Рәсәйҙә студенттар туризмы программаһы башлана, уның сиктәрендә юғары уҡыу йорттары студенттары Рәсәй төбәктәре буйлап сәйәхәт итергә һәм университет кампустарында, ятаҡтарында арзан хаҡҡа йәшәргә мөмкин.
Программа 15 июлдән 25 авгусҡа тиклем иҫәпләнгән.
Ошо программа буйынса студенттар август аҙағынаса тиерлек үҙ иҫәбенә, шулай уҡ үҙҙәренең юғары уҡыу йортонан ойошторолған төркөм менән (сығымдарҙы ебәргән яҡ үҙ өҫтөнә ала) сәйәхәт итергә мөмкин.
Әлеге ваҡытта илдең 15 университеты проектҡа ҡушылған. Өфөлә, Санкт-Петербургта, Мәскәү өлкәһендә, Түбәнге Новгородта, Ҡазанда, Владивостокта, Дондағы Ростовта, Калининградта, Томскиҙа, Бөйөк Новгородта, Красноярскиҙа, Барнаулда, Таганрогта, Владикавказда, Симферополдә һәм Иркутскиҙа программа партнерҙарының вуз кампустарында һәм ятаҡтарында туҡталырға була.
БДУ әҙерләгән маршрут 6 көнгә, 5 төнгә иҫәпләнгән. Республиканың матур урындары менән таныштырыу, халыҡтың мәҙәниәтен, көнкүрешен күрһәтеү ҡаралған. Ял итергә килеүсе студенттар күлдәр, шарлауыҡтар, мәмерйәләрҙе күрәсәк, шулай уҡ Көньяҡ Уралдың иң бейек түбәләренә артыласаҡ. Турға Өфөнөң музейҙары, театрҙарында булыу, ҡала буйлап экскурсия ҡылыу инә.