Төрлөһөнән
21 Июля 2021, 05:08

Онотолғоһоҙ ял булды

Район инвалидтар йәмғиәте ағзалары быйылғы йәйҙе иҫтәлекле итеп үткәрә. Рәсәй Президенты гранты ярҙамында тормошҡа ашырылған «Ағиҙел тулҡындарында» проекты буйынса Бөрйән районына ойошторолған турҙарҙа ял итеү һәр кемгә оҡшай.

Онотолғоһоҙ ял булдыОнотолғоһоҙ ял булды
Онотолғоһоҙ ял булды

Район инвалидтар йәмғиәте ағзалары быйылғы йәйҙе иҫтәлекле итеп үткәрә. Рәсәй Президенты гранты ярҙамында тормошҡа ашырылған «Ағиҙел тулҡындарында» проекты буйынса Бөрйән районына ойошторолған турҙарҙа ял итеү һәр кемгә оҡшай.

Уларҙың береһендә район инвалидтар йәмғиәтенең урындарҙағы ойошмалары етәкселәре ҡатнашты. Сәфәр ҡылыусылар район хакимиәте биргән транспортта ирекмәндәр, дауахананың шәфҡәт туташы оҙатыуында алыҫ юлға сыҡты. Бөрйән районының Мәндәғол ауылында төркөмдө ҡәҙерле ҡунаҡтай ихлас ҡаршыланылар. Бында палаткалар ҡоролған, самауырҙар шыжлап ҡайнай ине. Тәүге кистә инструктор Рәмил Иҫәнбаев хәүефһеҙлек техникаһы тураһында аңлатты, ентекләп инструктаж уҙғарҙы. Икенсе көндә иртә менән ҡотҡарыу жилеттары кейеп алған ял итеүселәр катамаран, катабайттарҙа Ағиҙел буйлап йөҙөргә сыҡты. Шәп тулҡынлы йылғала ишеү еңелдән булмаһа ла, тирә-яҡтың матурлығынан, ҡабатланмаҫ күренештәренән алынған тәьҫораттар бер ни менән сағыштырырлыҡ түгел ине. Төшкә һәм ялға туҡтағанды әйтмәгәндә, көнө буйы йөҙһәләр ҙә арыу-талыуҙарын һиҙмәйҙәр. Кискә туҡталҡала ашарға әҙерләп, мунса яғып, күңелле дискотека ойоштороп ебәрәләр. Иртәгәһенә, таңғы сәғәт алтыла уҡ аяҡ өҫтө булған туристар тағы катамарандарҙа йылға буйлап сәйәхәтте дауам итә. Был көндә Шүлгәнташ ҡурсаулығы буйлап экскурсия — турҙың иң иҫтәлекле өлөшө булғандыр. Мөһаббәт мәмерйәне күреү, тәбиғәт музейы, солоҡсолоҡ умарталығын ҡарау һәр кемгә оҡшай. Был сәйәхәттә ҡатнашыусылар Шүлгән мәмерйәһен күргәне булһа ла, йылға буйлап тәүге мәртәбә йөҙгәндәр. Уларҙың кисерештәре, өс көн буйы бер-береһе менән аралашып, яҡын туғандарҙай булып китеүе, әүҙем ялдан алған тәьҫораттары онотолғоһоҙ. Ирекмәндәр Сәүиә Дәүләтбаева менән Ғаяз Шөғүровтың ярҙамсыллығы, фельдшер Илдар Яҡуповтың һәр туҡталҡала бөтәһенең дә хәлен белеп, ҡан баҫымын үлсәп тороуы, иғтибары сәләмәтлек мөмкинлеге сикле ял итеүселәр өсөн «күңел терапияһы» булған. Тәбиғәттән көс йыйып, йәнле аралашыуҙан дәрт, яҡшы кәйеф алып, турҙа ҡатнашыусылар тағы ла ошондай сәфәрҙәргә сығырға һүҙ ҡуйышып, ҡайтыр юлға сыҡҡандар.
— Проектты тормошҡа ашырыуҙағы ярҙамы өсөн район хакимиәте башлығының социаль үҫеш буйынса урынбаҫары Артур Дәүләтбаевҡа, үҙәк дауахананың баш табибы Илгиз Килдейәровҡа, инструктор Рәмил Иҫәнбаевҡа, балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Ласын Усмановҡа бөтәһе исеменән рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Алдағы турҙарҙа ла уларҙың ярҙамына ышанам, — тине район инвалидтар йәмғиәте рәйесе Нәсимә Әҡсәнова. — Йәй аҙағына тиклем тағы бер нисә төркөм Ағиҙел буйлап йөҙөргә сығасаҡ.

