«Бәйләнештә» селтәренең таҫмаһын әйләндергәндә, бер нисә тапҡыр Гөлфиә Ниғмәтуллина исемле шиғырҙар авторына тап булдым. Күп йылдар элек шундай уҡ исем менән бер бәләкәй генә ҡыҙҙы белә инем. Мәғәнәле ҡараштары, уйсан йөҙө, ололарса һөйләшеүе хәтергә һеңеп ҡалған. Гөлфиәнең социаль селтәрҙәге сәхифәһенә инеп сыҡҡас, ысынлап та Тал Ҡусҡары ауылынан мин белгән ҡыҙыҡайҙан «интернет-шағирә» үҫеп сығыуын аңланым.
Был мин уйлап сығарған һүҙ түгел: хәҙер интернетта популярлыҡ яулаған ижадсыларҙы шулай атап йөрөтәләр. Элек гәзит-журналдарҙа күберәк шағирҙар һәм яҙыусылар ғына баҫыла алһа, интернет хәҙер һәләте булған һәр кемгә танылыу яулау мөмкинлеген бирә.
Ҡәләм тибрәтеүсе һәр кешенең тиерлек үҙ төркөмө бар. Бер ниндәй профессионаллеккә дәғүә итмәй, «үҙем өсөн генә» тип яҙылған, һәр кемгә таныш уй-фекерҙәргә, хис-тойғоларға ҡоролған, шунлыҡтан тиҙ генә интернет киңлектәрендә таралған был ижад емештәренең әҙәби төркөмдәрҙә йөҙләгән лайк-репостар йыйыуына ҡарап, беҙҙең халыҡтың шиғриәтте ни тиклем ныҡ яратыуын аңлайһың. Гөлфиәнең дә «Бәйләнештә» селтәрендә «Бәхеткәйем булһын түп-түңәрәк» тигән үҙ блогы бар. Яҙылыусылары әлегә 200-гә лә тулмай. Сөнки ул, бөтә йәш кешеләр кеүек, «Инстаграм»ды нығыраҡ үҙ итә һәм унда мине күберәк уҡыйҙар, ти.
Яҡташыбыҙҙы шиғырҙары аша ғына белгән кешеләр уны ярайһы уҡ өлкән йәштәге, тормоштоң әсеһе-сөсөһөн татыған, һикәлтә-кәртәләр аша күп үткән кеше икән тип аңлай. Уның тормош тураһында ололарса уйланыуҙары, фәлсәфәүи фекерләүҙәре шуға этәрә. Әммә был әрнеүле йә һағышлы юлдар артында йәш кенә сибәр ҡыҙ торғанын белһәләр аптырайҙар икән. «Минең үҙемә лә йәштәштәремә ҡарағанда тормош тәжрибәһе туплаған олораҡ кешеләр менән аралашыу нығыраҡ оҡшай. Быға, моғайын, әсәйем, Гөлниса Низам ҡыҙы, әҙәбиәт уҡытыусыһы булыу арҡаһында бәләкәйҙән китаптар уҡып үҫеүем сәбәпселер», — ти 26 йәшлек шағирә.
Гөлфиә Ниғмәтуллина Тал Ҡусҡары мәктәбен тамамлағас, Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының филология факультетында белем алған. Өфөлә ике йыл уҡытҡандан һуң, районға ҡайтып, Хәмит мәктәбендә бер йыл рус теленән уҡытҡан. Әле ул Гусев мәктәбендә балаларға белем бирә, директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡара.
Бөтәһе лә үҙемдеке инде:
Хәләл ризыҡ, хәләл көсөм бар.
Бәхетлемен! Тулы булмаһа ла,
Булһа ла ул ярым-яртышар.
Уйландырып, ҡай саҡ һыҙландырып
Өҙһәләр ҙә йәнде, үҙәкте.
Ғүмер юлым үтә мәғәнәле,
Йәшәйем мин биреп кәрәкте.