+13 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
23 Июль 2021, 10:20

Булдыҡлы ғаилә — ауылдың киләсәге

Донъяларын хәләл көс менән ҡороп, башҡаларға өлгө булып торған ғаиләләргә һоҡланмау мөмкин түгел. Первомай ауылында йәшәүсе Лилиә һәм Ришат Әхмәтйәновтарҙы ауылдаштары тырыш, татыу ғаилә булараҡ белә. Уларҙың йорттары ла әллә ҡайҙан күренеп, унда егәрле хужалар йәшәүен белдереп тора. Быйыл был күркәм ғаиләнең бергә йәшәүҙәренә лә егерме йыл тулған.

Булдыҡлы ғаилә — ауылдың киләсәге
Булдыҡлы ғаилә — ауылдың киләсәге

Донъяларын хәләл көс менән ҡороп, башҡаларға өлгө булып торған ғаиләләргә һоҡланмау мөмкин түгел. Первомай ауылында йәшәүсе Лилиә һәм Ришат Әхмәтйәновтарҙы ауылдаштары тырыш, татыу ғаилә булараҡ белә. Уларҙың йорттары ла әллә ҡайҙан күренеп, унда егәрле хужалар йәшәүен белдереп тора. Быйыл был күркәм ғаиләнең бергә йәшәүҙәренә лә егерме йыл тулған.

Байым ауылында тыуып-үҫкән Лилиә Фәтих ҡыҙы, урта мәктәптән һуң Йылайыр техникумында һөнәр ала һәм тыуған ауылында иҫәп-хисапсы булып эшләй башлай. Буласаҡ тормош иптәше Ришат менән дуҫтарының туйында танышалар. Бөгөн булһа ла йәшлек дуҫтары Әлмира һәм Шәрифйән Фәттәховтар менән бер-береһенә ярҙам итеп ғүмер кисерәләр.
Йәштәр бер йылдай дуҫлашып йөрөгәндән һуң гөрләтеп туй үткәрә. Тәүге ваҡытта йәш ғаилә ата йортонда йәшәй, 2007 йылда үҙҙәре ҙур, яҡты, заманса йыһазландырылған йорт һалып инә. Күптәр бәхет эҙләп ҡырға китһәләр, Әхмәтйәновтар ауылды үҙ итеп, тыуған ерҙә төпләнеп ҡалырға ҡарар итә. Эш, аҡса юҡ тип зарланып ултырыу уларға хас түгел. Кәртә тултырып мал үрсетеп, мул уңышлы баҡсала йәшелсә-емеш үҫтереп, үҙ йүндәрен үҙҙәре күреп йәшәйҙәр. Сөнки тап ошо шөғөлдәр ауылда төп кәсеп һәм ғаиләгә табыш килтергән сығанаҡ булып тора.
— Мал тотоу еңел түгел, әммә тырышһаң, иш янына ҡуш булырҙай килеме бар. Ауыл ерендә йәшәйем тиһәң, иртә таңдан тороп, ҡара кискә тиклем тир түгергә тура килә. Бигерәк тә йәйге миҙгелдә мәшәҡәттәр күп, — ти хужабикә.
Ришат менән Лилиә өс ул үҫтерә. Өлкәндәре Илнур Сибай медицина колледжын ҡыҙыл дипломға тамамлап, ошо көндәрҙә ил алдындағы изге бурысын үтәргә юлланған. Илһам — Сибай интернат-гимназияһында 7-се класты, ә Тимур 4-те тик яҡшы билдәләргә тамамлаған. Малайҙар ата-әсәһенә йорт-ихата тирәһендә булышалар. Мал ишле булғас, уларҙы тәрбиәләүҙә һәм ҡышҡылыҡҡа бесән әҙерләүҙә улдары төп ярҙамсылар.
Тыуған төйәгеңдә донъя көтөү, балалар үҫтереү, күңелеңә ятҡан эш менән шөғөлләнеү үҙе ҙур бәхет. Әхмәтйәновтарға ошо бәхеттең уртаһында ҡайнап йәшәргә яҙһын.
Нурзилә БАЙГИЛДИНА.

Автор:
Читайте нас: