Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы республика халҡын «Һыуҙы һаҡла, тәбиғәтте таҙарт!» конкурсында ҡатнашырға саҡыра. Конкурста ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул ителә башланы. Шуныһын билдәләп үтергә кәрәк, республика халҡының ҡатнашыуы һәм тәбиғәтте һаҡлау акцияларын уҙғарыу кешеләрҙең тормош сифатын яҡшыртыуға, халыҡтың экологик культураһын күтәреүгә бәйле бурыстарҙы хәл итергә ярҙам итә, шулай ук «Экология» милли проекты маҡсаттарына тулыһынса тура килә.
Был конкурс 30 сентябргә тиклем дауам итәсәк.
Фото: ecology.bashkortostan.ru