Төрлөһөнән
27 Апреля 2021, 17:55

"Йәшел Башҡортостан" тауар билдәһе таныҡлығына эйә булды

Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы 2030 йылдың 1 июленә тиклем “Йәшел Башҡортостан” тауар билдәһенә хоҡуҡ тураһындағы таныҡлыҡҡа эйә булды.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы 2030 йылдың 1 июленә тиклем “Йәшел Башҡортостан” тауар билдәһенә хоҡуҡ тураһындағы таныҡлыҡҡа эйә булды.
Интеллектуаль милек буйынса федераль хеҙмәттә тауар билдәһен теркәү һәм уны файҙаланыуға хоҡуҡ экологик проектты артабан формалаштырыу, әүҙем популярлаштырыу мөмкинлеген бирә. Йәғни “Йәшел Башҡортостан” тауар билдәһе аҫтында сараларҙы ошо хоҡуҡҡа эйә булыусының рөхсәте менән генә үткәреп буласаҡ.
“Йәшел Башҡортостан” экологик хәрәкәте Башҡортостанда 2014 йылда барлыҡҡа килде.
Читайте нас