2024 йылға тәбиғи ҡурсаулыҡтар майҙаны 5 миллион гектарға етергә тейеш, тип белдерҙеләр Тәбиғәтте файҙаланыу министрлығында. Быйыл ЮНЕСКО исемлегенә Яҡутиялағы “Ҡыталыҡ” милли паркы индерелде. Уның дөйөм майҙаны 1,8 миллион гектар тәшкил итә һәм бында стерх (аҡ торна) популяцияһын һаҡлауҙы төп маҡсат итеп ҡуялар. Ул Ҡыҙыл китапҡа индерелгән һәм “Биологик күп төрлөлөктө һаҡлау” федераль проекты сиктәрендә ҡурсалана. Аҡ торна бөгөн 4 мең генә иҫәпләнә.