Төрлөһөнән
9 Июля 2021, 05:40

Юлсылар район гәзиттәре менән бергә ҡала

Районда иң ҙур предприятиеларҙан һаналған юл ремонт-төҙөлөш идаралығы коллективы йыл һайын «Осҡон» һәм «Абзелил» гәзиттәренә дөргөн яҙыла.

Районда иң ҙур предприятиеларҙан һаналған юл ремонт-төҙөлөш идаралығы коллективы йыл һайын «Осҡон» һәм «Абзелил» гәзиттәренә дөргөн яҙыла. 2021 йылдың икенсе ярты йыллығына ла бар хеҙмәтсәндәр ҙә «районка»ларға абонемент тултырған. Ошоно иҫәпкә алып, Әбйәлил мәғлүмәт үҙәге юлсылар араһында айырым уйын ойошторорға ҡарар итте.
Уйында еңеүселәрҙе тотош коллектив алдында билдәләү ғәҙел булыр, өҫтәүенә, эш кешеләренең ваҡыты тығыҙ булыуын иҫәпкә алып, предприятиеның үҙендә үткәрергә булдыҡ.

Иң элек «Осҡон» һәм «Абзелил» гәзиттәре мөхәррирҙәре Вил Илһамов менән Таңсулпан Йомағужина июль-декабрь айҙарына «районка»лар менән бергә ҡалған ДРСУ хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

— «Осҡон» менән «Абзелил» гәзиттәре райондың хәҙерге заман йылъяҙмаһын яҙыуға ҙур өлөш индерә. Уҙған йылдар тарихын район гәзиттәренең һаҡланған тупланмаларынан табырға мөмкин. Бөгөн донъяны яулап алған интернет мәғлүмәттәре бер көнлөк кенә, ә сыҡҡан гәзиттәр йылдар буйы һаҡлана. Мәҫәлән, «Осҡон»доң, хатта 1932 йылдағы һаны бар, — тине улар. Һәм юлсыларҙы яратҡан баҫмаларынан артабан да айырылмаҫҡа саҡырҙылар.

Квитанциялар араһынан призерҙарҙы ошонда уҡ эшләгән кешеләр үҙҙәре билдәләне. «Осҡон» гәзитенә яҙылыусыларҙың исемлеге менән таныштырып, фамилиялары яҙылған ҡағыҙҙарҙы барабанға төшөргәс, даланлыларҙы билдәләү Хәҙис Кирамовҡа йөкмәтелде. Тәүге тартып сығарған квитанция Рәшит Дауытбаевтыҡы булып сыҡты һәм ул төп призды — кер киптергес отто. Бөжәктәргә ҡаршы ишек ҡорғаны Ирәмән Әхтәмовҡа сыҡты, Лилиә Таһироваға асҡыстар йыйылмаһы эләкте.

Икенсе ярты йыллыҡта «Осҡон» менән бергә ҡалған башҡа гәзит уҡыусыларыбыҙға дәртләндереү приздары тапшырылды.

«Абзелил» гәзитенә яҙылғандарҙан еңеүселәрҙе Ирек Рысҡужин билдәләне. Уйынға ҡуйылған төп приз — миксер Сәғит Хызыров бәхетенә тейҙе. Ирек Рысҡужин менән Рифат Баймырҙин дәртләндереү приздары алып ҡыуанды.

Бөтә коллектив менән район гәзиттәренә яҙылған ойошмалар хеҙмәткәрҙәре араһында айырым уйын үткәреү йолаһын артабан дауам итергә уйлайбыҙ.

Кемдәр икенсе ярты йыллыҡҡа яҙылып өлгөрмәгән, почта бүлексәләренә барып, почтальондарға мөрөжәғәт итеп, редакцияның үҙенә килеп тә, август айынан алыу шарты менән яҙылырға мөмкин.
Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас