Төрлөһөнән
30 Июля 2021, 05:43

Телгә тоғролоҡ

Тыуған еренән оҙаҡ йылдар айырылып торған кеше ысынлап та телен онота башлай икән. Был — белгестәрҙең фекере. Әммә ябай халыҡ был турала ғалимдарса уйлап тормай шул.

Телгә тоғролоҡТелгә тоғролоҡ
Телгә тоғролоҡ

Билдәле көләмәстәге армияла туған телен «онотҡан» һәм яңылыш тырмаға баҫып башҡортсаһын иҫенә төшөргән һалдат образын барыбыҙ ҙа ирония менән ҡабул итәбеҙ. Сөнки кешенең ике йыл эсендә әсә телен онотоуы мөмкин түгел. Был уның үҙ телен һанға һуҡмай, ҡупырайып ҡыланыуы ғына. Ә бына тыуған еренән оҙаҡ йылдар айырылып торған кеше ысынлап та телен онота башлай икән. Был — белгестәрҙең фекере. Әммә ябай халыҡ был турала ғалимдарса уйлап тормай шул. Бигерәк тә ауыл ерендә туған телде онотоу — күпме ваҡыт үтһә лә, ғәфү ителмәй торған күренеш һанала. Бер танышым утыҙ йылдан һуң тыуған ауылына ҡайтҡан класташы тураһында: «Урыҫса һүҙ башлағайны, һөйләшкем килмәй киттем дә барҙым», — тип аптыратҡайны.

