Йәй - ул ял, тәбиғәт, сәйәхәттәр миҙгеле. Башҡортостан матур урындары менән маҡтана ала. Был турала республиканың туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Эльмира Туҡанова һөйләне.
– Ағымдағы йыл беҙҙең алда мөһим бурыстар ҡуя – туристар өсөн өҫтәмә хеҙмәттәр күрһәтеү, төбәктең сифатлы туристик продуктын әҙерләү, туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы тармағында эшләгәндәргә ярҙам күрһәтеү һәм туристарға билдәле урындар, турҙар, маршруттар тураһында мәғлүмәт биреү, – тине ул.
Төбәктең туристик мөмкинлектәре тураһында күберәк кеше белһен өсөн комитет 2035 йылға тиклем Башҡортостанда туризмды үҫтереү стратегияһын эшләгән. Ул ошо июнь айында раҫланырға тейеш.
Башҡарылған эштәргә килгәндә, апрелдән ял көндәрендә Өфө – Белорет – Өфө маршруты буйлап “Айғыр” туристик поезы йөрөй башланы. Былтыр был маршрут буйынса 40 мең пассажир ташығандар.
29 майҙан алып Өфөлә Terra Bashkiria проекты сиктәрендә ике ҡатлы экскурсия автобустары йөрөй. “WorldSkills” һөнәри оҫталыҡ буйынса халыҡ-ара чемпионатҡа экскурсоводтар уҡытылған, унда ҡатнашыусылар өсөн йәйәүле һәм автобус экскурсиялары әҙерләнгән.
Төбәк туроператорҙары ял көнө турҙары буйынса тәҡдимдәр әҙерләгән. Республикалағы ҡунаҡханаларҙы классификациялау буйынса даими эш алып барыла.
Үҙаллы сәйәхәт итергә яратҡан туристарҙың уңайлығы өсөн быйыл май айынан интернетта weekendrb.ru сайты эшләй башланы. Унда Өфөлә урынлашыу урындары, ресторандар, баш ҡала һәм республика буйынса экскурсиялар тураһында мәғлүмәт бирелгән. Киләсәктә унда республика буйлап турҙар һатып алыу, ике ҡатлы автобусҡа экскурсияға яҙылыу мөмкинлеге буласаҡ. Сайт менән бер рәттән “Terra Bashkiria” мобиль ҡушымтаһын эшләү ҙә планлаштырыла.
Ситтән килгән туристар өсөн “өс-дүрт-биш” тип аталған махсус акция бар, был уларға ял көндәренә номерҙарға бронь һалыу өсөн уңайлы буласаҡ. Уға Башҡортостандың биш алдынғы отельеры ҡушылған да.
Быйыл ғинуар айында Бөрйән, Белорет, Ғафури һәм Ишембай райондарында Дмитрий Крыловтың “Непутевые заметки” тапшырыуы төшөрөлгән, уны 16 майҙа Беренсе каналдан күрһәттеләр.
– Әлеге ваҡытта республикала өс туристик-мәғлүмәт үҙәге эшләй. Улар Ишембай (“Торатау” геопаркы), Нуриман (Ҡыҙыл шишмә) һәм Салауат (“Янғантау” геопаркы) райондарында. Өфөлә Ә. Вәлиди исемендәге Милли китапханала йәнә берәүҙе асыу планлаштырыла, – тине Эльмира Туҡанова.
Халыҡҡа һәм ҡунаҡтарға республиканың туристик мөмкинлектәре тураһында мәғлүмәт биреү өсөн комитет Өфө һәм республиканың туристик маршруттары схемалары эшләнгән. Рус һәм инглиз телдәрендә бөтәһе 480 мең дана баҫылған.
Ғөмүмән, республиканы сит төбәктәрҙә танытыу өсөн байтаҡ эш башҡарыла. Ҙур форумдарҙа мәғлүмәттәр, махсус стендтар ҡуйыла. Шулай уҡ төбәк һәм муниципаль әһәмиәттәге юлдарҙа 1023 юл билдәһе урынлаштырылған. Йәнә 457-не ҡуйырға кәрәк. Шулай уҡ башҡортса тәржемәһе булған 512 билдә ҡуйыласаҡ.
Бынан тыш, Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә 2020-2021 йылдарҙа мәктәп туҡланыуын ойоштороу һәм быйыл ғинуар-апрель айҙарында сәнәғәт үҫеше мәсьәләләре ҡаралды.