Рәсәй Президенты гранты сараларына тормошҡа ашырылған район инвалидтар йәмғиәтенең «Ағиҙел тулҡындарында» проекты буйынса тәүге төркөм иҫ киткес бай тәьҫораттар менән Бөрйән районында ойошторолған ял турынан ҡайтты.
Апрель-май айҙарында грант аҡсаһына ойошма һыу туризмы өсөн кәрәк булған бөтә ҡорамалдар – катамаран, катабайд һәм байдаркалар, ҡотҡарыу жилеттары, йоҡлау өсөн тоҡтар, шатер-палаткалар һәм башҡалар менән тулыһынса «ҡоралланып», сәйәхәткә сығырға етди әҙерлек алып барҙы. Беренсе төркөм туризм буйынса район, республика ярыштарында һәм слеттарында ярайһы ғына тәжрибә туплаған көслө йәштәрҙән тупланды. Улар – Дәүләтшанан Флорид Кәримов, Таштимерҙән Зөлфиә Мөхөтдинова, Ташбулаттан Марат Йәнекәев, Тупаҡтан Йәмил Аҡмырҙин, Яңы Һамарҙан Илһам Дауытов, Асҡарҙан Фирүзә Аралбаева, Илсиә һәм Илһам Ғилмановтар, Сиҙәмдән Ринат Әхмәтйәнов, Зилиә һәм Илнур Сафиуллиндар. Нисек кенә йәшлек дәрте урғылып торған сос, сая ҡыҙ һәм егеттәр, йәш ғаилә парҙары булмаһындар, сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгәнгә күрә уларҙы ирекмәндәр, медик, төркөм етәксеһе – инструктор оҙатыуы мөһим ине. Хәүефһеҙлек техникаһы буйынса инструктаждар үткәрелде, һыуҙа үҙеңде нисек тотоу буйынса ҡағиҙәләр ҡабат-ҡабат иҫкәртелде. Инде юлға! Сәйәргә сығыусыларҙы социаль өлкә вәкилдәре – мәшғүллек үҙәге директоры Р. Ю. Рәхмәтуллин һәм социаль страховкалау фонды етәксеһе С. Ф. Ғиззәтова изге теләктәр менән оҙатып ҡалды. Район хакимиәте транспорт менән тәьмин итте.
Ял көнө туры алдан билдәләнгән программа буйынса уҙҙы. Автобус төркөмдө Бөрйән районының Мәндәғол ауылына тиклем илтеп ҡуйҙы. Беренсе кис танышыу кисәһе, спорт ярыштары менән үтеп тә китте. Икенсе көн, төшкө ашҡа туҡтағанды иҫәпкә алмағанда, тулыһынса Ағиҙел тулҡындарында тирбәлеп, йылғала ағыуға арналды. Кәйефтәр күтәренке, тауыштар көр ине, дәртле музыка, йыр тауыштары яңғыраны. Ишкәктәрҙе ишеүҙән тәнде бер аҙ арыу биләһә лә, туҡталҡала «һә» тигәнсе палаткалар лагеры ҡоролдо, поход мунсаһы елпетелде. Киске аштан һуң йәштәр үҙҙәре үк күңелле дискотека, төрлө уйын-конкурстар ойошторҙо. Өсөнсө көндә Ағиҙел буйлап артабан йөҙҙөләр. Иң һуңғы һәм иң иҫтәлекле туҡталыш Шүлгәнташ ҡурсаулығы ине. Мәмерйәлә булыу, музей-экскурсия комплексы менән танышыу һәр кемдә онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Проект маҡсатына иреште: сикле мөмкинлектәр кәртәһен емереп, хозур тәбиғәт ҡосағында булыуҙан, йәнле аралашыуҙан, үҙ-ара дуҫлыҡ күперҙәрен нығытыуҙан, ҡояш, һыу терапияһы алыуҙан күпме көс-ҡеүәт алып ҡайтты ял көнө турында ҡатнашыусылар. Быйылғы йәйгә планлаштырылған грант проекты турҙары яңы башланғыс алып тора, ә тәүге төркөмдә ял итеп ҡайтыусылар инде киләһе йылда йәнә бергәләшеп йылғанан ағыу тураһында хыяллана. Әйтергә кәрәк, район инвалидтар йәмғиәте йәй дауамында сентябргә тиклем 10-шар кешелек төркөмдәрҙән 8 тур ойошторасаҡ. Йәғни сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле 80 кеше Башҡортостандың һоҡланғыс матур төбәген күреү бәхетенә ирешәсәк.
– Шундай матур ерҙәрҙә булдыҡ! Һүҙ менән һөйләп-һүрәтләп бирерлек түгел. Элек Шүлгәнташ мәмерйәһендә булғаным бар. Ләкин Ағиҙелдән аҡҡаным юҡ ине әле. Ярыштарға бергә йөрөгән дуҫ-иштәр менән бергә булыу, яңы танышыуҙар йылы хәтирәләр ҡалдырҙы. Ирекмәндәр – «Батыр» ФКҺ-һы тренерҙары Лилиә Аслаева һәм Гөлсирә Кәримованың ярҙамсыл, яғымлы мөғәмәләһе, тәмле аштары – барыһы ла оҡшаны. Беҙ сәләмлек хәле буйынса күпселек ваҡытта өйҙә ултырырға мәжбүрбеҙ. Мин үҙем I төркөм инвалидымын. Бауыр аҫтынан ел үткәреп, яңы ер-һыуҙар күреү шатлығы бүләк иткәне өсөн инвалидтар йәмғиәте рәйесе, проект етәксеһе Нәсимә Әҡсәноваға, турҙы ойоштороусы инструктор-тренер Рәмил Иҫәнбаев етәкселегендә сәфәребеҙҙең имен-аман уҙыуын тәьмин иткән ирекмәндәргә сикһеҙ рәхмәтлемен.
– Минең өсөн был сплав – өсөнсөһө. Быға тиклем дуҫтар компанияһында йылғанан аҡҡаным булды. Әммә ял бер ҡасан да артыҡ түгел. Был юлы ла ҙур теләк менән барҙым һәм үкенмәйем – оҡшаны! Тормошҡа уртаҡ ҡарашлы кешеләрҙән тупланғайны беҙҙең төркөм. Быға ҡәҙәр ярыштарға бергә йөрөгәс, күптәре менән яҡшы таныштар инек, ирекмәндәр менән дә юлда уҡ ихлас аралашып киттек. Ял юғары кимәлдә ойошторолдо. Командабыҙ капитаны, тренер-инструктор Рәмил Рәшит улының оҫта ойоштора белеүе һөҙөмтәһендә туристик ялыбыҙ ҡытыршылыҡтарһыҙ үтте. Ирекмәндәр үҙҙәрен бик егәрле ашнаҡсылар итеп күрһәтте. Үҙәк дауахана фельдшеры Ғәзиз Баймөхәмәтов һәр саҡ сәләмәтлек хәлебеҙ менән ҡыҙыҡһынып торҙо, кәрәкһә ҡан баҫымын үлсәне. Тур маҡсатына өлгәште. Һаман да шәп тәьҫораттар аҫтында йөрөйөм. Әүҙем ял яратҡан кеше булараҡ, миңә ул саҡ ҡына етмәй ҡалды. Шуға күрә киләһе йылда ла мотлаҡ барасаҡмын.