Бына шундай кеше ине Хәҙисә еңгә!
Әбйәлилдә Зираншиндар бар. Был ят фамилия Ерәнсә сәсәндең үҙенә барып тоташҡанын мин “Ватандаш” журналында баҫылған Рәүеф Насировтың шул исемдәге мәҡәләһен уҡығас белдем. “Мин Ерәнсә сәсәндең тоҡомон белә инем, - тип һөйләгән журналисҡа Баймаҡ районы Билал ауылынан Әнүәр Зәйнуллин тигән һуғыш ветераны. – Беҙҙә Йомағужа Ерәнсин тигән бабай бар ине. Уның оло улы Мөхәмәҙиә, кеселәре Мисбах, Насип, Мөхтәр... Мөхәмәҙиәнең улы Рамаҙан һуғышта булды, унан ҡайтып үлде. Рамаҙандың ике улы әле Әбйәлилдә йәшәй”.
1953 йылда Ингел менән Ирек исемле улдары менән Хәҙисә Зираншина Әбйәлил районының Ҡаҙмаш ауылына клуб мөдире булып килде. Был ҡатындың һул ҡулы төбөнән юҡ ине. Уны һуғышта өҙҙөрөүен, ирҙәр менән бер рәттән фашистарға ҡаршы һуғышып йөрөүен белеү беҙгә шул хәтлем көслө тәьҫир итте, күңелдәрҙә тәрән ихтирам тойғоһо уятты. Килгән ыңғайы ул татарсаға тартымыраҡ итеп һөйләшә ине, тиҙ арала саф башҡортсаға өйрәнеп тә алды.
Ҡазан татарҙары затынан булған Хәҙисә еңгә Калинин (хәҙерге Тверь) өлкәһенең Кимры ҡалаһында тыуған. 1942 йылда медучилище уҡып йөрөгән 17 йәшлек ҡыҙ үҙе теләп һуғышҡа китә, Мәскәү янындағы алышта ҡатнаша, Ленинград блокадаһының әсе ыҙаларын татый. Уның “Батырлыҡ өсөн”, “Хәрби ҡаҙаныштар өсөн” миҙалдарын алыуы ҡыйыу, илһөйәр кеше булыуы тураһында һөйләй.
Яралы һалдатты ут эсенән һөйрәп алып сыҡҡан Хәҙисәнең ҡулына самолеттан ташланған снарядтың ярсығы тейә. Госпиталдә иҫенә килгәс, ул һул ҡулын ҡырҡып ташлауҙарын күреп, тағы аңын юғалта.
Хәҙисә ҡотҡарған 21 йәшлек егет Әбйәлил районы (хәҙерге Баймаҡ) Билал ауылнан Рамаҙан Зираншин тигән кеше була. Ул ҡотҡарыусыһын ауыр хәлдә ташлап китмәй, өйләнеп, тыуған ауылына алып ҡайта. Илленсе йылдар башында колхозда бухгалтер булып эшләгән Рамаҙанды, ниндәйҙер ғәйебен табып, төрмәгә ябалар, ул шунан ҡайта алмай, йәшен һуғыуҙан үлеп ҡала. Хәҙисә балалары менән район үҙәге Асҡарға килә.
Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре етешмәгән ваҡыт. Матур йырлаған Х. Зирашинаны Ҡаҙмаш клубына эшкә ебәрҙеләр. Ул бында Рәсүл ағай Ибраһимов менән ғаилә ҡороп, тағы 4 балаға ғүмер бирҙеләр. Законлы никахҡа инмәй йәшәгәс, балалары барыһы ла Зираншин фамилияһын йөрөттө.
Нисәнсе йыл булғандыр, ул ваҡытта автобустар йөрөмәй ине әле. Мин клубта һабантуйға ауыл еңгәләренә бейеү өйрәтәм. Бөтәһенә лә бер иш кенә биҙрәләр кәрәк ине, тип һөйләшеп уҡлтырғанды ишеткән Хәҙисә еңгә өндәшмәй генә Магнитогорскиға сығып киткән дә һыңар ҡулы менән йәйәүләп 5 пар биҙрә күтәреп ҡайтып төшкән.
Бына шундай кеше ине ул Хәҙисә еңгә! Ауыл халҡы уның һыңар ҡуллы икәнен шәйләмәй ҙә ине. Киреһенсә, ун ҡуллы кешенән былайыраҡ шәп, бөтмөр булды. Баҡсаһында ул заманда берәү ҙә сәсмәгән кишер-һуған, ҡыяр-кәбеҫтә үҫтерҙе, емеш-еләк йыйып, ҡышҡылыҡҡа бак тултырып ҡайнатмалар әҙерләне. Бөтә нәмәне һыңар ҡулы менән эшләргә таһылланып алғайны ул. Бесән дә сапты, һыйыр ҙа һауҙы, хатта боһорап ҡайнап ултырған самауырын да тыштын өҫтәлгә үҙе индереп ҡуйыр ине. Өлкән-өлкән әйберҙәрҙе йыуһа, бер осон ауыҙына тешләп, икенсеһен ҡулы менән борғолап һыға торғайны.
Клубҡа махсус белемле кешеләр эшкә килгәс тә, Хәҙисә еңгә өйҙә ултырманы: һатыусы, ревизор, йомортҡа йыйыусы булды, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашты.
1968 йылда ул теплоходта Ағиҙел, Кама, Волга буйлап сәйәхәттә йөрөп, ата-бабаларының тыуған ерҙәрен, үҙе һуғышта булған урындарҙы күреп йөрөп ҡайтты. Ошо уға дәүләт тарафынан күрһәтелгән берҙән-бер бүләк булды.
Хәҙисә еңгә 1980 йылда ауырып, яҡты донъя менән хушлашҡанда, уға 55 йәш тә тулмаған ине. Ер яғы ер башынан килеп, йәш кенә көйө һуғыштың бөтә ғазабын кисереп, бер туғаны булмаған ерҙә, сит милләт араһында һыңар ҡулы менән алты бала үҫтереп, йыш ҡына ҡыйырһытылып, эсе тулы ут булһа ла, сырай һытмай, күҙҙәре осҡон сәскән, йөҙөнән йылмайыу китмәгән Хәҙисә Зираншина кеүек кешеләрҙе оноторға ярамай. Ул бөгөнгө тормошта бәләкәй генә проблемаларны хәл итә алмай, дәүләт тарафынан әллә күпме ярҙам күреп тә, ваҡ-төйәккә зарланып ултырған йәш әсәләрәгә фәһем һәм өлгө булырлыҡ.