Төрлөһөнән
27 Июля 2021, 06:00

Тормошонан ҡәнәғәт

Һуғыш йылдарының барлыҡ михнәттәрен үҙ иңдәрендә күтәргән балалар, үҫмерҙәр бөгөн оло хөрмәткә лайыҡ.

Тормошонан ҡәнәғәтТормошонан ҡәнәғәт
Тормошонан ҡәнәғәт

Районыбыҙҙа ауыр һуғыш йылдарын үҙ елкәһендә кисергән тыл ветерандары сафы ла йылдан-йыл һирәгәйә бара. Ҡатмарлы яҙмыштарға дусар булған, һуғыш арҡаһында бәхетле бала саҡ осорон кисерә алмаған ошо дәүер кешеләренең иҫтәлектәре беҙҙең өсөн тарихта ғына ҡалһын тип теләге килә. Сөнки, ул иҫ киткес ауыр йылдарҙа 11-12 йәшлек балалар ҡатын-ҡыҙҙар, ҡарттар менән бер рәттән көнө-төнә колхоз эшендә була. Һуғыш йылдарының барлыҡ михнәттәрен үҙ иңдәрендә күтәргән балалар, үҫмерҙәр бөгөн оло хөрмәткә лайыҡ.

Бөгөн тыл ветерандарын район һәм урындағы хакимиәт етәкселеге иғтибарынан ситтә ҡалдырмауы ҡыуаныслы. Сиҙәм ауылынан тыл ветераны, быйыл 90 йәшен тултырған Хәсән Әхмәтовты ла тәбрикләп, иҫтәлеккә бүләк тапшырғандар.
Хәсән Ғәббәс улы 1931 йылда Әбдрәш ауылында донъяға килгән. Һуғыш башланғанда ул 10 йәштә булған. 1943 йылда, йылҡы көтөүсеһе булған атаһы фронтҡа алына. Шул китеүенән кире әйләнеп ҡайтырға яҙмай атаһына, Ленинград өсөн барған ҡаты яуҙарҙа батырҙарса һәләк була. Береһенән-береһе бәләкәй балаларын ҡарау әсә иңенә ята. Быуыны ла ҡатып өлгөрмәгән малайға, башланғыс белем алғандан һуң, артабан уҡырға мөмкинлек булмай. Эшсе ҡулдар етешмәгәнлектән, әсәһенә эйәреп, ун өс йәшенән «Ҡыҙыл ялан» колхозында эшкә егелергә тура килә. Йәй көндәре мал көтә, бесән әҙерләүҙә ҡатнаша. Ә көҙ етһә, ураҡ эштәрендә ярҙамлашырға сыға. Ҡыш айҙарында һауынсы булған әсәһе менән бергә фермаға йөрөй.
— Әсәйем 25 баш һыйырҙы ҡул менән һауа ине, уның эшен әҙ генә булһа ла еңеләйтеү маҡсатында малдарҙың аҫтын таҙалап, уларға бесән һала торғайным, — тип үткәндәрҙе иҫенә төшөрә Хәсән апа, — Ашарға ризыҡ, икмәк булманы. Эшләгән эш хаҡы тип, аҙнаһына дүрт килограмм иген бирҙеләр. Яҙ, йәй еттеме йыуа, балтырған, ҡымыҙлыҡ, көпшә кеүек ашарға яраҡлы башҡа үләндәр күп булды, уларҙы быҡтырып ашап, йән аҫраныҡ. Ҡышын ас йөрөгән саҡтар булды. Ул йылдарҙағы үҙәккә үткән аслыҡ ғүмерҙә оноторлоҡ түгел...
Һуғыштан һуң да тормош тиҙ генә рәтләнеп китмәй, аслығын да, яланғаслығын да күп татырға тура килә халыҡҡа. Колхозсылар таң һарыһынан ҡараңғы төшкәнсә эшләй. Баҫыуҙарҙа ир-ат ҡулы, ат көсө етешмәй. Ир-егеттәр яуҙа булғас, бөтә ауырлыҡ ҡатын-ҡыҙҙар менән бала-саға иңенә төшә.
1949 йылда Хәсән Әхмәтовты Белоретҡа ФЗО-ға уҡырға ебәрәләр, бында бер йыл буйына балта оҫтаһы һөнәрен үҙләштерә ул. Унан Свердловск өлкәһендәге күмер комбинатын төҙөүҙә ҡатнаша.
1951 йылда хәрби хеҙмәткә алынған Хәсән Әхмәтов Балтик диңгеҙе флотында биш йыл хеҙмәт итә. Ҡайтҡас күрше ауыл ҡыҙы Зифа Фәтих ҡыҙына өйләнеп биш балаға — ике ул һәм өс ҡыҙға ғүмер бүләк итәләр.
Хәсән апа оҙаҡ йылдар «Урал» совхозында төҙөлөш өлкәһендә эшләп, хаҡлы ялға сыға. Намыҫлы хеҙмәте өсөн бирелгән почет грамоталары, маҡтау ҡағыҙҙары, «Хеҙмәт ветераны» миҙалы быға асыҡ дәлил булып тора.
Бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килһә лә, Хәсән апа һис тә зарланмай.
— Ил ни күрһә, беҙ ҙә шуны күрҙек. Ошо йәшкә етеүемә шөкөр, — тип һәр тыныс атҡан көнгә ҡыуанып, балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең ярҙамын, иғтибарын, тойоп, бәхетле ғүмер кисерә аҡһаҡал. Тик ошо тыныс ҡартлығын тормош юлдашы менән бергә кисермәүе генә үкенесле...
Дин юлындағы Хәсән Ғәббәс улы заман менән бергә атлай. Илдә барған хәл-ваҡиғаларҙы телевизорҙан ҡарап белһә, район яңылыҡтары менән яратҡан «Осҡон» гәзите аша таныша.
Нурзилә БАЙГИЛДИНА.

Автор:
Читайте нас