Төрлөһөнән
3 Июня 2021, 07:25

Юллама хаҡын нисек ҡайтарырға?

Балаларын лагерҙарға ебәрергә теләгән ата-әсәләрҙе ҡыҙыҡһындырған был һорауға яуап бирәбеҙ

Башҡортостанда балалар туристик кешбэгы федераль программаһы исемлегендә 54 лагерь бар.
Ата-әсәләргә балалар лагерына юллама хаҡының 50 процентын экономиялау мөмкинлеген биргән программа Рәсәйҙә ил Президенты Владимир Путиндың башланғысы менән 25 майҙа тормошҡа ашырыла башланы.
Кешбэк күләме 20 меңдән артмаҫҡа тейеш. Программала ҡатнашҡан лагерҙар һәм юллама биргән туроператорҙар исемлеге мирпутешествий.рф порталындағы “Балалар лагерҙары” бүлегендә урынлаштырылған.
“Балалар кешбэгы” программаһы нигеҙендә шулай уҡ быйыл 25 майға тиклем һатып алынған юллама аҡсаһын 15 июндән “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы ярҙамында кире ҡайтарып була.
Сығымды компенсациялау өсөн лагерға юллама хаҡының мирпутешествий.рф сайтында лояль түләүҙәр системаһы программаһында теркәлгән “Мир” картаһы менән генә түләнеүе шарт. Бер балаға сәфәр һаны сикләнмәй, бер нисә балалы ғаиләләргә һатып алынған һәр юллама хаҡының яртыһын ҡайтарырға була.
Лагерҙарға юллама хаҡын компенсациялау буйынса берҙәм ҡыҙыу элемтә: +7 800 200 34 11.
Әйткәндәй, Башҡортостанда балалар туристик кешбэгының республика программаһы тормошҡа ашырыла. Уның буйынса юллама хаҡының 70 процентҡа тиклемен ҡайтарыу мөмкинлеге бар. Бер үк ваҡытта ике программала ҡатнашҡан осраҡта, сығымдың 80 проценты компенсациялана.
Фото: vk.com/tsur_bashkortostan
Читайте нас