Төрлөһөнән
13 Июля 2021, 04:59

Йәй — туйҙар миҙгеле

Июнь аҙағында Әбйәлилдә тағы бер йәш ғаилә барлыҡҡа килде — Асҡар егете Радик Малыбаев менән Салауат ауылы һылыуы Ләйсән Шәйәхмәтова сәстәрен сәскә бәйләне.

Июнь аҙағында Әбйәлилдә тағы бер йәш ғаилә барлыҡҡа килде — Асҡар егете Радик Малыбаев менән Салауат ауылы һылыуы Ләйсән Шәйәхмәтова сәстәрен сәскә бәйләне. «Туйҙар бөткәнме ни, аҙна һайын йәштәр өйләнешә», — тиерһегеҙ. Ә ни өсөн тап Малыбаевтар ғаиләһенә туҡталырға булдым һуң?
Беренсенән, мин Радик тураһында бер нисә йыл элек яҙып үткәйнем: юғары белемле егет, ул мәлдә, хәрби хеҙмәтен тултырып ҡайтып, Яҡут Республикаһында балаларға белем бирә ине. Былтыр Радик тыуған ауылына ҡайтты һәм Таһир Кусимов исемендәге гимназияла уҡытыусылыҡ эшен дауам итте. Дуҫлашып йөрөгән ҡыҙы Ләйсән менән никах уҡытып та ҡуйҙылар. Йәш кәләш әле «Россельхозбанк»тың Асҡар бүлексәһендә эшләп йөрөй.
Иғтибарымды шул йәлеп итте: ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар Гөлназ һәм Илфат Малыбаевтар, Миләүшә һәм Таһир Шәйәхмәтовтар йәштәр өсөн был иҫтәлекле көндө башҡорт йолаларына таянып, зауыҡлы итеп уҙғарырға килешкән икән.
Шулай итеп, егет яғынан килгән ҡунаҡтарҙы Салауат ауылы осонда ҡымыҙ, буҙа менән милли кейемдәрҙәге ҡоҙалар ҡаршы алғас, кәләш йәшәгән йортҡа килеп, бер аҙ сауҙалашып алғандан һуң, машиналарға тейәлеп Асҡарға юлландылар. Туйҙың рәсми өлөшө, никах теркәү тантанаһы кафела уҙҙы. Ә иртәгәһенә төп ҡоҙағый Гөлназ Марат ҡыҙы үҙ ихатаһында табын ҡороп (әйткәндәй, уларҙың ҡапҡа эсе оҫта ҡуллы ғаилә башлығы, билдәле ағас оҫтаһы, рәссам Илфат Филҡәт улының тырышлығы менән иҫ китмәле йыһаздар менән биҙәлгән), ошонда уҡ һандыҡ һатыу йолаһын ойоштороп ебәрҙеләр. Егет менән ҡыҙҙың өләсәләре Баҙыян Шәйәхмәтова һәм Фәриха Шакирова (улар ҙа шартына килтереп, башҡорт милли биҙәүестәрен, балитәкле күлдәктәрен, семәрле камзолдарын кейҙе) йәш ғаиләгә ололарҙың өгөт-нәсихәтен еткерҙе, татыулыҡта, бер-берегеҙҙе хөрмәт итеп, тиң йәшәгеҙ, тине.
Шунан инде ҡунаҡтар йәш килендең һыу юлына сыҡтылар. Ҡайһы бер туйҙарҙағы кеүек, әҙәм көлдөрөп, теләһә нимә кейеп, иҫерешеп йөрөүгә баштан уҡ ҡаршы булдылар һәм милли кейемдәрҙәге ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар һыу ҡоҙоғона, башҡортса йырлашып, гармун көйҙәре аҫтында атланы. Һыу юлына Ләйсән еңгәләрен бикәстәре Рәмилә һәм Нәркәс әйҙәне. Был матур йоланы үткәреүҙә Малыбаевтарға Асҡарҙың Көнсығыш-1 биҫтәһенең Ф. Ибраһимов урамында йәшәүсе уңған ҡатын-ҡыҙҙары ярҙамға килде. «Гүзәл һәм Рөстәм Рамаҙановтарға, Хәлиҙә Байтүринаға, Лилиә Миҙәтова һәм Фәнис Ҡаһармановҡа, Ләйсән Рәхмәтоваға, Резеда Ишҡоловаға айырыуса рәхмәтлебеҙ, — ти Гөлназ Малыбаева. — Улар үҙҙәре халҡыбыҙҙың милли ризыҡтарынан торған өҫтәл әҙерләп, самауыр сәйе ҡайнатып ҡаршы алды, йәштәргә йәтеш кенә һынау үткәреп, һорауҙар бирҙе. Фәнис уйнаған ҡурай моңдарына Резеда башҡортса бейергә төшөп китте, башҡалары таҡмаҡ әйтеп торҙо. Ғөмүмән, һоҡланғыс тамаша булды беҙҙең биҫтәлә. Кискә был тырыш, дәртле күршеләрҙе килен күстәнәсе менән сәйгә саҡырып алдыҡ. Туйҙар йышыраҡ ошолай халҡыбыҙҙың борон-борондан килгән йолаларына таянып, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе һаҡлап уҙғарылһа, йәш быуынға өйрәнеү өсөн өлгө булыр, урамдар дуҫлығы ла нығыныр ине».
Р. МӨХӘМӘҘИЕВА.
Автор:IMPORT Сервисный
Читайте нас