

Ярты быуат элек нәҡ Әбйәлилдә нигеҙ һалынған матур байрам һөҙөмтәһендә ошо йылдар арауығында күпме ауылдар яңы һулыш, яңы төҫ алды, күпме кешеләр эшенән, донъя мәшәҡәттәренән арынып, тәүге тәпәй баҫҡан ерен, ауылдаштарын күрергә, бала саҡ, йәшлек дуҫтары менән осрашырға ҡайтты. Ауылдаштар осрашыуы тамырҙарҙы барларға, быуындар бәйләнешен нығытыуға, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауға ла бер сәбәп. Шуныһы ҡыуаныслы: ауыл халҡы был сараны көтөп ала, ҡыштан уҡ әҙерлек эштәрен башлай, йорт-ихатаһын төҙөкләндерә.
Бер күрешеү — үҙе бер ғүмер, тип, Шәрип ауылындағы «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамында ла һәр кем үҙ туғандары, дуҫтары менән осрашты, уларҙың ғаиләһе, балалары менән танышты, аралашты.
Ауылдаштарҙы бергә туплаған йәмле сара, ғәҙәттәгесә, хөрмәтле ҡунаҡтарҙы ололап ҡаршылауҙан башланды. Был юлы шәриптәрҙең шатлығын уртаҡлашырға район Советы секретары Булат Исламбаев, район Советы депутаты, Әбйәлил юл ремонт-төҙөлөш идаралығы начальнигы Ринат Аҡсурин, район ветеринария станцияһы начальнигы Маҙһар Мәғәфүров, тамырҙары ошо ауылдан булған билдәле офтальмолог, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы Рәшит Ишбулатов һәм ябай уҡытыусынан кафедра мөдире, проректор, профессор дәрәжәһенә күтәрелгән иҡтисади фәндәр кандидаты, хәҙер инде мәрхүм Хәҙис Шәйхетдин улының ҡатыны Сәхибә Ғәбитова балалары менән, билдәле музыкант Рөстәм Ғәбитов, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Илсиә Ғәрифуллина һәм башҡа күптәр килгәйне.
Ҡунаҡтар ауылдың урамдары буйлап үтеп, Тау урамында урынлашҡан мәктәпте ҡараны. Төпкөл ауылда бөтә уңайлыҡтар булдырылған мәғариф учреждение булыуына һоҡланыуын белдерҙе. Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк, башланғыс мәктәптә бөгөн 22 бала белем ала, ә Шәриптән ҙур ауылдарҙа 6-8 бала ғына уҡыған мәктәптәр бар. Сабыйҙар тыуа, белем усағы эшләй, тимәк, ауыл бөтмәй.
Йәштәр урамындағы мәсетте ошо ауыл ейәне Салауат Хафизов ауылдаштары менән берлектә төҙөгән.
Шайморатов урамында Йәмиға һәм Ишмөхәмәт Шакировтар, Тыныслыҡ урамында Миңлегөл Ғәйнуллина йорттары янында ҡуйылған өҫтәлдәрҙәге милли ризыҡтарҙан ауыҙ итеп, уларҙың гармун-ҡумыҙ моңдарына ҡушылып бейеп, күңел асып алғандан һуң, барыһы ла байрам үтәсәк тау итәгенә атланы.
Урамдарҙан үткәндә һәр кем ауылдың төҙөклөгөнә, матурлығына иғтибар итте, йорт хужаларына маҡтау һүҙҙәрен йәлләмәне.
Дөйөм көс менән Шәрип халҡы тыуған төйәктәрен танымаҫлыҡ итеп матурайта алған. Әйткәндәй, ике йыл элек шәриптәр зыяратты урындағы инициативаларға булышлыҡ итеү проекты ярҙамында яңыртып кәртәләүгә өлгәшкән, был маҡсатта һәр йорттан берәр мең һум аҡса ла йыйғандар. Быйыл йыл аҙағына тиклем ауылда яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктын төҙөү күҙаллана.
Былтыр 1 миллион һумдан ашыу суммаға урам юлдарына ҡырсынташ түшәлһә, эш быйыл да дауам итә. Ауыл халҡын кәрәҙле бәйләнеш булмауы, янғын ваҡытында зыян күргән клуб урынына яңыһын һалыу, Шәрипкә автобус бәйләнеше кәрәклеге борсой.
— Шәриптә байрам була тигәс, күптәр унда йәштәр бармы, йәшәргә ҡалалармы тигән һорауҙы бирҙе. Күреүегеҙсә, ауылда туйҙар үтеп тора, балалар тыуа, яңы өйҙәр күтәрелә, булғандары заманса итеп төҙөкләндерелә. Тимәк, төпкөл ауылда ла тормош гөрләй, — тине үҙенең сығышында Хәмит ауыл биләмәһе башлығы Фирүзә Ғәҙелшина. — Бында дәртле, сәмле, ихлас донъя көткән кешеләр ғүмер кисерә. Осрашыу урынын әҙерләүҙә ир-егеттәрҙең ярҙамы ҙур булды. Йәмғеһе ауылда бөгөн ете тиҫтәнән ашыу хужалыҡта 323 кеше йәшәй, шуларҙың 111-е балалар һәм үҫмерҙәр.
Ф. Ғәҙелшина ауыл биләмәһе хакимиәте исеменән шәриптәргә волейбол сеткаһы менән туп бүләк итте.
