Төрлөһөнән
16 Июня 2021, 06:30

Ир-егеттең йәшен һанамайҙар

«Ир-егеттең йәшен һанамайҙар, ә күрһәткән эшен һынайҙар» тигән һүҙҙәр бар билдәле бер йырҙа. Эйе, кеше хаҡында, ғәҙәттә, уның яҡындары өсөн генә түгел, ә ауылдаштары мәнфәғәтендә башҡарған эштәренә ҡарап фекер йөрөтәләр, нәҡ шул изге ғәмәлдәре онотолмай, халыҡ хәтерендә мәңгелеккә уйылып ҡала. Үҙенең 60 йәшлек ғүмер байрамын билдәләгән Ҡотдос Ғәзизов та яҡташтарына ярҙамлашыуҙа, һайлаусыларын борсоған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә иң әүҙем булараҡ билдәле.

Ҡотдос алты балалы ғаиләлә иң ҙуры. Атаһы йәшләй генә фажиғәле үлеп ҡалғас, бәләкәйҙән әсәһенә төп терәк-ярҙамсы булып үҫә ул. Урындағы мәктәптә һигеҙ класс белем ала, Таштимерҙәге һөнәрселек училищеһына уҡырға инә.
Өс йыл уҡып, ҡулына тракторсы-машинист тантымаһын алған Ҡотдос Ғәзизов ул саҡта «Йәнгел» совхозына ҡараған Ҡырҙас бүлексәһенә тракторсы булып эшкә килә. Бер нисә ай эшләгәндән һуң, ил алдындағы изге бурысын үтәү өсөн Ватан һағына баҫа.
Әрменән ҡайтыу менән Магнитогорск ҡалаһына эшкә китә.
— Әсәйемә, үҙемдән бәләкәс туғанда-рымды уҡытыуға ярҙам итергә, өҫтәүенә, үҙемдең дә өҫ-башты ҡарарға кәрәк ине, — ти уҙаман, йәшлек йылдарын хәтерләп.
Өс йыл эшләй ул комбинатта. 1984 йылда район юл ремонт-төҙөлөш идаралығына эшкә килә. Нәҡ ошонда ул тормош баҫҡыстары буйлап юғарыға күтәрелә, тиһәк тә хата булмаҫ. Хеҙмәт юлын тракторсы булып башлаған егет бер аҙҙан иретеп йәбештереүсе булып китә. Киләсәккә аныҡ маҡсаттар ҡуйған Ҡотдос Мәһәҙи улы ситтән тороп иҡтисадсы һөнәрен ала. Дипломлы белгесте эшендә лә үрләтәләр — тәүҙә мастер, артабан участка начальнигы вазифаларына тәғә-йенләнә. Бер аҙҙан ДРСУ начальнигы урынбаҫары вазифаһына тиклем күтәрелә. Был йылдар уның өсөн ысын тормош мәктәбенә әйләнә.
— Мин эшләгән йылдар юл ремонт-төҙөлөш идаралығының үҫеш мәле булды. Нәҡ ошо осорҙа күп юлдар һалынды, ҙур саҡрымдарҙа асфальт түшәлде. Предприятиела йөҙҙән ашыу техника булды, 500-600-ләп кеше эшләне, — тип һөйләй ике тиҫтә йыл ғүмере бәйле булған предприятие хаҡында Ҡотдос Мәһәҙи улы.
Ойоштороу һәләте көслө булған, кешеләр менән тиҙ уртаҡ тел таба белгән, көслө ихтыярлы йәш етәксене 2004 йылда Красная Башкирия ауылындағы кирбес заводына директор итеп тәғәйенләйҙәр. Сөнки заводтың эшен йәнләндереү өсөн эшкә Ҡ. М. Ғәзизов кеүек эшсән, дәртле, тос фекерле етәксе кәрәк була.
— Белореттан, Стәрлетамаҡтан ҡорамалдар ҡайтарылды, яңы технология ҡулланып продукция етештереүгә өлгәштек. Продукция сифатлы булғас, ҡулланыусылар һаны ла артты, бер һүҙ менән әйткәндә, предприятие тулы ҡеүәтенә эшләй башланы, — тип дауам итә әңгәмәсем.
