Төрлөһөнән
1 Июня 2021, 06:05

Сик буйы һаҡсылары Ватаныбыҙ ҡалҡаны

Сик һаҡсыларының быйылғы байрамы бер көн алдараҡ башланды, сөнки 27 майҙа Әбйәлил пограничниктары «Еңеү байрағы» эстафетаһын ҡаршы алды.

Сик һаҡсыларының быйылғы байрамы бер көн алдараҡ башланды, сөнки 27 майҙа Әбйәлил пограничниктары «Еңеү байрағы» эстафетаһын ҡаршы алды. Был эстафета Рәсәйҙең Корсаков ҡалаһында 9 майҙа старт алып, Хабаровск, Чита, Красноярск, Омск, Тюмень, Екатеринбург һәм башҡа ҡалаларҙан үтте. Байраҡты ҡабул итеп алған Магнитогорск ҡалаһының сик буйы ғәскәрҙәре ветерандары автоуҙыш менән Әбйәлилгә алып килде. Был эстафетаны тап сик һаҡсыларына йөкмәтеү — Бөйөк Ватан һуғышы башланғас иң тәүге булып фашистар менән күҙмә-күҙ осрашҡан, уларға ҡаршы йәнен аямай алышҡан совет пограничниктарына хөрмәт, ихтирам белдереү билгеһе ине. Магнитогорск ҡалаһының «Застава» ойошмаһы етәксеһе, Афған һуғышы яугиры Андрей Замесин етәкләгән делегацияны Ҡоръятмаҫ тауында Әбйәлил пограничниктары ойошмаһы етәксеһе Азамат Оморҙаҡов менән запастағы хәрби Айбулат Йәнйегетов ҡаршы алды. Артабан уҙамандар район мәҙәниәт һарайы алдына йыйылды. Бында уларҙы шулай уҡ сик буйында хеҙмәт иткән райондаштарыбыҙ, хәрби комиссар Рөстәм Ғәҙелшин, район башлығының беренсе урынбаҫары Руслан Хәлилов, социаль үҫеш бүлеге етәксеһе Вадим Ғафаров, 1-се Асҡар урта мәктәбе уҡытыусыһы Денис Сәлиховтың тәрбиәләнеүселәре — юнармиясылар ҡаршы алды. «Еңеү байрағы» эстафетаһы тураһында һөйләп, йәтеш кенә концерт программаһына тамаша ҡылғас, сарала ҡатнашыусылар Асҡарҙа Сик һаҡсыһы хөрмәтенә дүрт йыл элек ҡуйылған һәйкәлгә сәскәләр һалды. Эстафета артабан Өфө, Ҡазан ҡалаларына юлланды һәм сик һаҡсылары ҡаланан-ҡалаға Бөйөк Еңеү әләмен тапшырып, герой-ҡала Брестҡа тиклем барып етәсәк. 21 июндә байраҡ Брест ҡәлғәһе музейына ҡуйыласаҡ.
Ә иртәгәһенә — 28 майҙа йәшел фуражкалылар тағы үҙәк майҙанға йыйылды. Ир-егеттәрҙе тигеҙ сафҡа теҙеп, Азамат Оморҙаҡов хәрби комиссар Рөстәм Ғәҙелшинға рапорт бирҙе һәм сик һаҡсыларын байрам менән тәбрикләне.
«Йәшел фуражкалылар ойошмаһы, шөкөр, әүҙем эшләп килә, үҙ көсөбөҙ менән Асҡарҙа һәйкәл ҡуйыуға өлгәштек — бының өсөн 90 мең һумға хәтлем аҡса йыйылды. Артабан да ошолай берҙәмлекте юғалтмай, татыу булып ҡалайыҡ. Бергә — беҙ көс», — тине Азамат ағай. Ташбулат төбәге пограничниктарын етәкләүсе Айбулат Йәнйегетов 9 май парадынан ситтә ҡалмаҫҡа саҡырҙы. «Беҙгә ҡарап, йәш быуын өлгө ала. Беҙ — илебеҙ ҡалҡаны, сикте үтеп ингән дошманға тәүге булып ҡаршы тороусылар икәнлегебеҙҙе онотмайыҡ», — тине. Хәрби бурысын шулай уҡ сик буйы ғәскәрҙәрендә үтәгән тағы бер әүҙем райондашыбыҙ, табип Ренат Мәһәҙиев Әбйәлил пограничниктары тураһында китап мотлаҡ сығасаҡ, бөтә материалдар тупланды һәм тикшереүгә тапшырылды, тип ышандырҙы.
Сик һаҡсыларын ГСВГ яугирҙәре исеменән Хәдит Садиҡов та сәләмләне. Ә әлеге ваҡытта Сахалинда, сик буйында хеҙмәт итеүсе мичман, Әбйәлил кейәүе Заһир Мырҙабаев был төр ғәскәрҙәргә егеттәр контракт буйынса ғына алыныуы һәм ошо сәбәпле кешеләр етмәүе тураһында әйтеп, ағайҙарға «Улдарығыҙҙы, ҡустыларығыҙҙы сик буйына хеҙмәт итергә ебәрегеҙ. Контракт төҙөүсе пограничниктар өсөн бөтә шарттар булдырыла — торлаҡ бар, эш хаҡы 50 мең һумдан башлана», — тип мөрәжәғәт итте.
«Ватаныбыҙ сиге һәр ваҡыт йоҙаҡта булһын. Бер генә яуыз уйлы әҙәм дә тыуған еребеҙҙе тапап үтә алмаһын, донъялар имен торһон, һеҙҙең барығыҙға ла сәләмәтлек теләйем», — тип, хәрби комиссар Рөстәм Миңлеғәле улы һәйкәлгә сәскәләр һалыу тантанаһын япты.
Читайте нас