Төрлөһөнән
30 Июля 2021, 09:45

Радий Хәбиров "Яҡты-Күл" шифаханаһында булды

Башҡортостан Башлығы Әбйәлил районына эш сәфәре барышында данлыҡлы шифахананың эше менән танышты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Әбйәлил районына эш сәфәре барышында «Яҡтыкүл» шифаханаһында булды. Республика етәксеһе дауалау һәм йәшәү корпустарын ҡарап сыҡты, учреждение етәкселеге менән артабанғы үҫеш мөмкинлектәрен тикшерҙе.

 «Яҡты-Күл» шифаханаһы коронавирустың ҡатмарлы осрон уңышлы үткәреп ебәрҙе, мирҙән һуң реабилитациялау дауам ителә. Ләкин Урал аръяғында һауыҡтырыу кластерын үҫтереү стратегияһын эшләргә йыйыныуыбыҙҙы оноторға ярамай. Был «Яҡтыкүл» генә түгел, «Ҡайындар» ял йорто ла, башҡа учреждениелар ҙа. Республиканың рекреацион ҡеүәтен тормошҡа ашырыу, Башҡортостан халҡы һәм ҡунаҡтарының ялы өсөн уңайлы шарттар булдырыу мөһим», — тип билдәләне Радий Хәбиров.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас