Төрлөһөнән
11 Июня 2021, 06:15

Дуҫын ҡотҡарған малай

Һүрәттә һеҙ боҙ аҫтына китә яҙған иптәшен ҡотҡарған батыр малайҙы күрәһегеҙ. Ҡыш булғанды йәй яҙалар тип беҙҙе ғәйепләргә ашыҡмағыҙ. Ҡышҡыһын был турала ике малайҙан башҡа берәү ҙә белмәгән шул. Сөнки балалар, ата-әсәләренең көйөүенән ҡурҡып, кешегә һөйләмәҫкә килешкән булған...

Декабрҙә Мораҡай ауылында була был хәл. Ауыл биләмәһендә Яңы йыл ҡаласыҡтары яһау буйынса конкурс иғлан ителә. Ауылдың ир-егеттәре Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу фигуралары яһау өсөн Ҡыҙыл йылғаһынан боҙ киҫеп алалар. Уйылған урындар йүнләп туңып өлгөрмәй. Йылға өҫтөндә шыуып йөрөгән малай-ҙарҙың Аяз исемлеһе боҙ емерелеп һыу аҫтына төшөп киткәнен һиҙмәй ҙә ҡала. Ә Вадим Харрасов юғалып ҡалмай, сөнки уҡытыусыһы бындай осраҡта кешене нисек ҡотҡарырға кәрәклеген дәрестә һөйләгән була. Ул оҙон таяҡ таба һалып, шыуышып Аяз янына бара һәм таяҡҡа йәбешкән малайҙы тартып сығара.
Атай-әсәйҙәр, был көндө өйҙә булмау сәбәпле, аҙағы ҡурҡыныс тамамланыуы мөмкин хәл тураһында оҙаҡ ҡына белмәй торалар. Әммә ваҡиғаны күреүсе-һөйләүселәр аҙаҡтан барыбер табыла.
Вадимдың әсәһен Мораҡай башланғыс мәктәбенә йыйылышҡа саҡыралар. Шунда Азалия Харрасова 4-се класта ғына уҡыған улының батырлығы тураһында уҡытыусыларҙан белә. Вадимға һәм ҡыйыу ул тәрбиәләгән Харрасовтарға Аяздың әсәһе Люциә Исҡужина балаһын ҡотҡарған өсөн рәхмәт белдерә.
Ҡотҡарыусы бәләгә тарыусынан ни бары ике йәшкә өлкән. Ләкин эш йәштә түгел. Вадимдың спорт менән мауығыуы ярҙамға килә. Уны атаһы күрше Абҙаҡ ауылына көрәш секцияһына алып йөрөй, малай төрлө ярыштарҙа призлы урындар ҙа алғаны бар. Вадим уҡыусыларҙың «Гагарин кубогы» олимпиадаһында физкультура буйынса ике йыл рәттән еңеү яулап, күкрәк билдәһе менән бүләкләнгән. Ул башҡа фәндәрҙән дә яҡшы билдәләргә генә өлгәшә. Вадим — Харрасовтар ғаиләһендә иң өлкән бала һәм ике ҡустыһына абруй һәм өлгө булып тора. Ата-әсәһе лә тәүәккәл, тырыш улдары менән ғорурлана һәм ышана, шуға уның кадет мәктәбенә уҡырға китергә теләгенә ҡаршы төшөргә теләмәйҙәр. Беҙ ҙә йәш батыр яҡташыбыҙға тик уңыштар ғына теләйбеҙ.
Мәҡәлә һуңында Вадимдың уҡытыусыһы Раушания Исмәғзәм ҡыҙы Ғаззалова тураһында ла бер-ике һүҙ әйтке килә. Нәҡ уҡытыусының балаларға ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә үҙеңде нисек тоторға кәрәклеге тураһында һөйләүе лә бәхетһеҙлеккә юл ҡуймағандыр. Юғиһә, бала кеше юғалып ҡалыр ине, минеңсә. Бына бит уҡытыусының дәрестә белем генә түгел, ә тормошта кәрәкле һабаҡтарҙы биреүе лә, бәләгә тарыусыларға ярҙам итергә, ғөмүмән, кешенең кешегә дуҫ һәм иптәш булырға тейешлеген өйрәтеүе лә ни тиклем мөһим.

Читайте нас