Төрлөһөнән
29 Июня 2021, 05:00

Икенсе һулыш

Йәйҙең матур көндәренең береһендә Әлфиә Хәкимова үҙенең 60 йәшен билдәләне.

Йәйҙең матур көндә-ренең береһендә Әлфиә Хәкимова үҙенең 60 йәшен билдәләне. Ошо ғүмерҙең өстән ике өлөшөн район гәзитенә бағышлаған хеҙмәт-тәшебеҙҙе Әбйәлилдә бел-мәгән кеше һирәктер, моғайын. Гәзитсе һөнәренең ябай хәбәрсенән алып мөхәрриргә тиклем бөтә баҫҡыстарын үтеп, матбуғат өлкәһендә оло тәжрибә туплаған кеше ул. Мө-хәррирлек — икеләтә яуаплы эш. Даими көсөргәнеш кешене арыта, һөнәри яҡтан яндыра. Әлфиә Ташбулат ҡыҙы ла уҙған йыл аҙағында үҙенә ял бирергә ҡарар итте. «Өс көндән үкенә баш-ламаһам инде», — тигәйне эштән киткәндә, ысынлап та, өс айҙан редакцияны, гәзитте һағынып, хәбәрсе сифатында бында яңынан ҡайтты. «Миндә хәҙер икенсе һулыш асылды: шундай ҙур кинәнес менән эшләйем», — ти ул. Әйтмәһә лә, уның осоп йөрөүенән, һәр ваҡыт күтәренке кәйефтә булыуынан үҙебеҙ ҙә быны күреп торабыҙ.
Күптәребеҙ ише, Әлфиә Хәкимова ла матбуғат өлкәһенә осраҡлы килеп юлыға. 1982 йылда Магнитогорск педагогия институтында рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы дипломы алғас, ул юллама буйынса Аша ҡалаһына бара, тик унда урынын кемдер алданыраҡ биләп өлгөргән була. Ҡайҙа тыуған — шунда кәрәккән, тигән мәҡәлдәге кеүек, Әлфиәгә тәғәйен урын иһә тыуған Асҡарында, «Осҡон» — «Искра» гәзите редакцияһында, булып сыға.
Һәр ауыл гәзите хәбәрсеһе кеүек, уға ла эште колхозға командировканан башларға тура килә. Комбайнды бығаса һүрәттә генә күргән ҡыҙҙың тәүге мәҡәләһе Калинин исемендәге хужалыҡта ураҡ барышы тураһында була. Филолог кеше былай ҙа һүҙ менән яҡшы эш итә, шуға өҫтәп, кешеләр менән уртаҡ тел таба белһәң, белемле һәм ҡыҙыҡһыныусан булһаң — был ярты уңыш тигән һүҙ, артабан һәр мәҡәлә, һәр һүрәтләмә артынан яйлап тәжрибә, оҫталыҡ һәм уҡыусылар һөйөүе үҙе килә. Йәш журналистың иғтибарлы булыуы, логик фекерләй белеүе, бай эрудицияһы, күп уҡыуы ла үҙ ролен уйнай, ул тиҙ арала үҙен эшенең оҫтаһы итеп таныта. Өс йылдан — хаттар бүлеге мөдире, тағы ике йылдан мөхәррир урын-баҫары итеп тәғәйенләнеүе шуға дәлил.
Мин редакцияла эшләй башлағанда Әлфиә Ташбулат ҡыҙы ошо вазифала ине. Гәзит ике телдә сыҡҡас, ул рус телендәге баҫма өсөн яуап бирҙе. Минең кеүек баш-ҡортса яҙғандарҙың мәҡә-ләләрен тәүҙә тәржемәсе рус теленә ауҙара. Аҙаҡ уларҙы «Искра»ла уҡып ҡарай ҙа «ҡалай йәпле генә, йыйнаҡ ҡына килеп сыға, их, ниңә мин русса яҙа белмәйем икән» тип үкенеп уйлаған саҡтарыма хәҙер көлкөм килеп ҡуя. Улар нәҡ Әлфиә Хәкимованың талапсан ҡулдары аша шымартылып, «һыуы»нан таҙартылып, еңел һәм уҡымлы булып китеүен ул саҡта аңлап та етмәгәнмен икән.
«Абзелил» айырым гәзит булараҡ 2006 йылда барлыҡҡа килде. Башҡорт районында рус телендәге гәзиткә еңел булмаясағы көн кеүек асыҡ ине. Шуға үҙ йөҙөн булдырыу, үҙ уҡыусыларын табыу өсөн Ә. Т. Хәкимова етәкселегендәге коллективҡа сослоҡ, етеҙлек талап ителде. 2007 һәм 2008 йылдарҙа, яңы ғына барлыҡҡа килгән баҫманың ике йыл рәттән «Прессаның алтын фонды» Бөтә Рәсәй билдәһенә лайыҡ булыуы коллегаларҙың тырышлығы бушҡа китмәүен раҫлай. Бөгөн төпкөл генә башҡорт ауылдарында ла матбуғатҡа яҙылыуҙы ойошторған сағыбыҙҙа «Миңә «Абзелил» оҡшай, күптән алдырам», — тигән кешеләрҙең осрауы уларҙың хеҙмәтен таныу түгелме ни?
