәм шәхси тормошомда проблемалар, ата-әсәйем менән аңлашылмаусанлыҡтар тыуҙы, үҙ холҡома баш була алмай киткәс, дингә һыйыныр кәрәк тигән фекергә килдем. Доғалар ятлай башланым, әкренләп намаҙға баҫтым. Уҡыуым алға барманы, шуға 4-се курстан армияға киттем. Унда намаҙ тураһында бер йылға «онотоп» торорға тура килде. Ләкин дин хаҡындағы уйҙарым бер көнгә лә күңелемдән китмәне. Хатта артабан контракт буйынса хеҙмәт итеү мөмкинлеге тәҡдим ителгәндә лә, минең мәсеткә йөрөү, намаҙ уҡыу теләгем көслөрәк булып сыҡты. Хеҙмәттән ҡайтҡас, авиация университетында уҡыуымды кире тергеҙеп, ата-әсәйем менән мөнәсәбәттәрем яйланды, күңелемдә лә тыныслыҡ таптым. Дин тормошома, эшемә һис ҡамасау түгел. Биш намаҙҙы ла ҡалдырмайым. Өлгөрмәгән осраҡта ҡаза ҡылыу мөмкин. Намаҙға баҫҡас, ураҙа ла тота башланым. Тәүге ураҙам бесән эшләгән мәлгә тура килде. Артыҡ ныҡ көс түгеп эшләүем арҡаһында, хәлһеҙләнеп, 15 көндән ураҙаны туҡтатырға мәжбүр булдым. Уның ҡарауы, хәҙер ураҙа тотҡанда көстө самалап сарыфлар, быға тиклем йүгереп уҙған ерҙе яйсараҡ үтер, кәрәклеген яҡшы беләм.
Рузил Байгилдин, Хәлил егете, Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә токарь булып эшләй:
— Өс туған ағайым бүләк иткән китап мине дини юлға әйҙәне. Аят-сүрәләр өйрәнгәндән һуң, бер йылдан үткәс кенә, 2016 йылда намаҙға баҫтым, ә бер айҙан ураҙа башланды. Тәүге ике көндә баш ауыртып, хәлһеҙлек күҙәтелде, аҙаҡ бөтөнләй ауырлыҡ һиҙмәнем. Ураҙаны тотҡан һайын тотҡо килә. Ул һаулыҡ өсөн файҙалы. Рухи яҡтан әһәмиәте бигерәк ҙур. Физик көс бөткән кеүек кешенең иманы ла кәмей. Ә ураҙа күңелдәргә иман тултыра. Рамаҙан — бөйөк ай. Был айҙа йәннәт ишектәре асыла, шайтандар бығауға ултыртыла һәм яманлыҡ эшләй алмай тиелә. Аллаһы Тәғәлә үҙе дәрәжәһен күтәргән был айҙа ҡылынған изгелектәрҙең сауабы күпкә арттырыла.
Читайте нас