* * *
«Ағиҙел тулҡындарында» грант проектының ял турына тағы бер төркөм — Гусев, Хәлил, Таштимер ауыл биләмәләре инвалидтар ойошмаларының иң әүҙем ағзалары йыйылды. Улар ҙа ошо уҡ маршрут буйынса йылға буйлап сәйәхәткә сыҡты. Татыу, берҙәм команда тирә-яҡты яңғыратып күмәкләп йырлап та, ебәрә таҡмаҡтар ҙа әйтә — уйын-көлкө артында ожмахтай тәбиғәттәге ял ваҡытын һиҙмәй ҙә ҡалалар.
— Төрлө урындарҙа ял иткәнем бар, әммә был тур миңә бигерәк тә оҡшаны. Сплавта тәүге тапҡыр булдым. Автобустар менән Бөрйән районының Кейек-бай ауылына килеп етеүебеҙгә беҙҙе инструкторыбыҙ Рәмил Рәшит улы катамарандарҙы әҙерләп, көтөп тә тора ине. Ҡатын-ҡыҙҙар айырым, ирҙәр айырым йөҙөргә сыҡты. Катамарандарҙа ирекмәндәр Ғаяз Шөғүров, Илдар Ильясов оҙатып барҙы. Һәр кемебеҙҙә ишкәк, үҙебеҙ ишеп барҙыҡ. Шаршы йәки ҙур таштар осраһа, егеттәр һыуға төшөп сығарышты. Шундай иғтибарлылар, итәғәтлеләр, — тип сәфәрҙән алған кисерештәрен теҙҙе Ишбулдынан Мәмдүҙә Хәлисова. — Тәбиғәттең матурлығын һөйләп бөтөрлөк түгел: бейек-бейек ҡаялар, уларҙың баштарында бөркөттәр саңҡ-саңҡ итә, ҡамыштар араһында ҡыр өйрәктәре бәпкәләре менән йөҙә, йылға төбөндәге таштар үтә күренә. Шул тиклем һоҡланғыс! Мин йыр башлайым, ҡалғандар ҡушыла. Сплавта йөҙөп йөрөгән башҡалар: «Ҡалай матур йырлайһығыҙ. Һеҙ ҡайһы райондан? Әйҙә, тағы йырлағыҙ», тип ҡысҡыралар, ҡул сабалар. Кис йылға буйында поход мунсаһы яғыу, миндек менән сабыныу, һыу төшөү, шешлек ашау, үлән сәйҙәре эсеү — талсыҡҡан тәндәрҙе яҙып ебәрҙе. Палаткаларҙа йоҡлаһаҡ та, бер ҙә өшөмәнек. Иртәгәһенә таңғы алтыға уяныуға Иштуған самауырҙарҙы шыжлатып та ҡуйған. Тағы йөҙҙөк, унан Шүлгән мәмерйәһенә экскурсия ҡылдыҡ. Шундай ғәжәйеп ял ойоштороусыларҙың барыһына ла ҙур рәхмәт. Сәфәрҙән дәртләнеп, илһамланып ҡайттыҡ.
Турҙан алған позитив, яҡшы кәйеф оҙаҡҡа етер, моғайын. Һәр кем кисерештәре менән ихлас уртаҡлашты.
— Беҙгә ошондай тур ойошторғаны өсөн инвалидтар йәмғиәте рәйесе Нәсимә Әҡсәноваға ҙур рәхмәт. Грант алыу бик мәшәҡәтле, оҙайлы эш, шуға ҡарамаҫтан ул ойошма ағзалары тормошон йәнләндереү, тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ итеү өсөн күп көс һала, — тине Хәлилдән Мөслимә Моталова. — Сәләмәтлек торошо буйынса сикләүҙәр булһа ла, бер кем дә үҙен насар тойманы, бәлә һалып йөрөүселәр ҙә булманы. Киреһенсә, шәп ял, күңелле мәл булып иҫтә ҡалды Ағиҙелдә йөҙөү. Беҙҙең төркөмгә шундай әүҙем, дәртле, шаян кешеләр йыйылғайны, шул тиклем дуҫлаштыҡ, артабан да аралашырға, тағы бергәләп сәфәр сығырға һүҙ ҡуйыштыҡ.
Ял итеүселәрҙе медицина хеҙмәткәре Мөнирә Италмасова, ирекмәндәр Иштуған Ғәлин, Ғаяз Шөғүров менән Илдар Ильясов үҙенең иғтибары, хәстәре менән солғап ала. Водителдәр Фәнис Исрафилов менән Тимур Әминев оҙайлы сәфәрҙә имен-аман алып йөрөй.

Онотолғоһоҙ ял булды
Онотолғоһоҙ ял булды
Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас