Төрлөһөнән
27 Июля 2021, 06:15

Яҡындарының ҡәҙер-хөрмәтен тойоп йәшәй

Ихлас, алсаҡ, өлтөрәп йүгереп йөрөгән был инәй менән күптән бер-беребеҙҙе белгәндәй һөйләшеп киттек. Ул хатта миңә текләп-текләп ҡарап, әллә кемгә оҡшатамсы, кем ҡыҙыһың әле тип нәҫел-нәсәбемде һорашты. Мин дә уны үҙ инәйемдәй шунда уҡ яҡын күрҙем. Була бит шундай кешеләр, улар янында тыныс, рәхәт, күңелең ял итә. Һауа инәй ҙә тап шундай.

Яҡындарының ҡәҙер-хөрмәтен тойоп йәшәйЯҡындарының ҡәҙер-хөрмәтен тойоп йәшәй
Яҡындарының ҡәҙер-хөрмәтен тойоп йәшәй

Ихлас, алсаҡ, өлтөрәп йүгереп йөрөгән был инәй менән күптән бер-беребеҙҙе белгәндәй һөйләшеп киттек. Ул хатта миңә текләп-текләп ҡарап, әллә кемгә оҡшатамсы, кем ҡыҙыһың әле тип нәҫел-нәсәбемде һорашты. Мин дә уны үҙ инәйемдәй шунда уҡ яҡын күрҙем. Була бит шундай кешеләр, улар янында тыныс, рәхәт, күңелең ял итә. Һауа инәй ҙә тап шундай.

Әбдрәш ауылында ғүмер кисергән Һауа Хәйретдин ҡыҙы Фазылова бәләкәй сағынан ыҙалыҡтарҙы күп күргән. Әсәһен бөтөнләй иҫләмәй, уҫал үгәй әсә ҡулында ҡыйырһытылып үҫкән, аслыҡ-юҡлыҡты башынан үткәргән ул. Һеңлеһенең аяныслы хәлен күреп, былай оҙаҡҡа түҙмәҫен аңлаған ағаһы үҙе тәр-биәләргә була. Өҫтөндә йүнле кейеме булмағас, балаҫҡа урап Әүжәндән Әлмөхәмәткә алып ҡайта.
Сос ҡыҙыҡай хеҙмәт юлын бик иртә башлай. Өсөнсө класты тамамлағас, 13 йәшендә генә ҡошсолоҡ фермаһына бара. Бер аҙ һарыҡтар ҙа ҡарай. 1954 йылда тракторист ярҙамсыһы булып эшкә урынлаша.
— Көнө буйы ер һөрөп арыған тракторист ағайҙар серем итергә туҡтаған арала, беҙ, өс ҡыҙ трактор йөрөтөп маташабыҙ. Төнгө ҡараңғыла йүнләп бер нәмә күренмәй, ҡыйыш-мыйыш китәбеҙ. Шул саҡта баҫыуға бригадир Вафир Тайсин килде, — ти алыҫ йылдарҙы хәтерләп Һауа инәй. — Бураҙнаны боҙған беҙгә лә, ағайҙарға ла эләкте инде.
Бер эштән дә ҡурҡмаған ул. ФАП-та, клубта иҙән йыуа. Унан фермаға һауынсы булып бара. Мал йәнле, эшһөйәр Һауа Хәйретдин ҡыҙы сирек быуатҡа яҡын һыйыр һауа. Ҡул менән төркөмдәге һыйырҙарҙы һауып сығыу өсөн күпме таһыллыҡ, көс кәрәк?
— Һауын аппараттары килгәс, эш күпкә еңелләште, — ти ул.
1964 йылда Рәжәп Фазылов менән ғаилә ҡоралар. Әбдрәш ауылында төпләнгән ғаилә йорт һалып сыға, ун балаға ғүмер бирәләр. Ҡыҙғанысҡа, бергә бәхетле ҡартлыҡ кисерергә яҙмаған уларға. 1983 йылда, 49 йәшендә генә ғаилә башлығы донъя ҡуя. Яҙмыш һынауҙары, бала ҡайғыларын да күрергә яҙған. Өс балаһының вафатын кисергән оло йөрәкле әсә ғазаптарын башҡа балалары менән баҫа, уларҙың ярҙам-терәген тойоп йәшәй.
— Дүрт улым ауылда төпләнде, ҡалған балаларым ҡырҙа. Беҙ кинйә улым Илдар менән донъя көтәбеҙ, — хәбәрен теҙә инәй. — Улай тигәс тә, үҙебеҙ генә тормайбыҙ, әлдән-әле балаларым хәл белешә йә ейән-ейәнсәрҙәрем: «Өләсәй, йыуаса бешерҙеңме? Ҡоймаҡ ҡойҙоңмо?» — тип йүгереп килеп инә.
Ысынлап та, аш-һыуға маһир — өҫтәлендә мейестә күпереп бешкән икмәк, тел йоторлоҡ йыуаса, яңы ҡаймаҡ-балы янында һәр саҡ самауыры шыжлап ҡайнап ултыра. Еләҫ, һалҡынса йәйге өйҙә йәйге эҫеләрҙә сәй эсеү үҙе бер ғүмер. Элекке ғәҙәте буйынса таңғы дүрт-биштә тороп, әллә күпме эшен теүәлләй Һауа инәй: һыйырының ағын әрәм-шәрәм итмәй, сепарат бора, ҡорот ҡайната. Ҡапҡа эсенә ҙур итеп сығарылған мейесте ап-аҡ итеп ағартып ҡуйған, көн оҙоно шуның тирәһендә бөтөрөлә. Ашҡа һалыу өсөн әсе шыйыҡ ҡорото ла бар, сәй эсеүгә йомарлап та ҡуя. Килгән-киткәндәргә күстәнәскә бик ярай, ҡоротомдо яраталар, ти үҙе. Һәр кемгә ҡунаҡсыл, ихлас инәй бер кемде лә сәй эсермәйенсә сығармай. Ай һайын ауылға килеп пенсия таратыусы почтальондарҙы үҙ балаларындай әҙерләнеп көтөп тора. Алыҫ юлдан арып-талсыҡҡандар тәмле аш-һыуы менән һыйланып сыға.
Май айында 85 йәшлек оло юбилейын ҙурлап уҙғарғандар. Ғәзиз балаларының рәхмәттәрен, ейән-ейәнсәрҙәренең йылы һүҙҙәрен, изге теләктәрен ишетеү Һауа Хәйретдин ҡыҙына көс-дәрт өҫтәгән. Яҡындарының ҡәҙер-хөрмәтендә бәхетле, тыныс ҡартлыҡ кисергәненә шөкөр ҡылып йәшәй ул.

 

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас