Төрлөһөнән
1 Мая 2021, 03:10

Йәштәр форумы үткәрелде

29 апрелдә Өфө районында “PRO-хәрәкәт” йәштәрҙең профессиональ үҙбилдәләнеше, эш менән тәьмин ителеше һәм эшҡыуарлыҡты асыу форумы булды.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

29 апрелдә Өфө районында “PRO-хәрәкәт” йәштәрҙең профессиональ үҙбилдәләнеше, эш менән тәьмин ителеше һәм эшҡыуарлыҡты асыу форумы булды.
Был сара эш эҙләгән йәштәрҙе, эш биреүселәрҙе һәм дәүләт власы органдары вәкилдәрен берҙәм командаға йыйҙы. Форумды Өфө районының Йәштәр үҙәге ойошторҙо.
– Үҙмәшғүллек үҙәктәре алдына глобаль мәсьәлә ҡуйылған: үҙеңә иҡтисади агенттар ролен алыу, эш эҙләүсе һәм биреүсе мәнфәғәттәренә яраҡлашыу. Эш менән тәьмин итеү мәсьәләһендә бәйләүсе звено булырға – граждандарға ла, эш биреүселәргә лә ярҙам итеү, тормошҡа ашырылған программаларҙа ҡатнашыу, - тип белдерҙе халыҡ мәшғүллеге район-ара үҙәге директоры Нурфаяз Шаймәрҙәнов.
Йәштәр форумында халыҡ мәшғүллеге үҙәктәренең дәүләт хеҙмәттәрен күрһәтеү, эшһеҙҙәргә социаль килешеү нигеҙендә адреслы ярҙам итеү, Өфө районындағы ҙур предприятиеларҙа эш менән тәьмин итеү, дәүләттән субсидия алғанда эшҡыуарлыҡ асыу, резюме әҙерләү мәсьәләләре ҡаралды.
Үҙәк район-ара халыҡ мәшғүллеге үҙәгенең, Республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәгенең Өфө районы бүлеге, “Алексеевка” совхозы, “Баш эйеү” ритуаль комплексы, “Турбаслы бройлерҙары” асыҡ акционерҙар йәмғиәте вәкилдәре сығыш яһаны.
Адреслы ярҙам алыу сиктәрендә дәүләттән субсидия алғандар “Ювелир оҫтаханаһы”, “Сәләмәт туҡланыу”, “Копиүҙәк” йүнәлештәре буйынса эшҡыуарлыҡты ойоштороу тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итеү” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырырға ярҙам итә.
https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/Y-sht-r-forumi-tk-relde-781541/
Читайте нас