Төрлөһөнән
25 Мая 2021, 11:45

Йәйге ял нисек ойоштороласаҡ?

Былтыр пандемия арҡаһында балалар лагерҙарҙа бара алмағайны. Быйыл йәйге ял нисегерәк ойошторолоуы күптәрҙе ҡыҙыҡһындыра.

Мәктәптәрҙә “Һуңғы ҡыңғырау” байрамдары уҙҙы, көтөп алынған оҙайлы каникулдар ҙа етте. Былтыр пандемия арҡаһында балалар лагерҙарҙа бара алмағайны. Быйыл йәйге ял нисегерәк ойошторолоуы күптәрҙе ҡыҙыҡһындыра.
Балаларҙың йәйге ялы буйынса БСТ каналында брифинг уҙғайны. Унда ата-әсәләрҙе борсоған күп һорауҙарға яуап табылды. Иң тәүгеһе - быйыл лагерҙар балаларҙы ҡабул итерме? Эйе. Әлеге мәлгә республиканың илле лагеры әҙер, улар бөтә хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирә, тикшереүҙәр үткән. Коронавирусҡа бәйле, лагерҙар 75 процентҡа тиклем генә тулыландырыласаҡ.
Йәйге ялға ҡағылған мөһим яңылыҡ - быйыл ил Президенты Владимир Путин үҙенең Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә лагерҙарҙарға юлламаларҙың ярты хаҡын ата-әсәләргә кире ҡайтарыу кәрәклеге тураһында белдергәйне. Шуға ярашлы, федераль һәм төбәк лагерҙары кешбэк системаһы булдырҙы. Федераль программала ҡатнашыу өсөн Мир путешествий.рф сайтында теркәлгән лагерҙарҙы ҡарап, һайларға һәм юллама алырға кәрәк. Әйтәйек, берәй лагерға юллама хаҡы 26 мең һум торһа, бер нисә көн эсендә түләгән аҡсағыҙҙың ҡап яртыһы, йәғни 13 мең һум картағыҙға кире киләсәк. Тап шул кешбэк тип атала. Башҡортостанда иһә республиканың мәғариф министрлығы реестрына ингән лагерҙарға юллама алған осраҡта, биш көн эсендә хаҡтың 70 проценты "Мир" картаһына ҡайтарыласаҡ.
Балаларға лагерға барыу өсөн ниндәй белешмәләр кәрәк? Смена башланырға өс көн ҡалғас, участка педиатрынан коронавирус сирле кешеләр менән бәйләнеш булмауы хаҡында белешмә булһа етә. Антиесемдәр булыу-булмауы тураһында талап ителмәй.
Тағы бер яңылыҡ - быйыл ата-әсәләр өсөн лагерҙар ябыҡ. Коронавирус инфекцияһы хәүефенә бәйле "Асыҡ ишектәр көнө", башҡа саралар уҙғарылмаясаҡ.
Беҙҙең район балалары нисек ял итәсәк? Был һорауҙы район мәғариф бүлегенең йәйге ял өсөн координатор Илнур Илһамовҡа бирҙек.
- Быйыл “Ирәндек” балалар ял лагерында өс смена ойоштороласаҡ. Тәүгеһе 14 июндә асылыр тип көтөлә. Талап буйынса лагерҙар 75 процент ҡына тула, бер сменала 250 бала ҡабул ителәсәк. Бөтәһе 750 бала ял итәсәк, - тине Илнур Вил улы. – Коронавирусҡа юл ҡуймау маҡсатында хеҙмәткәрҙәр һәм балалар 21 көн буйы башҡа кешеләр менән аралашмаясаҡ, ата-әсәләр ҡатнашлығында саралар уҙғарылмаясаҡ, балалар ҙа сығып йөрөмәйәсәк.
Кешбэк системаһының бик уңайлы булыуы хаҡында ла әйтте координатор. Был балаларға республика ғына түгел, башҡа төбәктәрҙәге лагерҙарҙа ла ял итеү мөмкинлеге бирә. 25 майҙан эшләй башлаясаҡ кешбэкта ҡатнашыу өсөн Мир путешествий сайтында балалар ялы бүлегендә теркәлгән лагерҙар исемлеге араһында һайларға мөмкин. “Ирәндек” лагеры ла мәғариф министрлығының реестрына индерелһә, юллама өсөн хаҡтың етмеш проценты автоматик рәүештә картаға ҡайтасаҡ. Юллама хаҡы – 18 мең 950 һум 40 тин.
Әлеге ваҡытта лагерҙа әҙерлек эштәре бара. Балалар учреждениеларына йылдан-йыл көсәйтелгән талаптарға тура килтереү өсөн әллә күпме тикшереүҙәр үткәрелә. Янғын хәүефһеҙлеге, террорға ҡаршы ҡағиҙәләр күҙәтелергә тейеш. “Ирәндек” ял лагеры директоры Раян Фәттәхов әйтеүенсә, корпустарҙа косметик ремонт тиҙҙән тамамланасаҡ. Иҙәндәр-стеналарҙы техник персонал буяған, хәҙер спорт майҙансыҡтары, эскәмйәләр, беседкаларҙың төҫтәре яңыртыласаҡ. Лагер биләмәһенә 100 төп рауза ҡыуаҡлыҡтары ултыртылған, ошо көндәрҙә петуния килтереләсәк. Талпанға ҡаршы эшкәртеү ике тапҡыр үткәрелгән.
Гигиена үҙәгенең талаптарына тура килтереү өсөн ашхана, аҙыҡ-түлек блогында ремонт бара. Ит, балыҡ һәм башҡа тиҙ боҙолоусы ризыҡтарҙы һаҡлау урыны СанПинға ярашлы булырға тейеш. Ремонт эштәрен Насир Абдрахимов бригадаһы башҡара.
- “Ирәндек”тә ял итеүселәрҙең каникулдары ҡыҙыҡлы, күңелле һәм шул уҡ ваҡытта хәүефһеҙ булһын өсөн тырышабыҙ. Лагерҙа карантин режимы күҙәтеләсәк, поход-экскурсиялар ойошторолмаясаҡ. Шулай ҙа беҙҙең тәрбиәселәр, вожатыйҙар йөкмәткеле, бай программа әҙерләй. Балалар күберәк саф һауала буласаҡ, уйындар, тематик көндәр, бәйгеләрҙә ҡатнашып йәйге ялдарын мауыҡтырғыс һәм онотолмаҫлыҡ итеп үткәрәсәк, - тине Раян Баян улы.
Читайте нас