Төрлөһөнән
19 Мая 2021, 04:10

Экологик акциялар старт алды

Башҡорт дәүләт аграр университетында батарейкалар һәм пластик йыйыу буйынса “Батарейкалар, бирелегеҙ!” һәм “Пластик, йыйыл!” тип аталған экологик акция старт алды. #национальныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостан

Башҡорт дәүләт аграр университетында батарейкалар һәм пластик йыйыу буйынса “Батарейкалар, бирелегеҙ!” һәм “Пластик, йыйыл!” тип аталған экологик акция старт алды.
Сара “Экология” милли проектының “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең комплекслы системаһы” федераль проекты сиктәрендә үтә. Уға ярашлы, 2024 йылға барлыҡ коммуналь ҡалдыҡтарҙың 30 проценты самаһы эшкәртелеүгә оҙатылырға тейеш.
Акцияны ойоштороусылар әйтеүенсә, университетта ҡалдыҡтарҙы йыйыу студенттарға һәм битараф булмаған ҡала халҡына экологик яҡтан яуаплылыҡ, ресурстарҙы һаҡлау хисе тәрбиәләүгә булышасаҡ.
Читайте нас