Тик үҫешенә күп көс һалған предприятиела оҙаҡ эшләргә тура килмәй директорға, һаулығы буйынса был эштән китергә мәжбүр була һәм яғыулыҡ-майлау материалдары һатыуға махсуслашҡан «Уралнефтепродукты» ойошмаһына эшкә күсә.
Ябай эшсенән етәксегә тиклем хеҙмәт юлы үтеп, ҙур тәжрибә туплаған Ҡ. М. Ғәзизов үҙ эшен булдырырға ҡарар итә. Уның «Энерготехсервис» исемен йөрөткән предприятиеһы нигеҙҙә юлдар йүнәтеү, быуалар быуыу кеүек эштәр менән булыша.
— Тендерҙа ҡатнашып, еңгән осраҡта тәғәйен эштәрҙе башҡарабыҙ. Мәҫәлән, һуңғы осорҙа ғына Баймаҡ районының бер нисә ауыл биләмәһендә урам юлдарын тәртипкә килтерҙек, быуалар эшләнек, — ти Ҡотдос Мәһәҙи улы. — «Красная Башкирия» хужалығының инвестиция проектын тормошҡа ашырыуҙа ҡатна-шыуыбыҙ — иң ҙур эшебеҙ. Билдәле булыуынса, малсылыҡ тармағында үҫешкән был хужалыҡта заманса ҡуралар һалына. Шул производство объекттары өсөн базалар һалынасаҡ урынды тигеҙләп, тейешле кимәлгә сығарып, төҙөлөштө башлауға әҙерләп бирәбеҙ. Бөгөн Һамар бүлексәһендә эш бара, — ти әңгәмәсем.
Ҡотдос Мәһәҙи улының төп эшенән тыш, уның халыҡ мәнфәғәтендә башҡар-ған эштәре айырыуса әһәмиәтле. Тыуған еренең патриоты булараҡ та, район Советы депутаты вазифаһында ла атҡар-ған эштәре бихисап. Ғәҙәттә, һайлау яҡынлашһа, депутат булырға теләгәндәр тау-тау вәғәҙә бирә башлай. Шул уҡ ваҡытта улар үҙҙәренә: «Халыҡҡа мин ниндәй файҙа килтерә алам?» тигән һорау бирәме икән? Был йәһәттән ике тиҫтә йылдан ашыу район Советы депутаты йөгөн тартҡан Ҡотдос Мәһәҙи улының йөҙө яҡты.
Тәү башлап яҡташтары — ҡырҙастар һәм әхмәттәр уның кандидатураһын район Советына күрһәтә һәм күпселек тауыш менән депутат итеп һайлай. Халыҡ белдергән ышанысты аҡлау өсөн хәленән килгәнсе яҡташтарын борсоған мәсьәләләрҙе хәл итеүгә тотона. Ул йылдарҙа Ҡырҙас ауылының бөтә урамдарына ла ҡырсынташ түшәтеүгә өлгәшә.
— Бөтәһе алты саҡрым юлға ҡырсынташ түшәлде. Бында ДРСУ етәкселегенең ярҙамы ҙур булды, — ти ул.
Ҡырҙас клубы менән мәктәп алдына асфальт һалына. Шулай уҡ Әхмәт ауылы урамына ла ҡырсынташ түшәлә.
Ҡырҙас менән Әхмәт ауылдарында Бөйөк Ватан яугирҙәре иҫтәлегенә обелиск төҙөүҙе лә үҙ иңенә алып, уңышлы атҡарып сыҡҡан ул. Ҡырҙаста ҡалҡып сыҡҡан иман йорто — Ҡотдос Ғәзизовтың ауылдаштарына яһаған ҙур бүләге. 2006 йылда сафҡа ингән мәсетте бөгөн дә ярҙамынан ҡалдырмай, күптән түгел газ плитәһе, һыуытҡыс алып биргән.
