Төрлөһөнән
18 Июня 2021, 06:45

Күңелле осрашыу

Рауил ауылы ҡатын-ҡыҙҙарының «Дуҫлыҡ», Рысҡужа ауылының «Авокадо», Буранғол ауылының «Буранғол» командалары төрлө спорт ярыштарында көс һынашты.

Рауил ауылын сығып, Иҙәш Ҡусҡарына табан бер аҙ барғас та, йәмле Ҡыҙыл буйындағы аҡлан, һабантуй байрамындағы кеүек, күңелле шау-шыуҙан гөрләп торҙо. Ярышҡа тип килгән ҡунаҡтарҙы Рауил ауылының башҡорт кейемендәге «Гөлнәзирә» фольклор төркөмө ҡатын-ҡыҙҙары икмәк-тоҙ менән, күңелле таҡмаҡтар әйтеп ҡаршы алды. Ҡунаҡтар ҙа күстәнәсһеҙ килмәгән ине. Шулай итеп, спорт ярыштары командаларҙың бер-береһен сәләмләүҙәре менән башланып китте. Сәләмләүҙә рысҡужаларҙың «Авокадо» командаһына етеүсе булманы. Алһыу төҫтәге футболка кейгән рысҡужалар, заманса бейеүҙе бик оҫта бейеп, башҡаларҙы үтеп китте. Ғөмүмән, төрлө ярыштар буйынса фекер йөрөткәндә, аҡ футболкалы рауилдәрҙең «Дуҫлыҡ» командаһы күңелле старттарҙа, ҡыҙыл футболкалы буранғолдар арҡан тартышыуҙа, ә «авокадо»лар мылтыҡтан һәм уҡтан сәпкә атыуҙа алдынғылыҡты бирмәне.
Хәйҙәр Мөхәмәтдинов һәм Байрас Мәхмүтов ойошторған спорт ярыштарының бөтә төрҙәре лә бик ҡыҙыҡлы булды.
Биләмә башлығы Абдулхаҡ Солтановтың ҡотлау һүҙҙәрен ишеткәндән һуң, командалар маҡтау ҡағыҙҙары һәм бүләктәр алып ҡыуанды. Бейәғаҙа тауы күренеп торған матур тәбиғәт ҡосағында иҫтәлеккә фото ла төштөк. Был мәлдә Рауил ауылы ҡатын-ҡыҙҙарының һәм «Гөлнәзирә» фольклор төркөмө ағзалары Мәликә Вәлиева, Фәймә Гебель, Зилә Баһранова, Әлфиә Бәхтийәрова һәм Илүзә Мөхәмәтдиноваларҙың самауырҙары борҡолдап ҡайнаған, ҡаҙанда аштары әҙер ине. Был сара күңелле үтһен өсөн бөтә тырышлығын һалған клуб мөдире Миңлегөл Вәлиева барыһын да тәбиғәт ҡосағындағы мул һыйлы табынға саҡырҙы.
Ҡатын-ҡыҙҙар күңелле осрашыуҙы ойоштороусыларға рәхмәттәр әйтеп, еңеүсе «Авокадо» командаһы рысҡужаларға эстафетаны тапшырып таралышты. Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылына арнап буранғолдар башлап ебәргән сараны рауилдәр ҙә бик күңелле итеп үткәреп ебәрҙе.
Гүзәл ӘХМӘҘИЕВА,
Рауил ауылы.
Читайте нас