— Районда йолаға әйләнгән матур традицияларҙы дауам итеп, ҙур әҙерлек эштәре башҡарғанһығыҙ: һәр йорт тәртипкә килтерелгән, улар сағыу төҫтәр менән балҡып ултыра, — тине Булат Исламбаев һәм район хакимиәте исеменән шәриптәргә 25 мең һумлыҡ сертификат тапшырҙы. Ул шулай уҡ һәр эштә әүҙем булған ауыл Советы депутаты Рәфис Абдрахмановты, мәктәп директоры Айгөл Иҫәнбаеваны, староста Айрат Мөхөтдиновты район Советының рәхмәт хаттары менән бүләкләне. Булат Юныс улы ауылдың ололары, һуғыш михнәттәрен кисергән Рәхилә Ғәлләмова менән Хәнифә Ғәйнетдиноваға «Һуғыш балалары» танытмаһын да тапшырҙы.
Халҡыбыҙҙың матур йолаһы бар: байрамға берәү ҙә буш ҡул менән килмәй. Ринат Лотфулла улы үҙенең һайлаусыларын байрам менән тәбрикләгәндән һуң, мәсеткә инеү урынына асфальт түшәргә вәғәҙәләне. Әйткәндәй, ошо көндәрҙә юлсылар был эште теүәлләп тә ҡуйған.
— Ошонда тыуып үҫтем, хеҙмәт юлым да ошонда башланды. Хәмит, Мәйгәште, Шәрип ауылдары өсөн беренсе фельдшер булдым, — тип башланы үҙенең ҡотлау сәләмдәрен Рәшит Шакирйән улы. — Ҡан-ҡәрҙәштәрҙе бергә туплаған, туғанлыҡты яңыртҡан байрам күңелдәрҙә тик яҡты тойғолар уята. Кендек ҡаным тамған ауылым хаҡында иң изге, йылы тойғолар һәр саҡ йөрәк түрендә һаҡлана. Ауылыма ҡайтҡан һайын тыуған тупраҡтан бөтмәҫ көс, дәрт алып ҡайтам. Ошо тойғолар балаларымда ла һаҡланһын тип улдарымды, ейәндәремде лә алып килдем.
Рәшит Ишбулатов мәсеткә намаҙлыҡ һәм дини китаптар, ФАП өсөн кәрәк-яраҡтар, мәктәпкә туптар бүләк итте. Мәҙәниәт усағын ҡайтанан төҙөй башлаһалар, мөмкин тиклем матди ярҙам күрһәтергә лә вәғәҙәләне яҡташтары.
— Мин, ошо ауыл ҡыҙы булараҡ, осрашыуға ашҡынып ҡайттым. Бала саҡ хәтирәләре, ауылдаштар менән осрашыуҙар күңелгә әйтеп аңлата алмаҫлыҡ рәхәтлек бирә. Ауылдаштарыма ҙур рәхмәт, байрамға шул тиклем ихлас әҙерләнгәндәр, ауыл матурайған, — тип һоҡланыуын йәшермәне Илсиә Дилмөхәмәт ҡыҙы ла.
Ойоштороу комитеты байрамға әҙерлек сиктәрендә күп конкурстар иғлан иткән. Байрам барышында еңеүселәр тәбрикләнде, уларға бүләктәр бирелде.
— Ғәҙәттәгесә, өлгөлө йорттарҙы билдәләмәй, урамдар араһында ярыш уҙғарырға ҡарар ителде, — тип һөйләй Фирүзә Ғәҙелшина. — Минең фекеремсә, был бәйге һөҙөмтәле булды. Урам артта ҡалмаһын өсөн ошонда йәшәүселәр бергәләп хужаһыҙ торған емерек өйҙәрҙе мөмкин тиклем төҙөкләндереп, буяп ҡуйҙы. Шуға ла бумала теймәгән, ҡаҙаҡ ҡағылмаған, тирә-яғы тәртипкә килтерелмәгән бер генә йорт та ҡалманы.
Был бәйгелә еңеүсе тип иғлан ителгән Тау урамында йәшәүселәргә 5 мең һум премия бирелде, ҡалған урамдар төрлө номинацияларҙа билдәләнеп, берәр мең һум аҡса алды. Был аҡса төҙөкләндереү, балаларға уйынсыҡтар алыу мәнфәғәтендә тотоноласаҡ.
Спорт ярыштары ла халыҡты күп йыйҙы. Ауыл ейәне, Өфөнән килгән ун йәшлек Дилмөхәмәт Шакиров уҡтан атыу ярышын ойоштороҙо. Көрәш келәмендә беренселекте алған Радик Ғәйнуллин һәм таш ташлауҙа иң яҡшы һөҙөмтә күрһәткән Морат Мөхөтдиновтар бүләккә һарыҡ алдылар. Бында бағымсы булып ауыл биләмәһе һәм Илгиз Хәйретдинов сығыш яһаған. Ҡалаҡҡа йомортҡа һалып, тоҡ кейеп йүгереү, бағанаға үрмәләү, әтәс баҫтырыу кеүек сәмле халыҡ уйындарында, волейбол ярышында еңеүселәрҙе билдәләү өсөн Ринат Аҡсурин бағымсылыҡ иткән.
Урындағы һәүәҫкәрҙәрҙең дәртле йыр-моңдары, бейеүҙәре бүләкләүҙәр менән бергә үрелеп барҙы.