«Абзелил»дар республика баҫмалары араһында күп һанлы конкурстарҙа призлы урындар алып килә. 2011 йылда район һәм ҡала гәзиттәре араһында уҙғарылған Космонавтика йылына арналған бәйгелә рус гәзите 1-се урын яуланы. Юрий Гагаринды күргән яҡташтарҙы эҙләүе еңел булмай, әммә хәбәрселәр барыбер таба һәм теманы уларҙың хәтирәләре аша яҡтырта. Был үҙенсәлекле эш аша яуланған лайыҡлы еңеү була.
Әлбиттә, хәҙер тормошта интернет пәйҙә булыуы, почта хеҙмәтенең насар эшләүе ваҡытлы матбуғаттың баһаһын ныҡ төшөрҙө. Шундай шарттарҙа ла район гәзиттәре ышаныслы мәғлү-мәт еткерергә, ҡыҙыҡлы мәҡәләләр баҫтырырға, уҡыусыларын юғалтмаҫҡа тырыша. «Минән һуң мө-хәррирлек дилбегәһен ҡу-лына алған Таңсулпан Йомағужинаға ҡарайым да, уның да ни тиклем ихласлыҡ һалып, гәзит өсөн ысын йөрәктән янып-борсолоп эшләүен, матбуғатҡа яҙылыу осоронда һәр өйгә, һәр уҡыусыға етергә тырышыуын күреп, гәзитте ышаныслы ҡулдарға тапшырҙым тип уйлайым һәм «Абзелил»дың изге, яҡты киләсәге булырына ышанам», — ти элекке мөхәррир. Ул бөгөн хәбәрсе ролендә кешеләр менән ихлас аралаша, командировкаларға йөрөй, хаттар әҙерләй, төрлө темаларға яҙа.
— Йәшәлгәндәргә йомғаҡ яһап, мин бәхетле кеше тигән фекергә килдем, — тип һөйләшеүҙе лә йомғаҡланы Әлфиә Хәкимова. — Беҙ, дүрт бала, игеҙәгем, ике ағайым, матур, татыу ғаиләлә тик һөйөү һәм наҙ тойоп үҫтек. Тормошомда ауыр мәлдәр ҙә булды, шулай ҙа ошо эшкә алып килгән яҙмышыма ныҡ рәхмәтлемен. Журналист — бик ҡыҙыҡлы һөнәр. Миңә еңелерәк йә аҡсалыраҡ эш кәрәк ине тигәндәрҙе йәлләйем, тимәк, ул кешеләр үҙ хеҙмәтеңдән ҡәнәғәтлек кисереү нимә икәнен белмәй. Гәзитсе-ләрҙең эш хаҡы юғары түгел. Маяковский әйткәнсә, «мне и рубля не накопили эти строчки...» булһа ла, берәү ҙә китмәй бит. Тимәк, башҡалар өсөн дә матди яҡ иң мөһиме түгел. Миңә бөгөнгө көндә В. Ә. Илһамов етәкселегендә эшләгән мәғлүмәт үҙәге коллективы бик оҡшай. Һәр кем — үҙенсәлекле, ижади, сағыу шәхес, һәр береһенән нимәгәлер өйрәнәм һәм нимәлер өсөн рәхмәтлемен.
Геройым эштә генә түгел, шәхси тормошонда ла бәхетле тип һанайым мин. Сөнки уның игеҙәге, «минең Зөлфиәм» тип атар кешеһе бар. Был бит һирәктәрҙең өлөшөнә эләгә торған тормош бүләге. Мәктәптән һуң Зөлфиә Бураншина Өфөгә педагогия институтына китеп, химик-биолог һөнәрен һайлап, бөтә ғүмерен 20-се һанлы мәктәптә балаларға белем биреүгә арнаған. Ул — Президент грантының тәүге лауреаттарының береһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре. Әлфиә Ташбулат ҡыҙы иһә — Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, һәм ул инде 24 йыл был исемде лайыҡлы йөрөтә.
Әлбиттә, Әлфиә Ташбулат ҡыҙына таланты юғарыраҡ үрҙәрҙе яуларға ла мөмкинлек бирә ине. Әммә ул әсәһенә яҡында булыуҙы һайлаған. Һәм, ысынлап та, Мәрзиә апай түшәккә ятҡас, уға ҡыҙының тәрбиәһе кәрәк булды. Ул шулай эштән дә мөһимерәк хәл тыуған мәлдә үҙенең балалыҡ бурысын үтәп, яҡын кешеһенең фатихаһын алып ҡалды.
Һәр журналист әйтер: яҡшы белгән кешең тура-һында яҙыуы еңел түгел. Күп нәмә хаҡында әйтергә теләйһең, әммә бөтәһен дә ҡыҫҡа, әммә һыйҙырышлы итеп биреүе ауыр. Һәм бына алдыма тағы шул һорау баҫты: бөтәһен дә кәрәгенсә әйтеп еткерә алдыммы? Лайыҡлы һүҙҙәр таптыммы икән? Рәхмәт Һеҙгә, Әлфиә Ташбулат ҡыҙы, көндәлек, йыш ҡына күҙгә күренмәгән, әммә мөһим хеҙмәтегеҙ, район йылъяҙмаһын төҙөүгә индергән өлөшөгөҙ өсөн. Артабан да гәзит алдырыу-сыларға һеҙҙең еңел, уҡымлы тел менән яҙылған мәҡәләләрегеҙҙе көтөп алып уҡыһын, «икенсе һулыш» дауамлыраҡ булһын тип теләге килә. Эш араһында ябай тормош ҡыуаныстары ла кисереп, иҫән-һау булып, бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын. Юбилейығыҙ менән!
Автор:Рахима Мусина
Читайте нас