Төрлөһөнән
2 Июля 2021, 10:35

Бөгөн - Халыҡ-ара эттәр көнө

Эт - кешенең иң тоғро тормош юлдашы. Ә кешеләр уларға ҡарата шундай була беләме? Ошо хаҡта хикәйәт.

ХИКМӘТЛЕ ХИКӘЙӘТ
Кеше үлеп киткән. Эте лә эргәһенә ятып мәңгелеккә күҙен йомған. Һәм бына кешенең йәне ниндәйҙер алтын ҡапҡа алдында тора, ти. Эргәһендә – эттең дә йәне. Ҡапҡа артынан ҡарауылсы килеп сыҡҡан.
- Был ниндәй урын? – тип һораған кеше.
- Был – ожмах, һин үлгәнһең дәһә. Әйҙә, ин, ял ит...
- Ә унда ашарға-эсергә бармы?
- Унда йәнең теләгән бөтә нәмә лә бар.
- Минең этем бар ине бит әле...
- Юҡ, эт менән ярамай, - тигән ҡарауылсы өҫтәге “Эттәр менән инергә ярамай!” тигән яҙыуға күрһәтеп.
Инмәгән кеше, үтеп киткән. Арыраҡ икенсе ҡапҡа күреп, шунда барғандар. Уның төбөндә лә бер ҡарт ултыра, ти.
- Ғәфү итегеҙ, был ҡапҡа артында нимә?
- Ожмах.
- Ә эт менән инергә мөмкинме?
- Әлбиттә!
- Ә теге алда осраған ниндәй ҡапҡа булды һуң? - тип һораған кеше.
- Ул – тамуҡ.
- ?..
- Ожмахҡа дуҫтарын ташламаған кешеләр генә килеп етә, - тигән ҡарт.
Автор:Рахима Мусина
Читайте нас