Ә инде туған теленә тоғролоҡ һаҡлаған кешеләр, киреһенсә, һоҡланыу тойғоһо уята. Ике йыл элек Ҡырҙаста үткән «Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға» байрамына Тольятти ҡалаһынан Флүрә Ғәйзуллина-Стафеева ҡайтҡайны. Сәхнәгә сығып, үҙе менән таныштырмайынса, уны берәү ҙә таныманы. Ауылдашыбыҙ бынан ҡырҡ йыл элек комсомол йүнәлтмәһе буйынса ВАЗ төҙөлөшөнә сығып киткән һәм рус егете Николай Стафеев менән ғаилә ҡороп, шунда төпләнеп ҡалған икән. Флүрә Айса ҡыҙының осрашыуҙа бер урыҫ һүҙен ҡыҫтырмай, саф башҡортса сығыш яһауы уға ҡарата тәрән хөрмәт уятты.
Һуңынан уның үҙе менән ошо турала һөйләшеп киттек. «Йәшерәк саҡта башҡортса онотоп та киткән инем ул, — тине Флүрә ханым. — Тик, әсәйем, ҡартайғас, ун йыл Тольяттиға килеп йәшәне. Ул урыҫса белмәгәс, миңә туған телде яңынан иҫкә төшөрөргә тура килде. Ә хәҙер инде «телде сарларға» интернет ярҙам итә: бик күп башҡорт төркөмдәренә яҙылып, ундағы постарҙы, хикә-йәләрҙе уҡып барам. Ауылдаштар, туғандар, класташтар менән социаль төркөмдәрҙә аралашам». Аҙаҡ мин дә «Бәйләнештә» селтәре аша ауылдашым менән яҡындан танышып киттем.
Шуныһы ла асыҡланды: Флүрә апайға туған телен белеү атаһынан ҡомартҡыға ҡалған көндәлекте уҡыу өсөн дә кәрәк була. Йәш саҡта әһәмиәт бирмәһә лә, олоғая килә ул яҡын кешеһенең нимә яҙғандарын үҙе уҡып белергә теләй, ә хәҙер уҡый-уҡый ҡалын дәфтәрҙәге һәр һүҙҙе ятлап бөткән тиерлек. Айса Ғәйзуллин унда нисек армияла хеҙмәт итеүе, ауылда тәүге коммунист булыуы, колхоз төҙөүҙәре, кулактар менән көрәшеүҙәре, халыҡтың көнкүреше, ғөрөф-ғәҙәттәре, туй йолалары, аслыҡ, һауа торошо тураһында яҙа. 100 йәшкә етеп барған был дәфтәрҙе ғаиләлә әле лә ҡәҙерләп һаҡлайҙар.
Айса бабай Флүрәһе бәләкәй саҡта уҡ үлеп ҡала. Шулай ҙа ҡыҙы атаһының үҙен ныҡ яратыуын, иркәләп кенә үҫтереүен яҡшы хәтерләй. Әсәһе Фәхрикамал — Айсаның дүртенсе ҡатыны — иренән байтаҡ йәш була. «Атайымдың икенсе ҡатынынан Мөнирә апайым менән Вил ағайым тыуған, улар Ҡырҙаста йәшәне. Ә өсөнсө ҡатынынан булған ике апайымдың яҙмышы билдәһеҙ. Йәшерәк саҡта уларҙы эҙләп ҡарамағаныма хәҙер үкенәм», — ти Флүрә Айса ҡыҙы.
Уның тарихы былай була: Айса Ғәйзуллин өсөнсө кәләшен Ҡаҙмаштан ала, игеҙәк ҡыҙҙары тыуа һәм уларға Роза менән Флүрә тип исем ҡушалар. Бер аҙҙан һуғыш башлана. Айсаға ла повестка килә. Тик хәрби комиссариатта уны һуғышҡа яраҡһыҙ тип табып, хеҙмәт армияһына ебәрәләр. Быға йәшерәк сағында Айсаның ағас аҫтында ҡалыуы, умыртҡа һөйәге ныҡ зыян күреүе сәбәп була. Был турала ул көндәлегендә «бөкөрәйеп, ярты кеше булып ҡалдым» тип яҙа. Хәҙер заводта 12-шәр сәғәт станок артында аяғөҫтө ас килеш тороу һаулығын тамам ҡаҡшата, Айса өйгә ҡайтарыла һәм унда колхоздың иҫәп-хисап эшен алып бара. Көндәлегендә ул ҡайһы йылда күпме иген алыуҙары, хаҡы күпме булыуы тураһында ла яҙып барған. Бик ауыр йылдар була. Кеше аслыҡтан ҡырыла. 1943 йылда Айсаның кеҫәһенән 12 бөртөк бойҙай табып, дүрт йылға төрмәгә ултырталар, партиянан сығаралар.
Ҡатыны, игеҙәктәрҙе эйәртеп, ирен күрергә төрмәгә бара. Айса унда ашнаҡсы ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә. Тамағы ла туҡ, йөрөгән ере лә йылы. Хатта ҡатынын ул күстәнәстәр биреп оҙатып ҡала. Әллә шул аҙыҡ-түлек баштарына етәме, улар Ҡырҙасҡа ҡайтып етә алмай юғала. Бәлки, юлда талап үлтереп киткәндәрҙер, йә башҡа бәлә-ҡаза булғандыр...
«Аҙаҡ, Мөнирә апайымдың бәпәйе тыуғас, уға юғалған ҡыҙҙарҙың иҫтәлегенә Роза тип ҡушҡандар, ә миңә Флүрә тип исем биргәндәр, — тип дауам итә Ф. Стафеева. — Төрмәнән ҡайтҡас, атайым минең әсәйҙе ҡоҙалай башлай. Фермала бергә эшләгән һауынсылар ҙа өгөтләй. Бигерәк оло, 15 йәшкә өлкән бит әле тип әсәйем ризалашырға теләмәй. Айса бабайҙың мунсаһы бар, беҙ һиңә мунса төшөргә йөрөрбөҙ, тип көлөшә һауынсылар. Ысынлап та, ул заманда мунсалы кеше хәлле кеше һанала. Шуға әсәйем Айсаға түгел, мунсаға кейәүгә сыҡтым тип шаярта торғайны гел».
