«Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамында беҙ, ғәҙәттә, рәсми ҡунаҡтар менән бергә урамдар буйлап йөрөп, өйҙәрҙең тышҡы күренешенә шаһит ҡылабыҙ. Төҙөк сынъяһау йорттар, тәрбиәле албаҡсалар янынан үткәндә, ирекһеҙҙән «их, ихатаһын да, хатта өйөнөң эсен дә күрһәң, унда ла шулай матурҙыр, егәрле хужалар менән танышһаң ине», тигән теләк тә яралып ҡуя.
Ишбулдылағы осрашыуҙа ошо хыялыма тормошҡа ашырға яҙҙы. Сирьяждановтарҙың ихатаһын фотоға төшөрөп алып китегеҙ әле, тип мөрәжәғәт иттеләр. Ғаиләнең бында төпләнеүенә алты ғына йыл икән. Айһылыу һәм Айсыуаҡ Сирьяждановтар ҡалалағы донъяларын ҡыҙҙарына ҡалдырып ауылға күсеп ҡайтҡан.
— Олоғая килә ауыл үҙенә тарта. Мин, яңғыҙ бөртөк ҡыҙҙары, ата-әсәйемдең нигеҙен етемһерәтеп буш ҡалдырмайым тип ҡайтып килдем, — ти Айһылыу апай. Бынамын тигән ныҡ атай йорто, яңы хужалары заманса төҙөлөш материалдары менән төҙөкләндергәс, өр-яңы һымаҡ булып яңырған.
Ә ихатаны Айһылыу Хәмзә ҡыҙының ижады йәмләй. Ата-әсәһе донъя көткәндән ҡалған аламаны ҡыйлыҡҡа түгергә ҡулы күтәрелмәүе уларға яңы ғүмер биреүгә, ҡапҡа эсен биҙәгән зауыҡлы әйберҙәргә әйләндереүгә этәргән. Күпте күргән ярыҡ ағас мискә хәҙер ишек алдында ҡуҡырайып еҙ самауыр ролен үтәй. Уның янындағы ҡыҙыл ерлеккә эре аҡ борсаҡ төшө-рөлгән пар сынаяҡты иҫке күнәктәр икән тип уйламаҫһың да. Тормош иптәше уларға тотҡостар йәбештереп, машина шинаһынан аҫтар ҙа ҡырҡып биргән. Сынаяҡтар эсендә тере сәскәләр үҫә. Айһылыу апай өс йыл инде пластик шешәләрҙән сәскәләр, ағастар эшләү менән мауыға. Уның тырышлығы менән ихатала мәңге һулымай торған ләлә сәскәләре, кактус, пальма «үҫеп» сыҡҡан. Кактусҡа ғына йәшел төҫтәге 75 шешә киткән. Уның был шөғөлөн белгән ауылдаштары үҙҙәре үк шешәләрҙе килтереп бирә икән. Тимәк, ауыл араһында осоп-туҙып йөрөгән пластик һауыттар ҡалмаған.
«Нимә һәм нисек эшләргә – барыһын да интернет өйрәтә. Теләк кенә булһын», — ти оҫтабикә. Эшләгән һайын оҫтара, ижад емештәре лә ҡатмарлаша бара уның. Иң һуңғы эштәренең береһе — ағас башына оя ҡорған ҡауҙылар. Ғаиләгә ҡот, бәхет килтереүҙе символлаштырған ҡоштар Сирьяждановтарға ла ырыҫ килтерһен. Артабан инде башҡа төрлө ҡоштар һәм йәнлектәр эшләү ниәте менән яна Айһылыу Хәмзә ҡыҙы.