Тыуған яҡта алыҫта яҡташтарыңды яҡын туғаныңдай күрәһеңдер, моғайын. Шулай булмай, сит тарафтарҙа йәнтөйәкте хәтерләткән бөтә нәмә ҡәҙерле. Сочила йәшәүсе башҡорттар ҙа үҙ ойошмаһын булдырып, гөрләтеп эшләп йөрөй.
Гусев ауылы ҡыҙы Айсилә Ҡарасурина был ҡалаға алты йыл элек килеп, ошонда эш башлаған. Бында Әбйәлил, Баймаҡ райондарынан, Өфөнән, Белореттан байтаҡ кеше булыуын күреп, улар бергә тупланып төрлө саралар уҙғаралар. Тора-бара оҫтарып, ҡала кимәлендәге бәйге-ярыштарҙа ҡатнашырға йөрьәт итәләр. Сочи халҡына “Килен төшөрөү” йолаһын күрһәткәндәр. Наурыҙ байрамында беренсе урын алғандар. Үҙ аҡсаларына тирмә һатып алғандар, милли кейемдәр тектергәндәр. Башҡортостандан хеҙмәт итеүсе яҡташ һалдаттар менән осрашыуҙар уҙғаралар, хәрби частәргә барып, хәл белешәләр, ата-әсәләре менән бәйләнеш тоталар.
Яңыраҡ Сочи ҡалаһы хакимиәте уларҙың башҡорт һабантуйы үткәреү тураһында мөрәжәғәтенә ыңғай яуап биргән. 26 июндә Бестужев паркында үтәсәк һабан байрамына әҙерлек эштәре башланған.
— Үҙебеҙҙең йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, милли аш-һыуҙы күрһәтәсәкбеҙ. Тирмәне биҙәп ҡуясаҡбыҙ, көрәш, көршәк ватыу, тоҡ менән һуғышыу һәм әлбиттә, йыр-бейеүҙәребеҙ буласаҡ, — тип һабантуй программаһы менән таныштырҙы Айсилә Таһир ҡыҙы.
Яҡташтарыбыҙҙың ҡырҙа йәшәп тә, үҙ телен, мәҙәниәтен, тарихын онотмауы, уны башҡаларға еткереүе бик хуп. Тик улар ҙа беҙҙең ярҙамға мохтаж. Һабантуй уҙғарыу бик сығымлы эш һәм уны ойошма ағзалары үҙ көстәре менән атҡара алыуы икеле. Билдәле эшҡыуар Айрат Әминев ярҙам күрһәтергә вәғәҙәләгән.
- Беҙҙең яҡташтар ойошмаһына яңы бер йыл тулды. Саҡ аяҡҡа баҫып киләбеҙ. Шуға республикала йәшәүселәрҙең ярҙам-терәгенә өмөт итәбеҙ, — ти Айсилә Ҡарасурина. — Башланғысыбыҙ һүрелмәһен, башҡалар алдында башҡорт кәм-хур булмаһын тип тырышабыҙ.
Һәм был эштә яҡташтарыбыҙ ситтә ҡалмаҫ, тип уйлайбыҙ. Айсилә Ҡарасуринаның сәхифәһен инстаграмда табырға мөмкин. Әйткәндәй, ойошманың эше хаҡында мәғлүмәт тә шунда бар.