Һуғыштан һуң һөргөнгә ҡыуылған кулактар ҡайта башлай һәм төндә Ғәйзуллиндарҙың өйөнә ут төртәләр. «Үлеп китә ҡалһам, Флүрәм өйһөҙ булмаһын», — тип атай кеше яңы йорт һала, тик уға күсеп сыҡҡас та ауырып йығыла. Айса бабайҙы юрғанға төрөп дауаханаға алып китәләр. Әсәһенең илай-илай оҙатып ҡалғаны дүрт йәшлек ҡыҙыҡайҙың иҫендә ныҡ тороп ҡала. Аҙаҡ, Фәхрикамал инәй Тольяттиға йәшәргә килгәс, тағы бер хәлде һөйләп, ҡыҙын уйға һала.
Фәхрикамалдың тәүге ире Нурислам Яҡшығоловты һуғышҡа Айса Ғәйзуллин менән бер көндө оҙаталар. Китеүселәр ултырған машина ҡуҙғалғас, Айсаның ҡатыны арттарынан йүгерә башлай һәм, эләгеп ҡолап, ерҙе тырнап илай-илай ятып ҡала. Нуретдин исемле малайын күтәреп, был күренеште күҙәтеп торған Фәхри-камал: «Инвалид бабай өсөн дә кеше шулай өҙгөләнә микән?» — тип аптырай. Ул үҙе йәп-йәш, һап-һау ирен оҙатып тора бит инде. Йәшлек менән шулай уйлайһың да ул, әммә тормоштоң бит үҙ ҡанундары: йәште-ҡартты айырып тормай. Нурислам 1944 йылда Кенигсберг янында һәләк була һәм Фәхрикамал тол ҡала. «Теге ваҡытта ҡатыны артынан йығыла-йығыла илап йүгергәненә аптырағайным, нисә йылдан һуң үҙем шул ғәрип бабай артынан илай-илай ҡәбергә инерҙәй булдым», — тип һөйләй һуңынан әсәһе Флүрәгә.
«Аҙаҡ, миндә йәшәгәндә, әсәйем атайым тураһында һәр саҡ йылы, матур иҫтәлектәр һөйләне. Ул ике улымды ҡарашты, ейәндәре менән һөйләшер өсөн аҙ-маҙ урыҫса һупаларға ла өйрәнде. Беҙҙә ирем Николайҙың әсәһе лә йәшәй ине. Шулай әсәйемде лә, ҡәйнәмде лә ун йыл ҡараныҡ», — тип дауам итте әңгәмәсем.
Бер предприятиела 41 йыл төҙөүсе булып эшләгән, һөнәрен яратҡан, һәр ваҡыт маҡталып эшләгән, һүрәте почет таҡтаһынан төшмәгән Флүрә Стафееваға дүрт бүлмәле фатир бирәләр. Башҡорт һәм мәрйә ҡоҙағыйҙар уның бер бүлмәһендә оҙаҡ йылдар һауыт-һаба шылтыратмай татыу йәшәй, ейәндәрен үҙ-ара килешеп ҡарайҙар. Күрәһең, ике әсә лә бик аҡыллы ҡатындар булғандыр, балаларына бәхет теләгәндер, шуға үҙ-ара килешеп, ваҡ-төйәккә иғтибар итмәҫкә, кәйефтәрен ҡырмаҫҡа тырышҡандарҙыр.
Әсәйҙәрҙе ерләйҙәр (Ҡырҙас ҡатынына мәңгелек йортон алыҫ Тольятти ҡалаһының мосолман зыяратында табырға яҙа), уландарҙы өйләндерәләр, фатирҙы алмаштырып, берәр бүлмәлеләрен балаларына биреп, үҙҙәре ике бүлмәлелә ҡалып, бер-береһе өсөн генә йәшәргә ниәтләгәндә, яҙмыш Стафеевтарҙы оло һынау алдына ҡуя: Николайҙың 50 йәшендә яман шеш менән ауырыуы билдәле була. Табиптар бер йыл ғүмер бирә, ә ул йәшәү өсөн тағы 11 йыл көрәшә.
«Жигули тауҙары, Волга йылғаһы, меңйәшәр ҡарағайҙар иле... Мин яҙмышыма Тольяттиға ташлағаны, тормош иптәшем Николай менән осраштырғаны, аҡыллы, тырыш, изге йәнле балалар һәм ейәндәр бүләк иткәне өсөн сикһеҙ рәхмәтлемен. Уларҙың барыһын да яратам һәм балаларымды ғына түгел, ейәндәремде лә үҫтерешә алғаным өсөн ҡыуанам. Мин үҙем бит атайымдан биш йәшемдә генә ҡалдым. Әлдә генә ул көндәлек яҙып барған, ә әсәйем уны һаҡлаған тейем, ә мин һәр ваҡыт үҙем менән йөрөттөм: уны уҡып, атайым тураһында белдем, уның менән ғорурландым, ныҡ булырға, ауырлыҡтарға бирешмәҫкә өйрәндем. Атайым иҫән булһа, башта минең менән, унан ейәндәре менән, хәҙер бүләләре менән ғорурланыр ине», — тип тамамланы һүҙен Флүрә Айса ҡыҙы.
Ғорурланырҙай кешеләре тыуған ерендә былай ҙа бар Флүрә Стафееваның: яҡташтары, ауылдаштары, туғандары... Сит-ят ерҙә үҙен һынатмаған өсөн, ауыр тормош һынауҙарына бирешмәгән өсөн, тыуған теленә хыянат итмәгән өсөн...

Телгә тоғролоҡ
Телгә тоғролоҡ
Автор:Рахима Мусина
Читайте нас