Әйткәндәй, Ҡырҙаста фельдшер-акушерлыҡ пунктын, ауыл биләмәһе хакимиәтен, китапхананы берләштергән бинаның ауылды йәмләп ултырыуында ла уның өлөшө бар. Аҙағына еткерелмәйенсә туҡтап ҡалған төҙөлөштө дауам итеү мәсьәләһе буйынса ул саҡтағы район башлығы Владимир Павлюкович менән һөйләшеп, район хакимиәтенән аҡса бүлдереүгә өлгәшә.
Бөгөн Ҡырҙаста, райондың бер ауылында ла булмағанса, бөтә урамдарына асфальт түшәлеүҙә лә депутаттың өлөшө ҙур. Республиканың Транспорт һәм юл хужалығы дәүләт комитетының шул саҡтағы рәйесе Ильяс Мөниров район халҡын ҡабул итеүҙе ойошторғанда нәҡ Ҡотдос Мәһәҙи улы тыуған ауылына асфальт һалыу мәсьәләһен хәл итеүҙе ярҙам һорап ингәйне. Яҡташыбыҙ, шулай уҡ Ҡырҙас ауылы уҙаманы Динир Әхмәтйәновтың тырышлығы, район, республика ярҙамы менән мәсьәлә ыңғай хәл ителә.
Һуңғы биш саҡырылыш рәттән Ҡ. М. Ғәзизов Хәлил һайлау округынан депутат итеп һайлана. Үҙ округында һыу үткәргесте төҙөкләндереү, газүткәргес һуҙыу, юлдарҙы төҙөкләндереү, асфальт түшәү кеүек күләмле эштәрҙе башҡарыуҙа булышлыҡ итеүен дауам итә.
Миҫалға, Ҡалмаҡ ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ятып ҡалғандар һәм еңеү менән ҡайтҡандар иҫтәлегенә ҡуйылған обелискты, һыуға скважина ҡаҙҙырыу, ауылға инеү күперен ремонтлатыу кеүек эштәрҙе атарға була. Әбделмәмбәт клубы бинаһы замансаға үҙгәртеп ҡоролдо. Оҙаҡ йылдар йөҙәткән Ҡарасәйҙән Хәлилгә асфальт юлды еткереү мәсьәләһен хәл итеүгә булышлыҡ иткәне өсөн халыҡ айырыуса рәхмәтле. Хәлил һайлау округына ҡараған ауылдарҙа ниндәй генә сара үтмәһен, уларға Ҡотдос Мәһәҙи улы бағымсы ла булып сығыш яһай, һайлаусыларына «Осҡон» гәзитен дә яҙҙырып, бүләк итә.
Депутат Хәлил ауыл биләмәһендә айына бер тапҡыр һайлаусыларҙы шәхси һорауҙары буйынса ҡабул итеүҙе ойоштора.
— Төрлө мәсьәләләр буйынса мөрәжәғәт итәләр. Свет, һыу, газ, ергә документ... — ти ул. — Булат ауылы янында Ҡыҙыл һыуы йылдың-йылы ярҙы «ашауы» борсой халыҡты. Эргәлә генә зыярат, уны йыуһа, әрүәхтар рухы ғәфү итмәҫ, унан төрлө сирҙәр таралыуы бар... Ярҙы нығытыу өсөн смета эшләп, был етди мәсьәләне хәл итеү көнүҙәк.
Бына шулай депутат арымай-талмай һайлаусылары мәнфәғәтендә эшләүен дауам итә. Шулай уҡ Ҡотдос Мәһәҙи улына 2013 йылдан район Советы рәйесе урынбаҫары вазифаһы ла йөкмәтелгән.
Татыу ғаилә ҡороуы менән дә күптәргә үрнәк ул. Ҡатыны Нәзилә Зиннәт ҡыҙы менән өс балаға ғүмер биргәндәр. Эльвира менән Айгиз үҙ эштәрен булдырып, уңышлы эшләп киләләр, үҙҙәре улдар-ҡыҙҙар үҫтерәләр. Иҡтисадсы һөнәренә эйә Гөлназ ғаилә бизнесын алып барыуҙа төп көс.
Читайте нас